-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Асыҡҡас...

Иртән һуң ғына тороп ултыр­ҙым, эстә бүреләр олой, ашарға бер телем ҡатҡан икмәк түгел, хатта бешерергә сәй ҙә ҡалма­ған. Етмәһә, юбилей – егерме йәш!

Асыҡҡас...
Асыҡҡас...

Мин йәшәгән ятаҡтың ҡа­тында өс кенә студент ҡалған, башҡалар ялға таралышҡан. Күрәләтә асҡа ятып үлеп булмай бит инде, кухняға киттем. Инһәм, кәстрүлдә тауыҡ ҡай­най! Ас кешенең асыуы яман, үҙемде йәлләп күҙҙәремә йәш тығылды, тауыҡ хужаһына асыуым артҡандан-артты. Алан-йолан ҡарандым, бер кем дә күренмәй. Күп уйлап торманым, тауыҡты майка аҫтына тыҡтым да (нисек тәнемде бешермә­гәндер, әле булһа аптырайым) оҙон коридор буйлап елдерҙем. Ишекте бикләнем дә тауыҡты һыпыртып ҡуйҙым. Ни өсөндөр шкаф артында. Тамаҡ туйыуын туйҙы ла ул, ә бына һөйәктәрҙе ҡайҙа ҡуйырға? Сығарып таш­ларға ярамай, күреп ҡалыуҙары бар. Яйын таптым – карауат аҫтына йәшерҙем. Тынысланырмын, тип уйлағайным, ҡай­ҙа ул! Үҙемдән дә, кейемемдән дә еҫ килгәндәй. Форточканы асыу ҙа ярҙам итмәне. Бүлмәгә меңәрләгән бешкән тауыҡ еҫе һеңгән кеүек.
Ни эшләргә белмәй аптырап торғанда, ишек ҡаҡтылар. Йә­нем табаныма төшөп китте. Ит еҫе коридорға ла таралғандыр, мин тығынған тауыҡтың хужаһы юллап килгәндер, тигән уй менән килешеп, теләһәм, те­ләмәһәм дә ишекте астым. Унда ғәйепле төҫтә аҡса булмау арҡаһында ҡайта алмай ҡалған өс егеттең береһе тора. Ул ауыҙын асты:
– Беләһеңме, Лю­циә, мин, йәғни беҙ аҡса йыйып, тауыҡ алдыҡ. Бешереп һи­не һый­ламаҡсы бул­ғай­ныҡ, бөгөн тыу­ған көнөң бит. Һин беҙ­ҙе хәтерләмәй икән, тип уйлай күр­мә. Хәте­ре­беҙ­ҙә. Мин әйткәнгә һин ышанмаҫһың, бәлки, ләкин ул шулай. Та­уыҡты ур­лаға­н­дар...

Л. ХАМИСОВА.

Фото:  ВКонтакте

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас