+13 °С
Облачно

Уны шайтан ҡотортҡан

Берәү, дәүләт милкен урлап,Башҡа илгә юл тотто.Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:“Мине шайтан ҡотортто!”

Уны шайтан ҡотортҡанУны шайтан ҡотортҡан
Уны шайтан ҡотортҡан

Берәү, хатта үҙ туғанын
Төп башына ултыртты.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү уҙып барыусыға
Таяҡ менән зыңҡытты.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү, иҫереп, бисәһен
Күтәрмәнән бырғытты.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Унан пивбарға һуҡлыҡты,
Хуп күрҙе был шуҡлыҡты.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү: “Оңҡот!” – тип, улының
Арт һабағын уҡытты.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү, кескәйҙәр ҡаршында
Гел тәмәке борҡотто.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү, яу халыҡ алдында
Әшәке һүҙ ырғытты.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү милләттәр айырҙы,
Һыталманы шул “ҡортто”.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү, ҙур бурыс алды ла,
Ҡайтарырға “онотто”.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү, ришүәт ҡармай-ҡармай,
Төрмәгә юлыҡты.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү ҡырын эш ҡылды ла,
Ҡурҡышынан тотлоҡто.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү, күрәҙәлек ҡылып,
Байтаҡ аҡса йолоҡто.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү, ялған бәлә яҡты,
Һөйләне ерле юҡты.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Кешегә баҙ ҡаҙыманы –
Башҡаларҙан соҡотто.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Сит ғаиләне тарҡатып,
Үҙенекен нығытты.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү: “Һеҙ йәшәгән йортта
Бомба бар!” – тип ҡурҡытты.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү атай елкәһендә
Тойманы һис ҡытлыҡты.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Унан атаһынан ҡалған
Төп нигеҙҙе ҡоротто.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү ситтә күңел асты,
Булманы һис йортлоҡло.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү, дача һалыу өсөн,
Урманлыҡты ҡырҡытты.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү, бал өсөн емерҙе
Ағастағы солоҡто.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү, бергә алып, бишкә
Һатты гелән, ныҡ отто.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Алдау тигән ал байраҡты
Ебәрмәне, ныҡ тотто.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү аҡһаҡалды һүкте,
Күккә сөйҙө ноҡотто.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәүгә сәйер сир йоҡто –
Түрәгә табаҡ тотто.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү, әҙәм тапатты ла,
Йәһәт бынан һыпыртты.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү, өҫкә үрләү өсөн,
Дуҫын эштән ҡыуҙыртты.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү, әрмегә бармаҫҡа,
Ялған ҡағыҙ тултыртты.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү, кешенән көнләшеп,
Кипте, көйҙө, ут йотто.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү, банкоматты ватып,
Миллион һумдар шылдыртты.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү, ялған фирма асып,
Унда ун биш “ҡол” тотто.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү йыйын башкиҫәрҙәр
Төркөмөнә ылыҡты.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”
Берәү, үлтереүсе яллап,
Ҙур енәйәт ҡылдыртты.
Аҙаҡ, үҙен аҡлап, әйтте:
“Мине шайтан ҡотортто!”...
Инде ошо мәсьәләгә
Кире әйләнеп ҡайтам:
“Ҡасан ғына дөмөгәһең,
Ҡасан үләһең, шайтан?!”
Күҙемә күренмәй генә,
Әйтте шайтан: “Һин аңла:
Йүнһеҙ әҙәмдәр булғанда,
Мин йәшәрмен, иншалла!”
Шайтандың ошо һүҙҙәрен
Тура килә йөпләргә.
Һабаҡ булһын хилаф хәлдәр,
Ғибрәт мәлдәр күптәргә.
Шайтан менән элемтәне
Ваҡыт инде өҙөргә!
Шайтан ниңә беҙҙән өҫтөн?
Күпме мөмкин түҙергә?!
Арынһаҡ ҡырын эштәрҙән,
Сафландырһаҡ күңелде,
Шайтан үҙе шаҡ ҡатасаҡ,
Беҙҙе ҡарғап, һүҙ атасаҡ,
Уның ҡояшы батасаҡ,
Тәгәрәп үлеп ятасаҡ,
Илгә, йәнгә ҡот ҡайтасаҡ,
Дуҫтар, шулай түгелме?!

Фото: klikmu.co

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас