-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Артист эт

Юнир САЛАУАТОВ Үткән быуаттың туҡһа­нынсы йылдары. Илебеҙҙә киң ҡолас менән эскелеккә ҡаршы көрәш йәйелдерелде. Был эш­тән беҙ ҙә, артистар ҙа, ситтә ҡал­ма­ныҡ.

Артист эт
Артист эт

Башҡортостандың халыҡ артистары Лилиә менән Хә­лит Фәтиховтар улдары Ай­нурға көсөк алып бирҙе. Улар уны үҙҙәре менән гастролгә алып йөрөттө. Эт әҙерҙе генә ашаманы. Хәлит баян уйна­ғанда ҡу­шылып йырларға өйрәнде. Бик ҡыҙыҡлы номер булып сыҡты был. Тамашасы йырсы­ларҙы түгел, ә эттең сығышын яратты, устары ҡабарғансы ҡул сапты. Эт­тең йырлауы үҙенсә­лекле сы­ғыш булһа ла, унда социаль мәғәнә юҡ ине.
Һәр номерға сәйәси, фәлсә­фәүи, психологик һәм башҡа мәғәнә һала белһәң, уның баһаһы тағы ла күтәрелә төшә. Был тәңгәлдә мин, конферансье булараҡ, эттең йырлауын эскелеккә ҡаршы кө­рәштә файҙаланырға бул­дым.
Бөжәктәр ҙә, бар хайуандар ҙа кәрәсин, бензин, спирт еҫен яратмай. Бер саҡ көмөшкә еҫе аңҡып торған шешәне эттең мороно янына ҡуй­ғайным, ул лауылдап өрөп тә ебәрҙе. Быны Фәтиховтар концерттарҙа күрһәтә башланы. Халыҡ көлә-көлә ҡул саба.
– Хөрмәтле тамашасылар, тәнәфестән һуң эттең тағы ла бер номерын күрһәтәсәкбеҙ. Беҙ уны урамда эшләйбеҙ. Ҡайһы йортта көмөшкә ҡыуа­лар, эт шуның янында өрәсәк, – тип иғлан иттем. Әлбиттә, был минең сират­тағы шаяртыуым ғына ине. Этте урам буйлап өрҙөрөп йөрөтөү уйыбыҙҙа ла юҡ. Хәҙер ундай шаяртыу­ҙы урыҫ телендә “прикол” ти­ҙәр. Был шунда уҡ үҙенең һөҙөмтәһен бирҙе.
Тәнәфестән һуң ярты халыҡ залға инмәне лә ҡуйҙы бит. Клуб мөдиренә мөрәжәғәт иттек:
– Ни өсөн?
– Эт көмөшкә ҡыуған йорт алдында өрәсәк, тинегеҙ бит. Күптәр көмөшкәләрен тү­гергә, аппараттарын йәше­рергә ҡай­тып китте, – тине ул.
Иртәгәһенә ауылда көтөл­мә­гән хәлгә юлыҡтыҡ. Беҙҙе ауыл советына саҡырҙылар.
– Иптәш Фәтиховтар, эте­ге­ҙҙең йырлауы, көмөшкә еҫен тойоп өрөүе бик шәп, ләкин һеҙ икенсеһен ауылдарҙа күр­һәтмәгеҙ. Көмөшкә эҙләү – һеҙҙеке түгел, ә беҙҙең эш. Уны һеҙ башҡарһағыҙ, беҙ эшһеҙ ҡалабыҙ. Отчет би­рергә беҙ ҙә эш күрһәтергә тейеш­беҙ, – тине ауыл советы рәйе­се. Беҙ уны аңланыҡ.
Урамда биш-алты ир-ат, егермеләп әбей көтөп тора ине.
– Баш төҙәтә алмай инте­гәбеҙ, махмурҙан үләбеҙ бит инде, – тине ирҙәр, уҫал итеп ҡарап.
– Иптәш әртистәр, беҙ көмөшкә ҡыуып, ирҙәрҙән утын, бесән алдырабыҙ. Хәҙер ул эштәрҙе кем эшләр? Баш­ҡаса этегеҙҙе өрҙөрмәгеҙ инде, – тип үтенде әбейҙәр.
Халыҡ һорауы буйынса был “прикол”ды башҡаса иғлан итмәнем.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: