Олоғая килә кешене ер үҙенә тарта, тиҙәр бит. Хәҙер мин дә шул баҡса тип йүгерәм. Күрәһең, нисә йылдар буйына ғәҙәткә ингәндер инде, аҙна аҙағы етеү менән баҡса тип йыйына башлайһың.
Был хәл былтырғы йәйге эҫелә булды. Эштән һуң ашыҡ-бошоҡ йыйынып баҡсаға сығып киттек. Килеп етеү менән иң тәүҙә ҡоҙоҡтоң йоҙағын ысҡындырып ебәреп, сарсап ултырған түтәлдәргә тиҙ генә һыу ҡойорға ашыҡтым. Әҙерләп ҡуйған һыуҙы ҡойоп бөтөргәс, уны тултырыу өсөн, йоҙаҡты асып, бер бәйләм асҡысты ҡоҙоҡтоң ҡапҡасы өҫтөнә һалып, һыу ағыҙа башланым. Онотолоп китеп ҡоҙоҡтоң ҡапҡасын кире япҡайным, асҡыстар ҡоҙоҡ эсенә шап итеп төштө лә китте.
Хәҙер ни эшләргә инде? Бөттө баш! Бер мәлгә шымып һәм албырғап ҡалдым. Ҡурҡа-ҡурҡа иремә әйтһәм, ул мине шунда уҡ эттән алып эткә һалып һүгергә тотондо. Ир-ат халҡы ҡыҙыу була бит. Кәрәкмәгән ергә бараһың да тотонаһың, ти.
Төрлөһөн уйланым да, нисек булһа ла ҡоҙоҡтағы бөтә һыуҙы һурып сығарып бөтөрөргә булып эшкә тотондом. Ирем бер аҙ тынысланғас, эргәмә килеп, балыҡ тотҡандағы һымаҡ ниндәйҙер ырғаҡтар менән асҡыстарҙы һөҙөп-һөҙөп ҡараны. Эләктерә алманы. Уны-быны уйлап, исмаһам, йылынып сығырға булһа ла ярап торор тип, иң тәүҙә мунсаға һыу тултырып, тоҡандырып ебәрҙем. Ҡоҙоҡтоң һыуы шаҡтай ғына кәмей төшкәс, ирем, мине һүгә-һүгә ҡоҙоҡ эсенә баҫҡыс төшөрөп үҙе төшөп китте. Ә мин өҫтә ҡарауылсы һымаҡ тороп ҡалдым. Аллаһы Тәғәләнән ярҙам һорап, белгән доғаларымды ҡат-ҡат ҡабатлайым. Ул кәүҙәгә йоҡа ғына. Үҙе эшләгән ырғаҡтары менән ҡоҙоҡ төбөн һөҙә торғас, асҡыстар килеп сыҡты. Шатлығынан һөрән һалып ҡысҡырып ебәрҙе. Ҡоҙоҡтан башы күренеү менән иремде маҡтап: «Һинһеҙ нимә генә эшләр инем», тип кәйефен күтәрергә тырыштым. Ҡоҙоҡтан сыҡҡанда, лысма һыу, етмәһә, дер-дер килеп ҡалтыранырға тотондо. Уны эҫе мунсаға индереп ебәрҙем.
Икенсе көндө күршеләр, әллә ҡоҙоғоғоҙҙо таҙартып алдығыҙ инде, ҡалай ҙур эш эшләнегеҙ, тип беҙҙе күргәс тә йылмайып ҡуйҙы.
Ошо асҡыстар менән тағы бер ҡыҙыҡ хәл булды. Шул мунса тип үләбеҙ ҙә китәбеҙ. Баҡсаға йома көндө кис барабыҙ ҙа шунда уҡ мунсаны тоҡандырып ебәрәбеҙ. Улай-былай түтәлдәргә һыу ҡойғас, тамаҡ ялғап алғас, эш бер төрлө булғас, мунсала рәхәтләнеп сабынып сығабыҙ. Шунан кемдер телевизор ҡарай, кемдер йоҡо һимертә.
Ҡайтыр алдынан, ял көнө тағы мунса тоҡандырып, йыуынып алғас ҡына юлға сығабыҙ. Хәҙер нисә йыл инде шулай ғәҙәткә кергән. Күршеләр, һеҙ мунсаны күп яғаһығыҙ, тип аптырай. Ә беҙ шулай өйрәнгәнбеҙ. Ваннала йыуыныуҙы бар тип тә белмәйбеҙ.
Был юлы ла шулай булды. Йома көнө ҡараңғы төшкәс кенә мунса әҙер булды. Сәғәт киске 11 тирәһендә мин мунсаға киттем. Йыуынып-сабынып мунсанан сығып килһәм, мунса ишеге шап итеп ябылды ла ҡуйҙы. Иремә, асҡысты ал, мунса ишеге бикләнде лә ҡуйҙы, тип өндәшеүем булды, асҡысты эләктереп мунса эсенә инеп китте. Ул килеп сыҡҡас, асҡыстарҙы эҙләһәк, асҡыс – салбар кеҫәһендә, ә салбар мунсала тороп ҡалғаны асыҡланды. Хәҙер нисек итеп мунсала тороп ҡалған асҡыстарҙы алырға, тип ваш вата башланыҡ. Мунсаның тәҙрәһен алырға иткәйнек, ул бигерәк бәләкәй, кеше һыйырлыҡ түгел.
Иртән ирем баҫҡысты мунсаның ҡыйығына терәне лә дрель менән бер профнастилды һүтеп алып ҡыйыҡ аша мунса эсенә төштө. Бер нисә минут эсендә һин дә мин, ишекте асып килеп сыҡты. Ә мин шатлыҡтан тиҙ генә тағы мунсаны тоҡандырып ебәрҙем.
Л. БАЙРАМОВА.
Фото: zagadki-dlya-detej.ru