Колхоздыҡылар эштә. Өләсәйемдең хәленә инеп, ат биргәндәр. Юл бер нисә ауыл аша үткән.
«Шәп ат тура килде, туҡтауһыҙ юрта, тиҙ барып етәм», – тип ҡыуанған өләсәйем. Тәүге ауылға етәләр. Шунда ат юртыуҙан туҡтай ҙа атлауға күсә. Беренсе өй янына бара ла туҡтай. Өләсәйем аптырауға ҡала: атты унда борманым да баһа. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ат юлды аша сығып икенсе йорттоң ҡапҡаһына төртөлә. Өләсәйем асыуланып та ҡарай, әммә ат иғтибар ҙа итмәй. Ҡапҡанан-ҡапҡаға йөрөүен белә. Был хәл ауылды сыҡҡансы бара.
Ауылды сығыу менән, ат өләсәйем ҡушмаһа ла юртырға тотона. Ләкин икенсе ауылға барып еткәс, шул уҡ хәл ҡабатлана: ат ҡапҡанан-ҡапҡаға йөрөй. Һәр ауылда ла шулай.
Ҡайтҡас, өләсәйем аттың сәйер ҡылығы тураһында һөйләй. Бар ауыл йығылып ятып көлә: ат почтальондыҡы булып сыға.
Р. МУЛЛАБАЕВ.