Төндә землянкабыҙға көтмәгәндә ике метр оҙонлоғондағы ниндәйҙер иҫерек уҫлаптай әҙәм килеп инде. Эске кейемдән генә. Беҙҙең боецты иҙәнгә һөйрәп төшөрөргә маташа, немецса һүгенә, йәнәһе, уның урынын кем алған? Беҙ уға ташландыҡ. Әзмәүерҙәй немецты дүртәүләшеп көскә тотоп торабыҙ. Ул шунда уҡ айныны, ҡаршылаша, бәйләп ташлағанда бер һалдаттың бармағын тешләне. Шул асыҡланды: немец төндә блиндаждарынан “елгә ҡаршы” сыҡҡан, эшен бөтөрөп блиндажға боролғанда иҫерек баштан йүнәлеште бутаған, “нейтралканан” тыныс ҡына үтеп, беҙҙең траншеяға төшкән...
Әле булһа аптырайым, дежур пулеметсылар ап-аҡ кейемле ике метр оҙонлоғондағы кешенең нейтраль һыҙаттан беҙҙең позицияларға килеүен нисек күрмәне икән?
“Сыҡ, килеп еттең!”
Һөжүм итеү – аныҡ ҡына фронт һыҙығы булмау ул. Ниндәйҙер тораҡ пунктты алабыҙ, артабан ҡуҙғалабыҙ, ә унда беҙҙең артта ҡалған дошман часы яңынан инә. Кире боролоп, тегеләрҙе ҡыуып ебәрeргә тура килә.
Ҡыҙыҡ хәлдәргә лә юлыҡтыҡ. Кис көнө мин, 2-се батальон командиры Коля Матвеев һәм автоматсылар ауыл урамында һөйләшеп торабыҙ. Ҡапыл артыбыҙҙа машина ҡысҡыртты, юлдан китегеҙ, йәнәһе. Беҙ ситкә тайпылдыҡ. Яныбыҙҙан йөк машинаһы уҙып китте. Ҡарайбыҙ – кабинала руль артында немец! Башта барыһы ла ҡаушаны, шунан иҫтәренә килеп, һауаға очередь бирҙе. Машина туҡтаны.
– Һин кем?!
– Ҡайҙа китеп бараһың?
Немец, йылмайып, ҡулын болғай:
– Тегендә, нах хаус.
Беҙ ҙә көлдөк.
– Төш, килеп еттең!
Комбригтың асыуы килде:
– Ауыл янында кемдәр һаҡта тора?
– Иптәш комбриг, минекеләр.
– Нисек үткән?
– Аҙашҡан, ғәҙәти хәл.
Факил МЫРҘАҠАЕВ әҙерләне.