– Нимәгә уға был ҡыҙыл сәскәләрҙе һалырға булдығыҙ әле? Бер шешә араҡы, бер ҡап тәмәке алып килергә ине! – тип тиргәне бер ир ҡатын-ҡыҙҙарҙы.
– Ҡуйсәле, уларҙан был донъяла ла туйған, тегеһендә уға былар кәрәкмәй! – Тегеләр ҡаты торҙо.
– Бәй, әтеү Сашкаға алып килергә ине. Ул бит эсмәне лә, тартманы ла. Эше өҫтәл артында булһа ла, иртән гел йүгерә, физзарядка эшләй ине. Барыбер пенсияға тиклем йәшәй алманы, әй, бахыр. Иммунитеты булманы шул, тормош ауырлыҡтарын күтәрә алманы. – Теге ир ҡатындарға бирешмәне, үҙ фекеренән ҡайтманы.
Былар сәскә алғас, машиналарында яҡындағы аҙыҡ-түлек магазинына ла һуғылып китте. Белә шул ир-ат: Сашкаға тулы шешә ҡалдырмайҙар, әҙерәк бушаталар...
Ә баҙарҙа һатыусылар араһында ыҙғыш ҡупты.
– Ни эшләп минең янға туҡталған машиналағы кешеләрҙе үҙеңә саҡырҙың? Тағы шулайтһаң, башыңа биҙрә кейҙерәм!
– Мин саҡырманым, үҙҙәре килде. Уларҙың йөрөп, һайлап алырға хоҡуҡтары юҡмы ни?
Икенсе һатыусы автомобилдән сығып башҡа яҡҡа киткәндәргә ҡысҡырҙы:
– Һеҙ бит бында туҡтанығыҙ, алығыҙ кәрәк нәмәне минән. Алмаһағыҙ, машинағыҙҙы бында ҡалдырмағыҙ, китегеҙ!
– Ҡара әле, ярты сәғәт һайланып йөрөнө анау мужик бисәләр һымаҡ. Һыйыр һатып аламы ни?!
Һатыусылар һатып алыусыларҙың “һөйәктәрен йыуа” башланы. Тағы ла кешеләр күренде.
– Бигерәк ҡыйбат һорайһығыҙ ошо кәрзин өсөн. Башҡа ерҙә күпкә арзаныраҡ. Ҡалала ла тере сәскәләр ул тиклем тормай, – тип зарланды бер ҡатын.
– Бәй, шунда алырға ине, хаҡтар күтәрелә бит, – тип һатыусы Вәсилә аңлата башлағайны, унан арыраҡ торған Валя:
– Иң һәйбәте миндә! Үҙе арзан, – тип ҡысҡырҙы.
Тағы ыҙғыш-талаш китте...
Бында иң тыныс көн – Десантсылар көнө. “Зәңгәр берет”тар ҙа, әйтергә кәрәк, тауышланмай, әҙәпле тота үҙҙәрен. Һатыусылар ҙа ниңәлер тап ошо байрамды ныҡ ихтирам итә, тауыш-тынһыҙ ғына үҙ эшен башҡара. Ә башҡа көндәрҙә яҡындағы ҡасабала йәшәүселәр әллә нисә йыл инде үҙҙәренә яҡшы таныш тауыштарҙан уяна. Һатыусылар Вәсилә, Валя иртән иртүк берәйһе менән талашмаһа, килемдәре булмай. Уларҙың йолаһы шундай: эш көнөн ыҙғыш менән башларға һәм ыҙғыш менән тамамларға.
Йәмил БУРАНҒОЛОВ.