+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Аҡҡош күле

(Хикәйә) Профсоюз йыйылышында мине мәҙәни эштәр алып барыусы итеп һайлап ҡуйҙы­лар. Йәғни ял көндәрендә ке­­ше­ләр­ҙе театрҙарға, концерт­тар­ға алып ба­рырға тейешмен.

Аҡҡош күле
Аҡҡош күле

Опера һәм балет театрына ҡырҡ билет алдым да рәссамға: «Чайков­ский­ҙың «Аҡҡош күле» балетына культ­походҡа бара­быҙ», – тип иғлан яҙырға ҡуштым.
Иртәгеһен ни күҙҙәрем ме­нән күрәйем: офис алдындағы майҙанда йөҙҙән артыҡ кеше йыйылған. Халыҡ:
– Ҡасан китәбеҙ? – тип һо­рашырға тотондо.
Минең яуап әҙер, ләкин...
Сәриә, пенсияға етеп барыуына ҡарамаҫтан, хас йәштәргә оҡшатып, асфальт майҙанда купальник кейеп ҡояшта ҡыҙы­нып ята.
– Әйҙә, тиҙерәк китәйек, ҡояш байый бит, – ти миңә.
– Күл буйында дискотека буламы? – тип һораны Cәриәнең әхирәте Хәйерниса.
Рәбиғаның ике бәләкәй малайы ҡармаҡтар ташлап асфальтта балыҡ тоторға өйрәнә. Ирҙәр йәшник-йәшник һыра алып, бисәләренән йәшереп, авто­бус­тың багажнигына һал­ған.
Тәлғәт ҡыш буйына фатирынан сыҡмай ятҡан ҡәйнәһен эйәрткән. Оҙаҡ ваҡыт ҡояш күрмәгәс, бахырҡайҙың йөҙө ап-аҡ. Әлбиттә, уға күл буйында ҡояш кәрәк.
Этен, бесәйен ҡосаҡлап килгәндәрҙең һанына сығыр­лыҡ түгел. Һунарсылар мыл­тыҡтарын алған, балыҡсылары оҙон ҡуныслы һаҙ итеге кейгән.
Ни эшләп халыҡ күп йыйылды икән, тип белешергә офисҡа инһәм, күҙҙәрем түбәгә менде. Рәссам иғланды ҡыҫҡартып яҙған: «Аҡҡош күленә культпо­ходҡа барабыҙ».
– Ниңә ярты-йорто ғына? – тип һорағайным:
– Миңә ярты ставка ғына түләйҙәр,– тине лә ҡуйҙы.
Ни эшләргә? Бәләнән нисек ҡотолорға? Майҙанға сығып халыҡҡа дөрөҫөн әйтһәм, улар мине тереләй тотоп ашаясаҡ. Ауыр хәлдә ҡалғанда фантазиям һәр саҡ ярҙамға килде. Был юлы ла ул үҙен аҡланы. Урамға сыҡтым да:
– Әйҙәгеҙ, киттек, – тинем.
Ҡуҙғалдыҡ. Опера һәм балет театры янына килеп туҡтаныҡ.
– Ни эшләп бында туҡтап торабыҙ? Тиҙерәк күл буйына барайыҡ инде, – тип ҡысҡы­рыша башланылар. Шул саҡ мин:
– Иптәштәр,тәбиғәткә сығыр алдынан экология проблемалары буйынса лекция тың­ларға, инструкция алырға тейешбеҙ, – тинем.
– Шулай кәрәк. Юҡһа, тә­биғәтте һаҡлай белмәйбеҙ, киләсәк быуынға нәмә ҡалды­рабыҙ? – тине пенсио­нер­ҙар.
Мине тыңлап барыһы ла автобустан төшә башланы. Ҡала уртаһында пляж кейемендәге кешеләрҙе күреп, урамдан уҙып барыусылар:
– Кемдәр ул? – тип һораны.
– Бразилия урмандарынан килгән ҡырағай кешеләр, – тинем.
Театр бинаһына иң алдан мылтыҡ тотҡандары инде. Улар­ҙы күреп, билет йыртыу­сылар, ҡулдарын күтәреп:
– Үлтермәгеҙ инде! – тип ялбарҙы.
Халыҡ театр залына инеп ултырыу менән ишектәрҙе йо­ҙаҡҡа бикләнем. Ул-был була ҡалыуҙан ҡурҡып, дежурҙа йө­рөгән полиция егеттәрен са­ҡырҙым.
Спектакль бөттө. Халыҡ, шатланышып:
– Ҡара әле, беҙҙең Өфөлә ниндәй матур опера һәм балет театры бар икән дә баһа, – тине. Үҙ ғүмеребеҙҙә беренсе тапҡыр балет ҡараныҡ, рәхмәт һиңә, әйҙә, икенсе тапҡыр «Тауыҡлы күл» балетына алып бар.
– Иптәштәр, һеҙ тәбиғәткә сығабыҙ, тип алданып театрға килдегеҙ, – тинем.
– Был бик матур алданыу булды. Әйҙәгеҙ, бензин етерлек, Дәүләкән районында ҡорой башлаған күл бар, үҙегеҙҙе шунда алып барам.Тәбиғәттең һуңғы матурлыҡтарын күреп ҡалайыҡ, – тине шофер.
Барыһы ла шатланып «ур-ра» ҡысҡырҙы.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: