Ярар, үҙҙәре беләләрҙер әле. Ултырайым булмаһа. Эй-й, йәшләрҙе танып бөтөрөп булмай инде хәҙер. Ә? Юҡ! Бавайҙы ҡаршы алырға сыҡтым, күҙҙәре насарыраҡ күрә башланы бит. Ауылда пушты булмағас, Иҫке Хужанғолға аҡсаһын түләп, хат ебәрергә киткәйне. Ә? Өфөгә, анауы «Йырым булһын бүләгем» тапшырыуына. «Ювилей бит, һине ҡотлайым, һин булмаһаң, был байрамды ла күрмәҫ инек», – тиеп сығып киткәйне. «Алла бирһә, ювилейға бала-сағалар, ейән-ейәнсәрҙәр, уларҙың ейән-ейәнсәрҙәрен йыйып, бер гөрләшеп ултырып алыр инек», – ти.
Ювилей тигәндән, әле бавай китер алдынан ғына тағы давайлаштыҡ та киттек. Мин: «Бавай, беҙ, һин ярман һуғышынан ҡайтҡас өйләнештек, мулла дүрт ҡатынын да эйәртеп килгәйне», – тиһәм, «Юҡ, әвей, бер аҙ яңылышаһың, эрвәлүция булғас», – ти ҙә ҡуя. Былай бавай менән матур, татыу йәшәнек, йәшәйбеҙ, Аллаға шөкөр.
Дөрөҫ йәшәгәнһегеҙҙер инде, тиһегеҙме? Әллә инде, былай ғүмер буйы бавайымдың ҡайтыуын бишбармаҡ, туҡмаслы аш бешереп, ҡоймаҡ ҡойоп көтөп торһам, шуға ла риза булды.
Аш тигәндән, хатта хәҙерге ҡатын-бисәләрҙе йәлләйем. Бигерәк йонсойҙар бит. Аҙаҡҡы аҡсаларына алған анау магазин билмәндәрен эштән ҡайтҡан иренә лә, өмәселәренә лә, ҡунағына ла, һыуҙа ҡабартып бирәләр ҙә, аҙаҡ килеп аҡса һорай ҙа йөрөйҙәр.
Әй-й, йәш-елкенсәк тигәндән, үткән йәй, күрше Әсмәбикәнең былтыр кейәүгә сыҡҡан Изауыра исемле внушкаһы ҡаланан ҡайтып аптыратып китте бит әле. Бына хикмәт: танауына ла, кендегенә лә алҡалар кейҙереп алған баяғы. Төн йоҡламай, аптырап, баш ватып сыҡтыҡ. Ахыры таң атып килгәндә бавай айышына төшөндө. Ул минең мәҙрәсәлә уҡыған кеше бит инде, башлы. Бавай әйтә: «Ире бар икәне алыҫтан күренеп торһон өсөн, анауы ЗАГС тигәндәрендә хәҙер алҡаны танауҙарына кейҙереп сығараларҙыр ул», – ти. Ә кендегенә нимәгә, мин әйтәм. Бавай: «Ҡалала йәшәгән кешене ҡайҙан беләһең, уныһы беренсе иренәндер», – тине.
Тағы, баяғы Изауыра ҡайтҡан көндө ихатабыҙға иҫәнлек-һаулыҡ һорашып, хәл белергә ингәйне, күстәнәсен тотоп. Балаҡайҙың ауыҙында бер туҡтауһыҙ әллә нимәне шапылдатып, сәйнәп торғанын күрҙе лә, ҡоролоҡ йылы көтөүҙән ас ҡайтҡан быуаҙ һыйырыбыҙ баҫтырып алды ла китте тегене.
Һыйыр нимә ул? Изауыраның ҡартатаһы Әхмәҙиҙең ғүмере өй тирәһенән китмәгән аты, внушкаһы ҡайтҡан көндөң төнөндә һарайының ишеген ватып сығып олағып, тегенеһе ҡалаға киткәс кенә ҡайтты.
Аҙаҡ ҡына белдек. Баҡтиһәң, баяғы Изауыра ҡартатаһы менән өләсәһенән йәшенеп һарайҙа тәмәке тарта икән. Тәмәке ағыуының бер тамсыһы атты үлтергәнен ат йәнле кеше генә аңлай шул.
Шулай ҙа Изауыраны минең бавай хуплап: «Был баланың кейемдәре йәтеш икән, салбарҙарының балаҡтары тубығынан өҫтә булғас, төнөн берәҙәк эттәр эләктерә алмай», – тип маҡтап алды.
Ә мин киреһенсә: «Әсмәбикә, ҡыҙым менән кейәүем бай йәшәй, ти. Бай булғас, нишләп, ҡыҙҙары, муйынына түшен саҡ ҡына ҡаплап торған сепрәк ярыһы элеп, кендеген күрһәтеп йөрөй? Һабын, шампунға еткерә алмайҙарҙыр инде, сәсен дә ҡырып алдырған», тип, йәлләп, иламһырап тороп ҡалдым. Ул балаҡай китеп күп тә үтмәне, үҙебеҙгә Мәскәүҙә йәшәгән Урал исемле ейәнебеҙҙең Исинди исемле внушкаһы ҡайтып төштө. Ата-әсәһе ғалим кешеләр булғас, сит илдәрҙә эшләгәс, Исиндибеҙ әнглиссә генә һөйләшә. Эйе! Былай, бавай русса өндәшһә аңлай, үҙе лә аҙыраҡ һупалай. Аңлашырлыҡ булғас, ярар, тинек. Түлкә мына, тәүлә исеме бер ҙә оҡшаманы. «Ул тағы ниндәй исем?» – тип баш ватҡанда, әлеге лә баяғы, бавай: – Атаҡ, атаҡ, әвей, үҙебеҙҙең башҡорт тамырлы исем бит был! Бына… һыу һымаҡ таҙамын «эс инде» тигәнде аңлаталыр ул, тигәс, тынысландыҡ.
Тынысланыуын, тынысландыҡ та ул, тик бына Исиндибеҙҙе киткәнсе йәлләп илашып сыҡтыҡ. Исиндибеҙ үҙе: «Мәдель булып эшләйем», – тигәйне, бавай ҡыҙҙы ла китте: «Ҡайһы ереңә, ҡайһылайтып эшләйһең мәдель булып?! Атаң-әсәң, ашауҙан өҙөп, аслы-туҡлы йәшәп, йыйып алған куартир, даша-мача, машиналарығыҙҙы ташҡа үлсәйем! Берҙән-бер ҡыҙҙарын ҡаҡ һөйәккә ҡалдырып, ышыуу эшләтәләр мәсекәйҙәр! 21-се йылғы аслыҡта ла мындайҙарҙы эшләтмәнек», – тип, илап-илап һуҡранды.
Мәскәүенә киткәнсе, өйҙәге ауыл ризығын семтем дә ҡапмай, магазинда анауы ялтор-йолтор ҡап эсендә һатылғандарҙы сәйнәп-көйшәп, сук-мук эсеп кенә йән аҫраны.
Иҫән-һау барып еткәс, ярар. Юғиһә, бавай менән «был һыйыр һымаҡ күтәртеп кенә ҡуймаһа ярар ине», тип ҡурҡышып бөткәйнек.
Шулай хәлдәр.
Ана, афтауысы ла күренде шикелле. Хәҙер килеп етер ҙә бавайым төшөп ҡалыр инде.
Мейескә ҡаҙ бәлеше лә ҡуйып киткәйнем. Уныһын да ауыҙ итеп, тәмләп сәйен дә эсербеҙ. Хоҙай иҫәнлек-һаулыҡ ҡына бирһен, һеҙгә лә шуны ғына теләйем, балалар!
Салауат ИШМӨХӘМӘТОВ.