+21 °С
Облачно

Тел ҡылыстан үткерерәк

(Фарсы әкиәте буйынса) Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер утынсы. Урман ситендәге аласыҡта ҡатыны менән көн күргән ул. Көн һайын утынсы, балтаһын алып, урманға утынға йөрөгән. Бер саҡ ул шырлыҡта кемдеңдер ыңғырашыуын шәйләп алған

Тел ҡылыстан үткерерәкТел ҡылыстан үткерерәк
Тел ҡылыстан үткерерәк

Тауыш ишетелгән ергә килһә, унда бер арыҫланды күргән. Теге атлай алмай, тәпәйенә шырау ҡаҙалған, имеш. Утынсы яҡыныраҡ килгәс, арыҫлан уға:
– Эй, әҙәми зат, тәпәйемдән шырауҙы тартып алсы! – тигән. Утынсы уны һыҙланыуҙан азат иткәс, улар дуҫлашып киткәндәр. Арыҫлан был мәрхәмәтле әҙәмдең өйөнә утын ташырға ярҙамлашҡан.
Бер саҡ утынсы арыҫланды ҡунаҡҡа са­ҡырған.
– Ҡатыным һиңә йәнең теләгән ризыҡты әҙерләр, – тигән ул.
Арыҫлан тәүҙә килешмәгән, баш тартҡан:
– Һеҙ – кешеләр, ә мин – йыртҡыс. Кеше ме­нән хайуан бер табында һыйлана алмаҫ ул.
Утынсы шулай ҙа арыҫланды күндергән. Арыҫлан үҙенә бәрән ите бешереүҙәрен үтенгән. Һөйләшелгән көндө ул аласыҡҡа килгән. Табынға ултырғандар. Арыҫлан, ғәҙәтенсә, итте тештәре менән умырып-умырып йолҡоп алып, һоғонорға тотонған. Утынсы ҡатыны, быға аптырап ҡарап торған да, ирен әрләй башлаған:
– Кемде алып килдең һин беҙгә?! Сәнске, ҡашыҡ та тота белмәй бит был тәрбиәһеҙ хайуан!
– Кешеләр менән хайуандар бер табында ултыра алмай, тип әйттем бит мин һиңә, – тигән утынсыға арыҫлан. – Йәле, балтаңды ал да, минең башҡа тондор!
– Булмай, беҙ бит дуҫтар, – тигән утынсы.
– Мин ҡушҡанды үтәмәһәң, икегеҙҙе лә сәйнәп ырғытам! – тип янаған арыҫлан.
Утынсы ҡурҡҡан. Нишләһен, балта менән арыҫландың башына тондорған. Баш түбәһе йәнселгән арыҫлан аласыҡтан сығып тайған.
Бынан һуң утынсы бик оҙаҡ ваҡыт урманға бармаған. Бер заман, ни булһа, шул булыр, тип, ул урманға утын киҫергә йүнәлгән. Теге арыҫланды осратҡан да:
– Һин иҫәнме ни әле, дуҫҡай? Хәлең нисек? – тип ҡыҙыҡһынған.
– Күреп тораһың, һинең балтаң һалған яра уңалды, әммә ҡатының һалған тел яраһы төҙәлмәй. Һәм бер ҡасан да төҙәлмәйәсәк! – тигән арыҫлан. – Сөнки тел яраһы – ҡылыстан үткерерәк, уны дарыу ҙа, ваҡыт та дауалай алмай. Ә хәҙер күҙемдән юғал! Йәнә бер күрһәм, өҙгөләп ырғытырмын!

Рәфил КАШАПОВ.

Фото: istockphoto.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас