Судья:
– Һеҙ ни өсөн машина урланығыҙ?
Ғәйепләнеүсе:
– Миңә тиҙ арала эшкә барып етергә кәрәк ине.
Судья:
– Ниңә автобусҡа ултырманығыҙ һуң?
Ғәйепләнеүсе:
– Автобус йөрөтөргә таныҡлығым юҡ.
***
Дәүләт Думаһы “Балыҡ тотоу тураһында”ғы законға төҙәтеүҙәр әҙерләй: селәүсендәр табыу хаҡындағы бүлек индерелә. Уларҙы ер өҫтөнән генә йыйыу рөхсәт ителә, сөнки был ер аҫтын законһыҙ эшкәртеү һәм файҙалы ҡаҙылмаларҙы лицензияһыҙ табыу тигән енәйәт статьяһына эләгә.
***
Рәсәй – йәштәр һәм сәләмәт кешеләр өсөн иң яҡшы ил! Ә бына ауырыу, ҡартайыу һәм унда үлеү ҡиммәт һәм ҡурҡыныс...
***
Ҡәһәр һуҡҡыры супермаркеттар, башта улар һине «нимә теләйһең, шуны ал» тип саҡыра, ә аҙаҡ бының өсөн кассала аҡса таптыралар.
***
– Һеҙ – ҙур агрохолдинг директоры. Беҙ әле генә һеҙҙең магазинда булдыҡ. Әйтегеҙ әле, сер нимәлә? Колбасаның береһе 300 һум тора, ә икенсеһе – 900. Нимә ҡушаһығыҙ?
– Төрлөсә килеп сыға. Этикеткаға “премиум” да, “алтын серия” ла өҫтәргә була.
***
Ҡайһы бер стоматологтар пациенттарҙың 32 түгел, ә 100 теше бар тип уйлай.
***
– Ленин ни өсөн Разливта ҡыуышҡа күскән?
– Бик еңел аңлатыла был. Тәбиғәт, һыра, ҡоштар сутылдай. Урамда ямғыр ҡоя, ә ул ҡыуышта ята, скайп буйынса ҡатыны менән һөйләшә, класташтарҙа братандарына яҙа. Ожмах!
***
Бер ғәйепһеҙ миллиондарса кеше совет пионер лагерҙары аша үткән.
***
Рәсәй мәктәп уҡыусылары, ете алтын миҙал яулап, химия буйынса халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында еңеп сыҡҡан. Уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырғандар, АҠШ һәм Европа союзы илдәренең буласаҡ граждандарын ысын күңелдән ҡотлағандар.
***
Аҡса кешене үҙгәртмәй. Аҡса кешегә үҙе булып ҡалырға мөмкинлек бирә.