– Кәкүк, кәкүк! Минең ғүмерем нисә йыл? – тип кем уҙарҙан ҡысҡырышырға кереште. Йәй уртаһы етеп килгәндә саҡырған кәкүк ҡыҙсыҡтарға ғүмерҙе күп «өләшмәне», шуның өсөн ҡыҙҙарҙың күбеһенең кәйефе ҡырылды. Бигерәк тә, Ямалетдиндың күршеһе, биш кенә йәшлек һеңлекәше Мәрхәбә илар сиккә етте, сөнки кәкүк ике генә күкелдәне лә ҡапыл туҡтаны ла ҡуйҙы. Хәйрулла ағаһы ла, өлкәнерәк ҡыҙҙар ҙа уны бер нисек тә тынысландыра алманы. Хәйрулла Ямалетдинға үпкәләй:
– Әйттем бит мин һиңә шул илаҡты эйәртмәйек, тип, бына йыуат инде хәҙер.
– Ярай, Хәйрүш, тыныслан, бер ҙә илаҡ түгел ул. Хәҙер шат йылмайып йөрөр, күрерһең.
– Мәрхәбә, оноттоңмо әллә, май аҙағында ғына Мәндем туғайына муйыл сәскәһе йыйырға барғанда, һиңә кәкүк йөҙ йылдан да ашыуыраҡ ғүмер юрағайны бит, – тине Ямалетдин.
– Онотманым да ул…
– Ул саҡта яҙ аҙағы булғас, кәкүктәр бер туҡтауһыҙ туғайҙың йә был башында, йә теге башында берәмләп тә, ҡушылып та, хатта күмәкләшеп тә саҡыралар ине бит. Бына шулай өҙлөкһөҙ күкелдәй торғас, уларҙың башы әйләнә башлай, иҫәп юғалтып, күпме ҡысҡырғанын да оноталар. Ә еләк бешкән осорҙа күп ҡысҡырыуҙан тамам талсығып, улар тотлоға, һаҡаулана, телдәре бәйләнә, тамаҡтары ҡарлыға башлай. Шуға кәкүктең иртә һәм һуң саҡырғанына ышанырға ярамай, – ти Ямалетдин.
– Аңланым да ул, тик мин кәкүктең күберәк саҡырғанын ишеткем килә, – ти Мәрхәбә.
– Ә һин кәкүктән, күкелдәй башлағас та түгел, ә бер ун ҡабат ҡысҡырғас ҡына һора. Шулай булһа, кәкүк тиҙ генә туҡталып ҡалмаҫ.
Балалар еләк йыйыуҙы дауам итте. Ямалетдин Хәйрулланы ситкә саҡырып:
– Хәйрүш, мин һиҙҙермәй генә ағас башынан кәкүк булып ҡысҡырырмын. Ун ҡабат ҡысҡырғас, һин Мәрхәбәгә әйт, ғүмерең нисә йыл икәнен һораш, тип. Үҙең былай тип һамаҡла: «Cаҡыр туҡһан мәртәбә, борсолмаһын юҡҡа Мәрхәбә!».
...Ямалетдин бер аҙҙан, еләк тулы биҙрәһен тотоп, балалар янына килде. Ә Мәрхәбә был ваҡытта бик шат ине. Ул «кәкүк» малайға:
– Ямалетдин ағай, миңә әле генә кәкүк күп итеп күкелдәне, һин дөрөҫ әйткәнһең, мин кәкүк саҡыра башлағас та түгел, ә ун ҡабат ҡысҡырғас ҡына һораным, – тип йылмайҙы.
Ҡыҙыҡай өйгә ҡайтҡас та:
– Әсәй, еләктә ҡыҙыҡ булды, кәкүк миңә күп итеп күкелдәне. Мин элек белмәгәнмен, иртә саҡырған кәкүктең башы әйләнә, ә һуң саҡырғанының теле бәйләнә. Шуға ла уларға ныҡ ышанырға ярамай, – тип тәтелдәне.
– Быны һиңә кем әйтте?
– Ямалый ағайым.
– Ямалетдин ағайым, тиң, ағас тел.
– Эйе, Ямалетдин ағайым шул…
Ошо балаларҙың, дөрөҫөрәге, Ямалетдиндың һүҙҙәре әле булһа беҙҙең яҡтарҙа лаҡап булып йөрөй. Был лаҡапта: «Эште башҡарыр булһаң, һөйләнеп йөрөмә һәм уны теүәлләргә һуңға ла ҡалма, үҙ ваҡытында тамамлап ҡуй!» – тигән тәрән мәғәнә ята.
Таһир ЛАТИПОВ.