+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Кафела

Кафем бар. Бармен төшкә тиклем булмаясаҡ, үҙ эштәре артынан йөрөй. Уның урынына үҙем ҡалдым. Төш етеп килһә лә клиенттар юҡ. Официантка менән яманһыулап ултырабыҙ.

Кафела
Кафела

Күпмелер ваҡыттан һуң 35 – 40 йәштәрҙәге ир инде. Олпат ҡиәфәтле, галстук таҡҡан, ҡултыҡ аҫтына папка ҡыҫ­тырған.
– Һаумыһығыҙ, һеҙҙә сәй эсергә буламы?
– Әлбиттә, һеҙгә пакетлымы әллә сәйгүн менәнме?
– Мөмкин булһа, сәйгүн менән. Ә ниндәй сәй бар?
Һанай башланым:
– Ғәҙәттәге ҡара, берга­мотлы ҡара, сейәле ҡара…
– Ә пуэр бармы?
– Әлбиттә, бар.
– Шуны бешерегеҙ.
– Саҡ ҡына көтөп тороғоҙ, хәҙер булыр.
Сәйгүндә сәй бешереп, офи­цианткаға тотторҙом, ул кли­ент­ҡа алып барып бирҙе.
Уға ҡарай-ҡарай артабан яманһыулайым. Егерме минут­тан һуң ул телгә килде:
– Ҡабатларға яраймы?
Мин бармен ғына түгел, кафеның хужаһы ла бит әле, клиентҡа ярарға тырышам, шуға күрә тәҡдим итәм:
– Бәлки, сәйгүнгә ҡайнар һыу ҡойорғалыр?
– Ә улай мөмкинме?
Йөҙөндә шиксел ҡараш.
Яуап урынына сәйгүненә ҡайнар һыу өҫтәнем. Бер үк ваҡытта вай-фай паролен әйттем, сөнки планшетҡа те­кәлгән. Оло-оло рәхмәттәр ишетеп, стойка янына барып баҫтым. Ҡырҡ минуттан һуң клиент тағы бер сәйгүн сәй һораны, тик был юлы яңыһын. Бешереп килтерҙем. Клиент ҡәнәғәт.
Сәйгүнде бушатҡас, счет һораны. Компьютерҙа уның счетын яптым, принтер чек баҫты, папканы официанткаға тотторҙом, ул клиентҡа бирҙе. Папканы көтәбеҙ. Клиент чекка оҙаҡ ҡарап торҙо, мышылданы, кеҫәләрен аҡтарҙы. Биш минуттан һуң аҡса һәм чек һалынған папканы бирҙе. Официантка миңә килтерҙе, асып ҡараным, ике сәйгүн сәй өсөн 400 һум урынына 2300 һум ята. Официантка менән бер-беребеҙгә ҡараштыҡ. Нимә был? Әллә сәйлек аҡсамы? Ниндәйҙер тикше­реүме? Бының булыуы мөмкин түгел, ҡайҙалыр хата киткән. Чекты иғтибар менән ҡарайым: эре, ҡалын хәрефтәр менән “сәй сәйгүн 2 200.00”, ә аҫтараҡ вағыраҡ хәрефтәр менән “400.00” тип яҙылған. Программа чекты шулай баҫа. Кеше ике тапҡыр 200-ҙө 2 200.00 тип аңлаған, хатта һуңғы сумманы ҡарап та тормаған. Етмәһә, йөҙ тәңкә өҫтәп һалған.
Янына барып, хатаһын аңлат­тым, аҡсаһын кире ҡайтарҙым. Тегенең йөҙө ҡояштай бал­ҡыны.
– Бында ниңә сәй эсергә ингәнемә үкенә башлағайным инде. Кафе ла ул ҡәҙәр затлы түгел, ә сәйҙең хаҡы, әйтерһең, Ҡытайға барып үҙегеҙ йыйып алып ҡайтҡанһығыҙ. Ҙур рәх­мәт!
Һуңынан шатлығынан 300 тәңкә сәйлек ҡалдырып, ҡыуа­на-ҡыуана сығып китте.

Р. ЫРЫҪБАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: