Ете класс белем хәҙерге юғары белемгә тиң мәлдә аяҡҡа баҫҡан Солтан ғүмере буйы дәрәжәле урындарҙа эшләне. Колхозда бригадир, сельпо рәйесе… Ябай халыҡ менән дә, түрәләр менән дә эше беште уның. Ауыҙын үлсәп асты, кемгә ни һөйләгәнен белеп һөйләне. Булмағанды вәғәҙә итмәне. Вәғәҙә иткән икән, уны үтәне.
Төҫкә лә бик сибәр. Оҙон буйлы, киң күкрәкле, бөҙрәләнеп торған ҡуйы ҡара сәсле Солтан күптәрҙең башын әйләндерерлек ир ине.
…Бәр мәлде мәйет янында гел ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡалды.
– Ҡайғыңды уртаҡлашам, әхирәт, урыны ожмахта булһын, – тине Әйҙүнәнең тиҫтере, ғүмере буйы фермала һауынсы булып эшләгән, хәҙер ҡоро таяҡҡа ғына ҡалған Мәҙинә. – Сельпола эшләгән йылдарында аҫтан затлы тауарҙар өләшеп беҙҙе һөйөндөрҙө.
– Бигерәк тә аҫыл кеше ине, туп-тура йәннәткә генә барып керер инде, – быныһы Солтан сельпола эшләгән йылдарҙа бухгалтер булған Нурзилә ине.
– Һөйләмә лә инде. Гел эштә ине, берәй ситкә-миткә йөрөгәне ишетелһә?! – тип ҡеүәтләне Зәйтүнә.
– Ундай гонаһына керә алмайым, шулай, шулай… – тип карауатта ятҡан иренең кәүҙәһен һыйпап, мыш-мыш итеп танауын тартып алды Әйҙүнә.
Бер нисә минутлыҡ тынлыҡтан һуң ишек төбөндәге ултырғысҡа мыштым ғына кереп ултырған, өс балаһын ирһеҙ табып, яңғыҙы үҫтергән, әрәмә буйындағы аулаҡ урындағы өйҙә йәшәгән Гөлнисә телгә килде:
– Кисләте-e-еп кенә баҡса артынан киле-е-ер ине. Әрәмәнән өҙөп алып килгән миндеге менән тәмләп кенә сабынып мунса кере-е-ер ине. Төнө буйы иркәләп-наҙлап туйма-а-аҫ ине-е-е… Миңә лә, һиңә лә етә ине-е-е, кем ни, Әйҙүнә. Инде һиңә лә, миңә лә ҡалманы-ы-ы… – Һөйләнә-һөйләнә килеп Солтандың йәнһеҙ кәүҙәһен асып, маңлайынан супылдатып үбеп алды. – Бәхил бул, йәнем. Һин булмаһаң, яңғыҙым ул өс баланы ни хәл уҡытыр инем дә, нисектәр кеше итер инем?!
Ҡарсыҡтар шым булды. Мәрхүмдең баш осона ултырып доға ҡылырға әҙерләнгән Мәҙинәнең ҡулындағы тиҫбеһе «тып» итеп иҙәнгә килеп төштө. Өй уртаһында баҫып торған Әйҙүнә, теҙ быуындары ҡалтырай башлағанын һиҙеп, тиҙ генә мейес буйындағы креслоға сүгәләп өлгөрҙө. Яулыҡ ситенә күҙ йәштәрен һөртөп маташҡан Гөлнисә һаман үҙенекен тылҡыны:
– Әле бер аҙна элек кенә ҡыҙыу мунсала сабынып, йәшәреп ҡайтып киткән инең…
Әйҙүнә лә һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды:
– Атаҡ, бер аҙна элек ике көнгә күрше ауылға һеңлеһенә барып ҡайтты ул.
Гөлнисә был юлы ла яуапһыҙ ҡалманы:
– Солтан ул һеңлеһенә бик йыш йөрөнө, Әйҙүнә… Асыуланма, туған, әйтмәй ҡала алмайым инде. Кем белә, әллә тегендә барғас, эҙләп табыр ҙа, түшәктәребеҙҙе уртаҡ итер… Дәрте ташып тора ине бит уның. Тәҡдирҙән уҙып булмай ул, булма-а-й…
Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.