-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Тиҙҙән үләсәкһең...

Ир менән ҡатын табипҡа килә. Ирҙе ҡарағандан һуң, табип уға сығып торорға ҡуша ла ҡатынға әйтә:– Ни тип әйтергә икән?..

Тиҙҙән үләсәкһең...
Тиҙҙән үләсәкһең...

Ирегеҙ ҡаты ауырый, бөгөн-иртәгә үлергә тора. Уны һеҙ генә ҡотҡара ала­һығыҙ… Бының өсөн һеҙгә уға көн дә нимә теләй, шуны бешереп ашатырға, йылы ванна әҙерләргә, массаж яһарға, күңе­лен күтәреү өсөн матур кейенеп йөрөргә, кис­тәрен уның менән яратҡан тапшырыу­ҙарын ҡарарға йәки йоҡлар алдынан урамда йөрөп килергә, уны борсомаҫҡа һәм йәне­нә теймәҫкә, һис һүҙ­һеҙ бар теләктәрен дә үтәргә кәрәк! Шул саҡ­та ғына ирегеҙ оҙаҡ йәшәйәсәк.
Өйгә ҡайтып бар­ғанда ир ҡатынынан һорай:
– Сәмиға, ниңә өн­дәшмәйһең? Табип ни тине?
Ҡатын, һөмһөрө ҡо­йолоп:
– Кәли, һин тиҙҙән үләсәкһең…

С. НӘФИҒУЛЛИН.

Ипподром

Ипподром. Һыбайлы бәй­ге башланыр алдынан атты һыпыра. Һөйләнә-һөйләнә кеҫәһенән кәнфит сығарып, уға ҡаптыра. Тегеһе башын сайҡап, рәхмәтен белдерә.
Көтмәгәндә ҡайҙандыр инспектор килеп сыға.
– Мин был атты бәйгенән алам.
– Ни өсөн?
– Борғоланма, барыһын да күрҙем.
– Ә-ә, уға допинг бирҙе, тип уйлайһығыҙмы әллә мине? Юҡ, Һис юҡ! Кәнфит кенә ул. Бына үҙегеҙ ҡара­ғыҙ…
Һыбайлы кеҫәһенән кән­фит сығара ла ауыҙына оҙа­та, икенсеһен инспекторға һуҙа.
– Алығыҙ. Тәмләп ҡара­ғыҙ, шунан ышанырһығыҙ.
Инспектор кәнфитте ала. Һурғас, ауыҙы йырыла:
– Эйе. Ысынлап та. Мин, ысынлап та, хаҡлы түгелмен икән. Хатта уңайһыҙ…
Ғәфү үтенеп, инспектор китә. Һыбайлы атҡа өндә­шә:
– Һин борсолма… Беренсе булып киләсәкһең. Хәҙер һине минең менән инспектор ғына ҡыуып етә аласаҡ.

Р. ҒӘЛИНУРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: