+24 °С
Облачно

Тылсымлы балдаҡ

Бер ярлы егет булған, ти, бик борон заман. Әҙәмсә көн итер әмәл ҡалмағас тамам:– Әсәй, – тигән, – күпме мөмкин бөлөп йәшәргә?!Бәхет эҙләп, сыҡмаҡ булдым алыҫ сәфәргә...

Тылсымлы балдаҡТылсымлы балдаҡ
Тылсымлы балдаҡ

Етенсе көн килеп еткән таулы ҡалаға,
Әҙәми зат мыжғып торған шаулы ҡалаға.
Күрә: бер әбей иңенә көйәнтә һалып,
Һыу тулы ике күнәкте ҡайтмаҡсы алып.
Өйө иһә тау башында икән ҡарсыҡтың.
Әйткән егет: – Эй, әбекәй, әллә ялсыҡтың?
Өҙлөгөрһөң йөк күтәреп сибек көйөңә,
Бир, һыуыңды үҙем илтеп ҡуям өйөңә...
Өйгә еткәс, әбей әйткән: – Изгелек ҡылдың,
Мин дә һиңә бер яҡшылыҡ эшләмәк булдым.
Ал бына был балдаҡты һин, кейҙер бармаҡҡа,
Унан ҡиммәт бер әйбер юҡ, тиҙәр бар яҡта.
Уны һуҡ бармағың менән һыйпап ал ғына,
Һин теләгән бөтә нәмә килер алдыңа.
Эт менән бесәйемде лә һиңә бирәмен,
Ауыр саҡта булыр улар ныҡлы терәгең.
Рәхмәт әйтеп, юлын егет дауам иткән, ти,
Нур сәсеп торған һарайға барып еткән, ти.
Тәҙрәнән бик һылыу бер ҡыҙ тора, ти, ҡарап,
Йылмая, ти, үҙе, алтын сәстәрен тарап.
Уны күргәс, егет һушын юғалта яҙған,
Ярай теге балдаҡ иҫкә төшкән бер аҙҙан.
Һыйпаған да егет уны һуҡ бармаҡ менән,
Үтенесен әйтеп биргән: – Теләк шул минән:
Ҡаршылағынан да күркәм һарай ҡуй һалып,
Һуштан яҙһын барса халыҡ, уға таң ҡалып!
Өлгөрә алмаған егет йыйып иҫен дә,
Пәйҙә булған ғәләмәт ҙур һарай эсендә!
Егет түҙемһеҙлек менән тәҙрәнән баҡҡан,
Теге һылыу йылмая, ти, тап ҡаршы яҡтан.
Тап килгән, ти, тойғо, хистәр, уртаҡ, ти, уйҙар,
Оҙаҡламай шаулап-гөрләп уҙған, ти, туйҙар.
Баҡһаң, ҡыҙ егет һарайын күпһенә, имеш.
Тәүге кистә үк егеттән төпсөнә, имеш:
– Нисек шулай һарай бик тиҙ ҡалҡты? – тигән, –
Нисек шаҡ ҡатыра алдың халыҡты? – тигән.
Яратҡан, яҡын кешеңде буламы алдап?
– Ярҙам итте, – тигән егет,
– тылсымлы балдаҡ.
Һуҡ бармаҡ менән һыйпаһаң, һай, хикмәт бит, әй,
Ул һинең теләһә ниндәй теләкте үтәй...
Был урында ҡуйыу мотлаҡ бер серҙе асып:
Ул ҡыҙ, баҡһаң, ысынында – сихырсы ҡарсыҡ.
Ҡыҙ ҡиәфәтенә инеп, әүрәтеп, арбап,
Бай кейәүҙәрҙең мөлкәтен ала, ти, ҡармап.
Әле лә яуыз йән хәйлә булған, ти, ҡормаҡ:
Төндә, һиҙҙермәй, балдаҡты ҡасҡан, ти, урлап.
Әйткән балдаҡҡа: – Хәжәтем бер генә фәҡәт:
Егет һарайын ҡаяға күсер һин йәһәт!
Унда менеп тә, төшөп тә булмаҫлыҡ ит һин,
Егеттең ҡалған ғүмере тотҡонда үтһен!
Ә миңә бөтмәҫ-төкәнмәҫ бир алтын-көмөш...
Балдаҡ сихырсы ҡушҡанды атҡарған, имеш.
Йә, хуш. Беҙҙең егет иртән уянып киткән,
Бәй, бәй, йәш кәләше никтер янда юҡ икән.
Тәҙрәне асһа, күргән ул тик төпһөҙ упҡын,
Ишекте асһа ла шул хәл: ул бында – тотҡон!
Иҫенә төшкән егеттең сихри балдағы.
Тик ул – юҡ! “Тимәк, ҡотолор әмәл ҡалманы!
Тимәк, был аҫтыртын ҡыҙый мине алданы!”
Шулай тип уйлаған егет, батҡан ҡайғыға,
Эт үә бесәй һыйынышҡан уға яй ғына.
Һиҙгер бит ул януар йәне, эт әйткән: – Хужам,
Ҡайғырма, табылыр балдаҡ, юғалыр нужаң.
Эт үә бесәй, тәүәккәлләп, сәфәргә сыҡҡан,
Тауҙан төшкәс, ҡыҙ йортона улар юл тотҡан.
Төн урталарында бында еткәндәр килеп,
Әммә ишектәр бикле, ти, булмай, ти, инеп.
Шунан бесәй бер сысҡанды алған да тотоп,
Ҡотон осорған, мин һине ҡуям, тип, йотоп.
Унан бойорған: – Алдыңда тора бер ишек,
Шул ишектә яһа тишек теләһәң нисек!
Сысҡан тиҙ ара дуҫтарын бергә йыйған, ти,
Улар, ишекте кимереп, тишек уйған, ти.
Шунан бесәй эскә ингән. Ҡараһа ныҡлап,
Балдаҡ ҡарағы хырылдап ята, ти, йоҡлап.
Ҡараҡ бармағынан йолҡоп алғас балдаҡты,
Сапҡан бесәй йән-фарманға, белмәй ал-артты...
Ҡайтып еткән эт үә бесәй егет янына,
Тапшырғандар табыштарын хужаларына.
Егет балдаҡты алған да, әйткән теләген:
– Бәлки, был булыр, балдағым, һуңғы бүләгең,
Һағыныуым хаттин ашты, хәлемде той һин,
Һарайымды тыуған ергә күсереп ҡуй һин!
Бер килгәстен килһен инде шарты шартына:
Быраҡтыр ҡыҙҙың һарайын диңгеҙ артына!
Барыһы егет теләгәнсә булған икән, ти,
Әсә һәм ул мул тормошта ғүмер иткән, ти.
Өҫтөн сыҡҡан яҡшы әҙәм, еңелгән яман,
Шуның менән, туғанҡайҙар, әкиәт тамам.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас