+33 °С
Ясно

Заман һабантуйы

Ҡарғалар, һайыҫҡандар төрлө яҡтарға таратҡан хәбәрҙе ишетеп, бар урман йәнлектәре, йорт хайуандары киң яланға йыйылды.

Заман һабантуйыЗаман һабантуйы
Заман һабантуйы

– Хөрмәтле иптәштәр, күптән түгел генә ошо ерҙәрҙә ауылдар төҙөп, мал-тыуар үрсетеп, фермалар ойоштороп, йәшелсәләр ултыртып кешеләр йәшәне. Тракторҙар гөрләтеп ер һөрҙө, комбайндар иген урҙы. Хәҙер улар юҡ, – тип һүҙ башланы йәнлектәр хужаһы аҡһаҡал Айыу, күҙ йәшен һөртөп.
– Улар сит планетаға осоп киттеме? –тип һораны донъяға яңы тыуған болан балаһы.
– Юҡ, реформалар эшләгән­дән һуң, ауылдарын ҡалдырып, ҡалаларға, Себер яҡтарына тайҙылар, – тип яуап бирҙе Айыуҙың урынбаҫары Ҡаҙ Себеше.
– Иптәш Бүреләр, ауыл халҡы ташлап киткән пенсионер һыйырҙар, аттар, сусҡалар, кәзә-һарыҡтар бар. Уларға теймәгеҙ, – тип бойорҙо Айыу.
– Йәшәһендәр әйҙә, – тине оло Бүре.
– Кешеләр барҙа был ялан­дарҙы шаулатып һабантуй уҙ­ғарҙылар. Хөрмәтле хайуандар, кешеләр кеүек булмайыҡ. Тыуған ерҙәребеҙҙе ташла­майыҡ. Йәшәүҙе, тормошто да­у­ам иттереп, һабантуй ойошторайыҡ. Беҙҙең байрамды ишетеп, бәлки, кешеләр тыу­ған ерҙәренә әйләнеп ҡай­тыр,– тип әйтеүе булды Айыу, малҡайҙар “Ура” ҡысҡырып һабантуйҙы башлап та ебәрҙе.
Көрәште үгеҙҙәр асты. Оло Үгеҙ барыһын да еңеп, һабан­туй батыры бүләген алырға уйлағанда әле генә әрменән ҡайтҡан йәш Ҡуян Үгеҙ алдына килеп баҫты ла уның биленән уратып, ике ҡулы менән үҙенә табан көслө итеп тартты. Кө­рәш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы.Үгеҙ хәйләгә барып Ҡуянға аяҡ та салып ҡараны. Ләкин Ҡуян унан да хәйләкәрерәк булып сыҡты. Үгеҙҙең аяҡ араһына ин­де лә, көндәшен күтәреп алып ергә бәрҙе. Үгеҙ “ах” итеп ҡалды, артабан көрәшеү­ҙән ҡурҡты. Ҡуяндан еңелгәс, әбейе Һыйырбикә янына барып ултырҙы, ғәрлегенән үке­реп илап ебәрҙе.
Бейеклеккә һикереүҙә беренселекте Йондоҙ исемле һыйыр алды. Ул бик ауыр кәүҙәле булғас, юғарыға һикерер алды­нан бер тауыҡ себеше ҡойро­ғонан өҫкә тартты, ә икенсеһе артынан этеп ебәрҙе. Уға бүләк итеп бер һәнәк бесән бирҙеләр.
Оҙон бағана башына бер миллион аҡса элделәр. Уны ябай мал-тыуарҙың береһе лә менеп ала алманы. Ә ғүмере буйы чиновник булып эшләгән Төл­көбай “һә” тигәнсе менеп етте. Аҡсаларҙы эләктергәс, бағана­нан төшөп, сит илгә ҡасып киткәнен күрмәй ҙә ҡалдылар.
Биш саҡрымға йүгереү юлы финишына ун киҫәк һөйәк ҡуйҙылар. Эттәр һөйәктәрҙе күреп, түҙемһеҙләнеп, ер тырнап өрә-өрә стартҡа баҫты. Судья: “Бер, ике, марш!” – тип команда биреүе булды, улар алға сапты. Ләкин финишҡа етеп һөйәктәрҙе эләктерә алманылар. Сөнки соҡорҙар бик күп, бик тәрән булыу арҡа­һында тәпәйҙәрен ҡаймыҡтыр­ҙылар.
