-15 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Фетр эшләпә

Туйҙа йөрөйбөҙ. Килен­дең туйы ата-әсәһе йортонда бара. Беҙҙе, йәғни кейәү яғынан туйҙа ҡат­наш­ҡан ҡоҙа-ҡоҙағый­ҙарҙы, саф күңелдән хөрмәтләп ҡаршы алдылар.

Фетр эшләпә
Фетр эшләпә

Хөрриәт бит, әй – һый-хөрмәт муллығынан өҫтәлдәр һы­ғылып тора. Һыйлаусы ла, мин әйтәйем, һыйлауға оҫта булып сыҡты. Тап ана шул һыйлаусынан ҡәнәғәт булып ултырып, әлегә тиклем бик үк эсергә әүәҫ түгел кеше рәтендә йөрөһәм дә, бөгөнгө туйҙа артығыраҡ ҡыл­ҡылдатып йотоп ултырыуымды һиҙеп ҡалдым. Хәлемде һиҙгәндәй, оло ҡоҙа нәҡ кәрәккәндә генә: «Көйрәтеүселәргә – тәнәфес», – тип тома­ланған башты айнытып ебәрҙе.
Хәбәр, нисектер, үҙенән-үҙе сит илдәге халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтенә күсте. Ҡыҙмаса булып алған ҡоҙалар ҡайҙа йөрөгәндәрен, дефицит әйберҙәрҙе алып ҡайтыуҙарын һөйләне. Оло ҡоҙа: «Наил ҡусты, һин дә Болгарияла булдың түгелме әле?» – тип ҡыҙыҡһынды.
– Эй, ағай, йөрөүен-йөрөнөм дә ул, тик аҡса яғы мөшкөл ине шул. Ваҡ-төйәк, кәрәк-яраҡ бихисап, ни теләйһең, барыһы ла бар. Бына үҙемә алған әйбер ошо фетр эшләпә инде. Шуны рәхәтләнеп егерменсе йыл кейәм.
Ул эшләпәһен сисеп күрһәтте лә кире тү­бәһенә ҡапланы. Нәҡ шул ваҡытта минең күҙгә бәләкәй генә яҡтылыҡ нуры сағылды.
– Туҡтале, ҡоҙа, туҡта, ҡарайыҡ әле шул эш­ләпәңде.
– Һе, әллә оҡшанымы минең эшләпә? Оҡ­шаһа, һис шикһеҙ, бүләк итергә әҙермен, – тине шаярып Наил ҡоҙа.
– Ашыҡма, ҡоҙа, сис әле, эшләпәңде ҡа­райыҡ!
Ул бер ни аңламай һынаулы ҡарашын бе­рәмләп егеттәргә йөрөтөп сыҡты ла ашыҡмай ғына эшләпәһен алып миңә тотторҙо.
Яңылышмағанмын: эшләпә цилиндрында бәләкәй генә тишек бар ине.
– Наил ҡоҙа, бүләгеңде алып тороуҙың файҙаһы теймәҫ. Йә өйөбөҙгә сысҡан эйәләр. Хоҙай һаҡлаһын… Ҡарале, эшләпәңде сысҡан тишкән бит.
– Бәй-бәй, был ни ғәләмәт тағы? Кит бул­маҫтайҙы… Булмаҫ, эшләпә гел үрҙәге элгестә тора. Сысҡандар менерлек түгел унда. Көйә эшелер был. Ғәфү итә күр, ҡоҙа, тәүҙә мыҫҡыл итеп юрый көләлер, тип уйлағайным.
– Үпкәләрлек сәбәп юҡ, ҡоҙа, аймылыштар була инде ул. Быға ҡәҙәр күрмәгәнһегеҙ, хәҙер үҙ күҙегеҙ менән күреп белдегеҙ…
Болдорҙағы ҡунаҡтар һәр береһе эшләпәне әйләндереп ҡарап сыҡҡандан һуң: “Сысҡан кимереп тишкән”, – тигән һығымта яһап, үҙҙәре үк мәрәкәгә бороп ҡытҡылдашып көлөшөп алдылар. Ә Наил ҡоҙа һаман да аптырауын йәшермәй:
– Нимә эҙләгән ул, сәнселеп киткере нә­мәкәй, аяҡ аҫты тулы ризыҡ та баһа?
Хәбәрҙе күберәк ҡунаҡтар һөйләшеүен иғтибар менән тыңлаған оло ҡоҙа элеп алды:
– Эштең бөтә хикмәте шунда, ҡустыҡайым, сәсеңде йышыраҡ һабынлап йыу бынан ары. Тир еҫе килмәһә, сысҡан әйберҙе тишмәй ул, – тип төрттөрөп, әңгәмәләшеүҙе йөпләп ҡуйҙы.
Һөймәлекле ағаһының дәлил менән раҫ­лауын, фекер дөрөҫлөгөн кире ҡаҡманы ҡус­тыһы. Иллә-мәгәр үҙен дә тыныс холоҡло кеше икәнен ҡунаҡтар алдында күрһәтә алды Наил ҡоҙа. Үҙен уратып алған ҡунаҡтарға йылмайып ҡараны ла:
– Әйткәнеңдә, бәлки, дөрөҫлөк барҙыр, ағай, бынан һуң шулайтырмын, – тип ризалашты.

Исмәғил ҒИМРАНОВ.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас