– Рәхим итегеҙ, – тине өлкән йәштәге шәфҡәт туташы һәм йылмайып больничныйҙы алды.
– Рәхмәт. Һеҙ шундай яғымлы, иғтибарлы...
– Һеҙҙең өсөн тырышабыҙ. Кәйефегеҙ һәйбәт булһын, тибеҙ. Кәйефе булған кешене ауырыу бик ала һалып бармай. Унан ауырыуҙарҙың һауығыуын күреү үҙе бер шатлыҡ бит – медсестра йылмайып больничныйҙы ауырыуға кире һондо.
– Ғәфү итегеҙ, бына бында штамп ҡуйырға оноттоғоҙ, шикелле.
– Шулаймы?.. Былай әйтмәһәгеҙ ҙә беләм, – медсестра больничныйҙы кире алды һәм... туҡталып ҡалды.
– Бына шунда – күрәһегеҙме: штамп өсөн, тигән яҙыу тора.
– Нисек күрәйем – бөтә яҡтылыҡты ҡапланығыҙ. Сығығыҙ, нәмә бында уҡ килеп индегеҙ?
– Һуң, мин һеҙгә штамп һуға торған урынды күрһәттем.
– Шул ҡәҙәр грамотныйһығыҙмы?
– Түгел. Тик һеҙ бит белмәй инегеҙ... штамп һуғырға кәрәк икәнен.
– Ундай белемең булғас, мә, ултырығыҙ минең урынға!
– Миңә һеҙҙең урын даром кәрәкмәй. Кеше һауыҡтырыу урынына ҡағыҙ яҙыуҙан бушамайһығыҙ. Тегендә врачы дауалау урынына ҡағыҙ яҙып тик ултырҙы...
– Ҡара әле, беҙҙе тәнҡитләгән була! Ә үҙегеҙ һаулығығыҙҙы һаҡлау урынына берәй ҡыл ҡыбырлаттығыҙмы? Исмаһам, иртәнсәк тороп берәй физкультура эшләнегеҙме?
– Ә ниңә мин физкультура эшләргә тейеш? Ун икелә ятам, алты ла торам! Биштән тороп физкультура эшләйемме?
– Бына шул-шул! Һылтау табырға шәпһегеҙ! Шул арҡала сырхауһығыҙ!.. Ана, сит ил мужиктары ниндәй бәһлеүәндәр: емереп эшен дә эшләйҙәр, ашын да ашайҙар! Ә һеҙ, тьфү! – форточканан ел өргән һайын "ауырыйым" тип беҙгә йүгерәһегеҙ!
– Сит илдә, между прочим, һәйбәт дауалайҙар! Уларҙа профилактика тигән нәмә бар! Уларға кеше ауырымаған өсөн аҡса түләйҙәр, ә һеҙ беҙҙе ауырытҡан өсөн аҡса алаһығыҙ!.. Әйтегеҙ әле, ҡасан профилактика үткәрҙегеҙ?
– Ә һин аҡса бирҙеңме?.. Профилактикаға! Бир, беҙҙә үткәрәбеҙ!
– Ә ниңә мин бирергә тейеш? Медицинская страховка тип күпме аҡса алаһығыҙ? Ай һайын түләйбеҙ – ҡайҙа итәһегеҙ ул аҡсаны?!
– Швейцарияға банкка һалдыҡ! "Джип" алдыҡ! Ана. Тышта минең "Тойота" ултыра!.. Кил – һин дә байырһың! Беҙҙең һымаҡ, йыртыҡ халат кейеп!
– Кәрәгегеҙ бар ине! Кеше ыҙалатҡыстар! Бар белгәнегеҙ – ОРЗ! Килгән һайын "моча сдавать ит, кал сдавать ит. Флюрография кәрәк"! Тфү!..
– Моча, калһыҙ, анализһыҙ кеше дауалап буламы? Грамотей!
– Күренеп тора һеҙҙең грамота – поликлиникаға инеү менән ауырып китәһең. Сиратта күпме нервы туҙа?!
– Атаҡ! Һеҙҙе беҙ ауырытҡан булып сығабыҙмы?
– Һеҙ! Һеҙҙең арҡала ауырыйбыҙ! Һеҙ булмаһағыҙ ауырымаҫ инек!
– Ауырымағас ниңә килдегеҙ?
– Килдем... бүтән килмәйем!
– Килмәгеҙ, кәрәгегеҙ бар ине!
– Һеҙҙең дә кәрәгегеҙ юҡ!..
***
Улар шулай айырылышты. Был күңелһеҙ ваҡиға икеһенең дә күңелендә онотола башлағайны. Әммә, бер айҙан грипп эпидемияһы башланғас, беҙҙең геройҙар яңынан осрашты.
Улар бер-береһенең күҙҙәренә ҡарамаҫҡа тырышты: уңайһыҙ ине икеһенә лә.
Бына шулай, дуҫтар, ҡайһы саҡ туҙынып та алабыҙ,
Әммә, врачтар – беҙһеҙ, ә беҙ врачтарһыҙ йәшәй алмайбыҙ. Кендегебеҙҙе бәйләүҙән башлана был дуҫлыҡ...
Сөләймән ЛАТИПОВ.