Һабантуй яланы уртаһына ҡуйылған сәхнәгә Һандуғас сығып, “Ҡайтығыҙ, торналар” тип йырлап ебәреүе булды, тыуған яҡтарын һағынып ҡайтҡан кешеләр, балаларын етәкләп, сәхнә ҡаршыһына йыйыла башланы. Һандуғас йырлап бөткәс, Ҡаҙҙар теҙелешеп “Ете ҡыҙ” бейеүен башҡарҙы. Ә инде ике күркә ҡурайҙа, гармунда “Һағындыра тыуған яҡ” көйөн уйнағайны, кешеләрҙең күҙенән бөрсөк-бөрсөк йәштәр тамырға тотондо. Ҡайһылары ятып ерҙе үпте, ауылдарын ташлап киткәнгә үкенде.
Сәхнәлә – Ҡолон, Тай. Һау­лашып ҡосаҡлаштылар. Бына бер саҡ йәштәр янына күптән инде пенсиялағы ҡартайған өйөр Айғыры сыҡты. Улар – барыһы ла ағалы-ҡустылы бер туған. Айғырҙың калушын систерҙеләр. Һәлмәк кенә көй бар һабантуйҙы яңғыратты. Улар дәртләнеп “Өс туған” бейеүен башҡарҙы.
Һыйырҙар элекке хужаларын йылы һөт, ҡаймаҡ, ҡа­тыҡ ме­нән һыйла­ны. Тауыҡтар, йо­мортҡаларын бик осһоҙ хаҡҡа һатып, халыҡты шатландарҙы.
Тәмле лә, йылы ла һөт эскән, ҡаймаҡ ашаған балалар:
– Атай, әсәй, ҡайтығыҙ ауылға, бында бөтә аҙыҡ бик тәмле икән, беҙ уларҙы ашап ҙур булып үҫербеҙ, – тине.
Бысҡы онтағы тултырылған тоҡ менән бәрешергә бүрәнәгә ата Бесәй менеп ултырҙы. Уға ауылында элек агроном булып эшләгән, хәҙер ҡалала дворник булып йөрөгән Хәсәнғәли сыҡты. Әҙ-мәҙ генә эш хаҡы алған Хәсәнғәлиҙең тиреһе кибеп ҡатҡан, элекке бүрәнә йыуанлыҡ ҡулдары һепертке сыбығы кеүек кенә булып ҡалған. Бесәй уны йәлләп тоғо менән ныҡ һуҡманы. Ә юрамал тегеләй-былай һелтәнде лә, унан еңелгән булып ергә ҡолап төштө. Әҙ булһа ла тамағы туйһын тип, Хәсән­ғәлигә бүләк итеп бер буханка икмәк бирҙеләр.
Офоҡта осоп килгән Торналар, Ҡыр Ҡаҙҙары күренде. Улар һабантуй яланы тәңгә­ленә килеп еткәс тә, өҫтәрендә ултырған терпеләр, әрмәнде­ләр, баҡалар парашют менән ергә һикерҙе. Был сығыш һа­бантуйға матурлыҡ өҫтәне.
Сират аттарға килеп етте. Ләкин улар, беҙҙе эйәрләп өҫтөбөҙгә кешеләр менеп ул­тырһа ғына ярышабыҙ, тип белдерҙе.
– Хөрмәтле аттар, үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡала ерендә әллә ниндәй шикле ҡушымталар менән бешерелгән аҙыҡ аша­ған халыҡтың һеҙгә атланыр хәле юҡ . Уларҙы әүәлге хәленә килтерер өсөн йыл буйына үҙебеҙҙең сифатлы аҙыҡты ашатыр кәрәк, – тип Айыу хәлде аңлатҡас, аттарға һы­йырҙар менеп ултырҙы.
Һабантуй кискә тиклем да­уам итте. Иң һуңынан салюттар атып, киләсәктә лә күңелле итеп йәшәргә, кешеләргә өлгө күрһәтеп тормошто дауам итер­гә ҡарар ҡабул иттеләр.

Юнир САЛАУАТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас