

– Ниңә илайһың?
– Иламайса түҙә алмайым, балтамды яңылыш һыуға төшөрөп ебәрҙем, ғаиләмде нисек аҫрармын инде...
Аллаһы Тәғәлә һыуҙан алтын балта алып биргән.
– Был балта һинекеме?
– Юҡ, минеке түгел, – тип яуаплаған утын ҡырҡыусы.
Аллаһы Тәғәлә һыуҙан көмөш балта алған.
– Бәлки, ошоһолор?
– Юҡ, быныһы ла минеке түгел, – тип яуап биргән утын ҡырҡыусы.
Ниһайәт, Аллаһы Тәғәлә йылғанан тимер балта алған.
– Эйе, быныһы минең балта, – тип ҡыуанған утын ҡырҡыусы.
– Һин – намыҫлы кеше, ҡанундарымды үтәйһең, – тигән Аллаһы Тәғәлә. – Бүләк итеп өс балтаны ла үҙеңә ал.
Утын ҡырҡыусы бал да майҙа йәшәй башлаған. Ләкин, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, ҡатыны йылғаға батҡан. Ул тағы ла иларға тотонған. Шунда йәнә Аллаһы Тәғәлә пәйҙә булған.
– Ниңә илайһың?
– Иламайса түҙә алмайым, ҡатыным йылғаға батты.
Аллаһы Тәғәлә һыуҙан Ләйләне тартып сығарған.
– Һинең ҡатының ошомо?
– Эйе, минең ҡатыным! – Утын ҡырҡыусы ныҡ ҡыуанған.
Аллаһы Тәғәлә асыуланған.
– Һин мине алданың, нисек инде улай?
– Беләһеңме, Аллам, бында бәләкәй генә аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡты, – тип яуап биргән утын ҡырҡыусы. – Мин был минең ҡатыным түгел, тип яуап бирһәм, йылғанан Зөһрәне тартып сығарыр инең, мин тағы ла быныһы ла минең ҡатыным түгел, тип яуаплар инем. Шул саҡ минең ҡатынымды тартып сығарыр инең, ә мин быныһы минең хәләл ефетем, тип әйтер инем. Уларҙың өсөһөн дә миңә бирер инең. Ни эшләргә? Тамаҡтарын туйҙыра алмаясаҡмын. Дүртебеҙ ҙә бик бәхетһеҙ булыр инек.
Һабаҡ. Ир-егеттәр алдашҡанда ла, быны бик урынлы һәм дөйөм файҙаға эшләй.
Р. ДАЯНОВ.
Фото: wikids.ru