– Нисәгә тиклем һанай беләһең? – тип ҡыҙыҡһындым мин.
– Унға тиклем, атай, унға тиклем! – тип маҡтанды ул.
Табынға ултырғас, әсәһе Сурамандың алдына еләктәр ҡуйҙы.
– Тәрилкәлә нисә еләк бар? – тип һораны әсәһе.
Сураман еләктәргә бармағы менән төртә-төртә һанарға тотондо.
– Берәү, икәү, өсәү, дүртәү, бишәү, алтау, етәү… Ете!
Әсәһе бер еләкте алып ауыҙына ҡапты.
– Әле нисә еләгең бар?
Сураман тағы бармағын эшкә ҡушты:
– Берәү, икәү, өсәү, дүртәү, бишәү, алтау… Алты!
Апаһы ла тәрилкәгә үрелде.
– Ә хәҙер?
– Берәү, икәү, өсәү, дүртәү, бишәү… Биш!
Мин дә бер еләкте эләктерҙем.
– Тағы һана.
– Берәү, икәү, өсәү, дүртәү… Дүрт!
Өләсәһе лә бер еләкте ауыҙына оҙатты:
– Хәҙер тәрилкәлә нисә еләк ҡалды инде?
Был юлы Сураман һанап торманы.
– Әҙ ҡалды, – тине лә баш бармаҡ ҙурлыҡ ҡып-ҡыҙыл еләктәрҙе йыпырҙы.
– Ҡабаланмай ғына аша, тағы бирермен, – тине әсәһе.
Сураман рәхмәт әйтергә лә онотоп, өҫтәл артынан тороп китте. “Барыбер үҙегеҙ ашап бөтөрәһегеҙ!” – тип уйланы шикелле. Ә беҙ уның белемен тикшереп ҡарамаҡсы ғына булғайныҡ.
Факил МЫРҘАҠАЕВ.
Йомартлыҡ
Өләсәй ейәненең бармаҡтарын бөгә-бөгә һанарға өйрәтә:
– Бер, ике, өс...
Ейән уның һул ҡул бармаҡтарын һанай-һанай:
– “Киндер сюрприз” – бер, “Чупа-чупс” – бер, сәтләүекле шоколад – бер, һағыҙ – бер, туңдырма – бер. Бөтәһен дә алып бирһәң, йомарт өләсәй булаһың, – тигән.
Йәшенмәк
Өләсәй менән ейән йәшенмәк уйнай. Йәшеренгән ейәнде өләсәй тиҙ таба. Сират үҙенә етә, ул байтаҡ ҡына ултыра, эҙләүсе юҡ. Аптырағас:
– Ниңә мине эҙләмәйһең, ҡайҙа һин? – тип ҡарарға сыҡһа, тегеһе кәнфит ашап ултыра икән.
– Мин бит шкафтан кәнфит эҙләнем, һине түгел...
Маҡтансыҡ
Өләсәй табаҡ-һауыт йыуып тора. Ейәне алдында үҙенең һөнәрле икәнен күрһәтергә уйлаған: бейеп тә, йырлап та күрһәтә, таҡмаҡтар сығара.
– Улым, күрәһеңме, өләсәйең булдыҡлы! – ти икән. – Кем булам инде мин?
– Табаҡ-һауыт йыуыусы.
Флүрә ХӘЛИЛОВА.