+24 °С
Облачно

Илла-алла

Яңы замандың шифалы елдә­ре иҫкәс, ауылдың бик әүҙем ҡайһы бер вәкилдәре иман йортон, йәғни мәсетте әжәлгә йә төрмәгә яҡынайған һайын дингә нығыраҡ тартылыусы халыҡҡа ҡайтарыу тураһында һүҙ ҡуйырта башланы.

Илла-аллаИлла-алла
Илла-алла

Бина Совет власы осоронда төрлө социаль-етештереү объекттары булып хеҙмәт итеп, бө­гөнгә тиклем илла-алла, ҡырҡ мулла ярҙамы менән генә һаҡла­нып ҡалғайны. Мәсеттең стенаһы һәм нигеҙе генә ҡулланыуға яраҡлы икәнен иҫәпкә алғанда, бик күп аҡса, һүҙ һәм нервы сарыф итергә кәрәк буласағы Хоҙай йортоноң ҡоймаһыҙ урамында көйшәп ятҡан ҡара һыйырға ла яҡшы аңлашыла ине.
Тәү сиратта, әлбиттә, ҡайҙан мул ғына аҡса табырға тигән мәсьәлә килеп баҫты.
Бағымсы булырҙай байҙар эҙ­ләүгә айҙар түгел, йылдар үтһә үтте, әммә Рәсәй киңлектәренә таралған яҡташтар араһында артыҡ тиндәрен бүлешергә көсө еткәне барыбер табылды. Алыҫ Себер яҡтарындағы бер бизнесмен миллион бирҙе. Ләкин бер үтенесен дә еткерҙе. Буласаҡ мәсеткә байҙың өләсәһенең исеме бирелергә тейеш ине.
Был цирк менән сиркәүҙең айырмаһын яҡшы белгән элекке мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәҙинәнең пландарын боҙҙо. Барлыҡ була­саҡ ойоштороу эштәрен үҙ өҫтөнә алғанлыҡтан, ул тик үҙ өләсә­һенең генә исеме тарихта ҡа­лыуына төплө ышана ине.
Ошо проблеманың тыуыуын ишеткәс, ауыл ҡарттары мәсет­тең элекке үҙ исеме барлығын да иҫкә төшөрҙө. Ләкин уларға әбейҙәренән башҡа бер кемгә лә был хәбәрҙе һөйләмәҫкә кә­ңәш бирелде.
Шулай ҙа сираттағы ауыл йыйынында был теманы яңынан күтәрҙеләр. Мәсьәләгә бер юлы нөктә ҡуйылырға тейеш ине лә, ләкин көтөлмәгән хәл килеп тыу­ҙы. Ҡасандыр төҙөлөш брига­­да­һының мәсет бинаһын һүтеү урынына ай буйына эсеп ятыуына үҙ өлөшөн индергән прораб Йә­мил дә, манараны бысҡан бригаданан берҙән-бер иҫән ҡалған комсомолецты ГУЛАГ-ка оҙатыу­сы ошаҡсы Мәғәфүр ҙә, стена бү­рәнәләренең ҡорттарын даими юҡ итеп тороусы тумыртҡа ла ла­йыҡ булып сыҡты мәсет исеменә.
Сығыш яһаусылар байтаҡ ине. Барыһынан да уҙҙырғаны бер сүллектә дөйә көтөүселәр взводы командиры булып хеҙмәт иткән отставкалағы прапорщик Хөсә­йен булды.
– Кемгә-кемгә, ә миңә дин башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ таныш, – тип башланы ул тел­мәрен. – Ислам диненә нигеҙ һа­лыусы булып ғәрәп каптерщигы Мөхәммәт пәйғәмбәр һанала, – тип кенә иркенләп әйтеп өлгөрҙө. Аҡыл һатыуын халыҡ оҡшатманы, залдан ҡысҡырып, трибунанан ҡыуа башланы. – Ней, ағай-эне, нимә тип әйтәһем килгәйне, – тип докладын ҡыҫҡартырға тура килде Хөсәйенгә. – Ғәрәптәрҙә исем оҙон да индe, беҙ ҙә шулай мәсеткә бер нисә атама бирәйек. Бына, мәҫәлән, Мөхәммәт пәй­ғәм­бәрҙең тулы исеме Абуль-Ҡасим-Мөхәммәт ибн Абдуллах ибн Ғәбдел-Моталлап ибн Хаим… – тип теҙә генә башлағайны, прапорщикты сәхнәнән һөйрәп тө­шөрҙөләр.
Шулай ҙа версия ауыл биләмә­һе башлығына оҡшаны булһа кә­рәк, телефондан әллә мөфтөйгә, әллә Хоҙайҙың үҙенә шылтырата башланы.
– Мәсеттең фамилияһы һәм атаһының исеме лә булырға тейеш, – тип асыш яһаны мәктәп ди­ректоры.
– Спонсор биргән сумма тәҙрә-түшәмгә генә етә, – тип һөйләне ауыл советы бухгалтеры. – Әгәр ҡыҙыҡһындырыу тапһаҡ, тағы ла спонсорҙар йәлеп итергә булыр ине. Мәҫәлән, кем үҙ аҡ­саһына манара ҡуя, шул манараға үҙе­нең әсәһенең исемен ҡуша. Ул ва­ҡытта һәр кем бе­рәй мөйөштө финанслап, үҙ яҡындарының исемдәрен мәң­геләштерә ала­саҡ.
Был тәҡдимгә һаранлығы ме­нән ауылдаштарынан бер башҡа юғарыраҡ торған Әхмәҙулла ҡарт та ҡушылды.
– Мин дә мәсеткә сыйырсыҡ ояһы эшләп ҡуйып, райондың тәүге коммунисы олатайымдың исемен бирәм, – тип белдерҙе.
Барыбер уртаҡ фекергә кил­мәйенсә таралышҡанға хәтһеҙ ваҡыт үтте. Мәсет биләмә­лә­рен­дә арҡыры ағасты буйға борған кеше күренмәһә лә, халыҡ ҡә­нәғәт ине. Сөнки йыйылыш үткә­реү ҙә, тәүге партия аҡса күсеүе лә алға китеш һымаҡ ҡабул ителде, ә был инде объектта эштәр худҡа киткән, тигәнде аңлатҡа­нын үҙегеҙ беләһегеҙ.

Раушан ҒӘЛИМОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас