

Ир:
– Тағы ла бер пакет бирегеҙ, йә йыртылыр, – тине.
– Йыртылмай, улар ныҡлы! – тип ҡаршы төштө һатыусы.
Ир пакетты ҡулына алыуы булды, ул йыртылып китте лә ҡанаттар асфальтҡа һибелде. Ир аҡса түләүҙән баш тартты. Уның фекеренсә, пакет һатыусының ҡарунлығы һәм ялҡаулығы арҡаһында бөтә ғәм алдында яраҡһыҙға әйләнгән. Һатыусы ҡатын иһә киреһен һөйләй. Бәхәскә сираттағылар ҙа ҡушылды, ике лагерға бүленеп ҡысҡырышырға тотондолар: “Һатыусы хаҡлы!”, “Ир юҡҡа бәйләнә!”
Шул ваҡыт әллә ҡайҙан эт килеп сыҡты ла әкрен генә атлап асфальттағы ҡанаттарға яҡынлашты. Күренеп тора, иҫәбе нисек тә күберәк табыш эләктерергә лә ҡасырға! Ләкин… ул ҡанаттарҙы еҫкәгәс, бер килке тирә-яғына ҡаранып алды ла үҙ юлы менән китеп барҙы.
Эттең бындай тәртибенә ғәжәпләнгән ир ҡанаттарҙың береһен алып еҫкәп ҡараны, шунан быны эшләүҙе башҡаларҙан да талап итте. Ниндәй еҫ икәнен аңлағанһығыҙҙыр инде. Сиратта тороусыларҙың бер тауыштан ҡабул ителгән ҡарарынан һуң һатыусы палаткаһынан сығып ҡанаттарҙы йыйып алды, был хәлде өндәшмәй генә күҙәтеп тороусы ике ҡатындан тауарҙы ҡабул итеп алғас, аҡсаларын кире ҡайтарҙы.
Шунан эт – кешенең дуҫы, тигәндәренә ышанмай ҡара!
И. ХӘМӘТНУРОВА.