-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ниндәй көн был?

Бәләкәс Нә­си­мде иртәнән бирле бер һо­рау аптырата. “Өләсәй, һине бик һағындым, яратам!” – тип нисек ышан­ды­­рырлыҡ итеп әйтергә икән?

Ниндәй көн был?
Ниндәй көн был?

“Ҡолонсағым килгән”, – тип ар­ҡаһынан дө­пөл­дәтеп яратыуын, битенән үбеп алыуын да оҡшатмай. Улай тигәс тә ултыра ла, атлай ҙа белмәгән бәләкәй ҡыҙы­ҡай­ға ағай әле ул. Бармаҫ инең, әллә нисә туңдырма алырлыҡ аҡсаны һиңә кем бирһен.
Ә бына ун биш йәшлек Зәли­фә “сенсорлы” телефонлыҡ аҡсаны өләсәһенән нисек һо­рарға белә: өләсәһе йәш са­ғында Зәлифәнең әхирәте Әминәнең олатаһын бик ярат­ҡан, имеш. Имеш кенә лә тү­гелдер: бер ваҡыт олатаһы өләсәһенә ҡысҡырҙы хатта:
– Шул Ғәйфулла урамдан үт­һә, тәҙрәнән күҙеңде алмай­һың. Юҡҡа безерәйәһең, поезд ушел.
Төп яҡта бесәй балаһы менән уйнаған Зәлифәне әллә күрмә­неләр, әллә бәләкәйгә һананы­лар. Бөгөн үк барып өйҙәрен йыйыштырырға, иҙән йыуырға. Сәй эскәс өләсәһенә генә:
– Әминәгә өләсәһе яңы телефон алып биргән. Минең дә телефоным “глючит” итә, – тиер.
– Ярай, алырбыҙ, – тимәҫ өлә­­сәһе шунда уҡ. – Ана апа­йыңдың телефоны беҙҙә ята, шуны ал, өр-яңы бит.
– Апайымдың телефоны “сен­сорлы” түгел, ә Әминәне­ке рекламала күрһәтелгән “сенсорлы” телефон.
– Ҡарарбыҙ, – тиер өләсәһе. Ҡыҙыҡай белә: телефонлыҡ аҡсаны үҙе үк килтереп бирә­сәк, көндәшенең ейәнсәренән кәм йөрөтмәҫ Зәлифәһен.
Ҡатын-ҡыҙ нисә йәштә лә ҡатын-ҡыҙ инде. Минсараның да Фәрзәнә әхирәтенең клубҡа концертҡа ябынып килгән аҡ ебәк суҡлы шәле күҙ алдынан китмәне. Хаҡын һорағыһы кил­һә лә тыйылды: һүҙ араһын­да ғына килене Фәнил улының йәйге туфлийы туҙған тигәйне. Килене Минсараны күптән инде “худтан” сыҡҡан әйберҙәр исемлегенә индереп ҡуйған. Минсара үҙенә 150-200 һум­лыҡ ҡына кейем алһа ла “Һинең йәштә инде” тигәнерәк һүҙ әйтә. Уға китһә, һикһәнде үткән әбейҙәр ҙә ысынъяһау булып кейенеп йөрөй. Ә Мин­сараға 58 генә йәш. Иртәгә генә бул­маһа ла алыр шәлде, алыр...
Яңғыҙы көн иткән Бәхтегә­рәй­ҙең дә үҙ хәсрәте: иртәгә үк иҫәпләшеп ҡуйырға кәрәк. Газды ла, электрҙы ла өҙөп кит­һәләр, ултырырһың һыуыҡ өйҙә дер ҡалтырап, һаңғырау, һуҡыр кеше һымаҡ. Уға, яңғыҙ кешегә, телевизор менән радио – иң тоғро иптәш.
Исеме Бәхтегәрәй булһа ла бәхете булманы шул уның. Төшөрөп алһа:
Әсәкәйем мин тыуғас та
Аҡ биләүгә биләгән.
Аҡ биләүҙәргә биләгән,
Бәхете булһын тимәгән,
тип йырлаған була. Әллә ҡасан гүр эйәһе әсәһенә үпкәләп ултырыу ҙа ирлек түгел инде. Ана бер туған ике апаһының да донъялары – донъя, балалары – бала. Улдарының “моданан сыҡҡан” тип ташлаған кейем­дә­рен биреп тормаһалар, ни ҡиәфәттә йөрөр ине икән? Кейемгә түгел, ашарына саҡ еткерә. Еткерә тип, магазиндан бурысҡа ала инде. Уны ла түләһәң, бер аҙналыҡ аҡса ҡала. Бер-ике шешә сәмәйлек аҡса ҡаламы тиһәң, юҡ, имеш.
Берәүҙәрҙә кейем, аҙыҡ ҡай­ғыһы, ә Мәрзиә әбей баҡый­лыҡҡа күсеү көнөн хәстәрләй, үлемтеген барлай, бик кәрәк­кәс әҙерәк аҡсаһын алып то­тонғайны шул. Үлемтек тура­һында һүҙ сыҡһа, балалары­ның йөҙө боҙола ла китә. Тыуымдан ҡалмаған үлемдән ҡал­маҫ инде. Балаларынан, Хо­ҙайға шөкөр, уңды ул. Һис бер мохтажлыҡ күрһәтмәйҙәр. Әммә һуңғы туйына әйберҙә­рен үҙ ҡулдары менән әҙерләп ҡуйғыһы килә. Гәзит-журналға ла подписканы оҙайтырға кәрәк. Кем әйтмешләй, күҙҙе йәштән аҡҡа терәп өйрәнел­гән.
...Иртәгеһенә сирена ҡыс­ҡыртып, пенсия таратыусы­лар­ҙы тейәп “Почта” машинаһы ауылға килеп инде.

Роза ХӘМЗИНА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: