– Бесәйҙә ни үсең бар? – ойоҡ ямап ултырған Гөлниса апай күҙлеге аша иренә ҡараны.
– Күрмәйһеңме ни! – Ғилмитдин ағай телевизорға эйәк сөйҙө. – Илдә аҡса юҡ, тиҙәр. Ә үҙҙәре табын ҡороп ултыра. Бер-береһен маҡтап йырлайҙар, оса һикертеп бейейҙәр. Етмәһә, шуны беҙгә концерт тип күрһәтәләр! Улар, беләһеңме, кем аҡсаһына типтерә?
– Кемдекенә?
– Һинең менән минең аҡсаға!.. Һин бына ҡырҡ урындан тишелгән ойоҡ ямап ултыраһың. Ә мине, ғүмер буйы сантехник булып эшләгән кешене, урамға ырғыттылар. Ас-яланғас ултырабыҙ. Ә улар, күрәһеңме – ашаналар, шашыналар!..
– Бәй, үҙҙәренең аҡсаһына эсәләрҙер...
– Ҡуҡыш! – Ағай апайға ҡуҡыш күрһәтте.
– Мин дәүләткә һалым түләйемме? Улар шул аҡсаға телевидение тотамы? Хәҙер әйт, кем уларҙы аҫрай, кем?..
– Һинең гел шулай: ана, күккә ашҡан банк бинаһы ла – һинең аҡсаға, начальнигың да һинең аҡсаға “Мерседес”та елдерә...
– Эйе, төҙөгән! Эйе, елдерә!.. Беҙгә түләргә тейешле эш хаҡына ҡутарып акциялар алды ла, дивиденттарына машина, өс бүлмәле ике фатир эләктерҙе. Балаларын сит илгә ебәрҙе! Йәшәргә…
– Ниңә миңә аҡыраһың? Шул телевизорыңды ҡарайһың да гел миңә бәйләнәһең. Шәп булғас, үҙең шулар кеүек бул!
– Булам! Улар шулай итә икән, мин дә шулай итәм! – ярһыған Ғилмитдин ишекте шарт ябып, подъезға сығып китте. Тәмәке тартырға.
“Итәм!” – тине ул төтөндө борҡотоп һауаға өргәс. – Итәм!..”
***
“Итерһең, итмәй ни ҙә...”
Ғилмитдин икенсе көнө эш таба алмай ҡайтып килгәндә, кисәге һөйләшеүҙе иҫенә төшөрҙө.
Икенсе йыл эшкә урынлаштырыу контораһын тапай, һөҙөмтәһе – нуль! Ул ғына түгел, өс йыл буйы йыйылған эш хаҡын алам тип элекке эш урынына барғайны, үҙҙәре аҡсаһыҙ ултыралар. Профком рәисе – элекке дуҫы – Японияға бер путевка бар, ярты эш хаҡы урынына әллә шуны алаһыңмы, тип йылмайған булды. Хәтәр “алыҫҡа” ебәрмәксе ине лә Ғилмитдин ағай тегене, тик әлеге лә баяғы әҙәплелеге ҡамасауланы.
“Ғүмерем буйы бер ҡайҙа ла йөрөмәнем, әллә, ысынлап та, Японияға барып ҡайтырғамы? – кинәт уйлап алды ул, өйөнә етергә ике квартал ҡалғас. – Исмаһам, донъяны күреп ҡайтырмын... Ҡайттың, ти – ҡатын уның өсөн әллә ни эшләтеп бөтөрөр... Ә ниңә әллә ни эшләтһен, бер нәмә лә эшләтмәҫ. Әҙерәк һөйләнер ҙә туҡтар. Насар ҡатын түгел дә баһа! Хәлде аңлар... Аңлармы икән, аҡса юҡ, ә һин урыҫ буржуйҙары һымаҡ сит илдәрҙә йөрөйһөң тиһә?.. Туҡта әле, үҙе әйтте лә баһа: ҡулыңдан килһә, үҙең шулар кеүек ит, тип...”
Шулай уйланып килгән ағаҡай, подъезына етер саҡта ҡапыл кире боролдо ла, тетә баҫып элекке эш урынына ҡарай китте...
***
Японияның ниндәй ил икәнен, ундағы кешеләрҙең нисек гүзәл йәшәгәнен – ауыҙ һыуын ҡоротоп яҙып тормайым. Барыбер, ул әкиәт тормошҡа ышанмаясаҡһығыҙ. Тик шуны ғына әйтәм, ағайҙың сәфәрҙәштәре елдән етеҙ елә торған автомобиль алғанда, беҙҙең геройҙың күҙе... унитазға төштө. Ғилмитдин компьютерлы унитазды күреү менән (сантехник кешене үҙегеҙ беләһегеҙҙер), тәүләп ғашиҡ булғандай шаҡ ҡатты ла ҡуйҙы.
Нисек шаҡ ҡатмайһың инде – үҙе бер мөғжизә бит! Бәҙрәф ишеген асыу менән үҙе утты тоҡандыра, сыҡҡанда – һүндерә. Ултырыу менән осаңа һыуыҡ теймәһен өсөн йылы һауа өрҙөрә. Музыкаһы уйнай (“аппетит” өсөндөр инде). Ә иң мөһиме һәм аптырашта ҡалдырғаны – был японский унитаз... беҙ кәрәкмәй тип “сығарған нәмәләргә” анализ яһай. Кнопкаға баҫыу менән анализ үҙенән-үҙе таҫмалы ҡағыҙға яҙылып килеп сыға. Унда ниндәй ауырыу симптомдары, ниндәй ағзаларға ҡурҡыныс янауы иҫкәртелә. Ниндәйерәк үләндәр һәм дарыуҙар менән дауаланырға тәҡдиме лә бар...
Сәйәхәтсе ағай түҙмәне, ваҡ-төйәккә тип бирелгән япон иендарын кеҫәһенән сығарҙы.
***
– Алйот! Ахмаҡ! “Новый урыҫ”! – ошондай ҡушаматтар һәм атамалар менән ҡаршы алды Гөлниса апай интурист ағайҙың Япониянан ниндәй “бүләк” менән ҡайтыуын белгәс. – Бөтә аҡыллы кешеләр машина, йә башҡа файҙалы нәмә һатып алған! Ә был?!. Шул инде, сантехник кешенең аҡылы ла үҙенән ары китмәгән...
Ғилмитдин ағай өндәшмәне. Гөлниса апай күршеләренән үтескә алып сыҡҡан сохарыйҙы ебетеп сәй эсте лә, элекке сантехник халатын кейеп, газ асҡысын ҡулына алғас, бәҙрәфкә инеп китте.
Японский унитазға беҙҙең бәҙрәф ҡыҫтауыраҡ булып сыҡты. Шуға өй хужаһы ванна аралығын боҙоп кәрәкле урын яһаны ла, һарғайып бөткән советский унитазды алып бәргәс, канализация юлдарын әтмәлләргә тотондо. Ауылдан сыҡҡан кешегә эш сыҙаймы инде! Аҙнаға яҡын ғүмерен Ғилмитдин ағай ошолай бәҙрәфтә уҙғарҙы.
Һәм бына – йома көнө – Ғилмитдин ағай эшен бөтөрҙө.
– Гөлниса, – ипле генә өндәште ул, ниһайәт, икеләнеүен еңеп. – Әйҙә, һиңә нәмә алып ҡайтҡанымдың һөҙөмтәһен күрһәтәм.
– Ниндәй һөҙөмтәһен? – Гөлниса апай тауышына үпкәләү сығарһа ла, баш биргәндәй, аш-һыу бүлмәһенән килеп сыҡты.
– Кил әле бында. Әйҙә, ин бәҙрәфкә...
– Шунан?.. Кит, йүнһеҙ! Мин хәҙер һинең кесе ярау иткәнеңде ҡарап торайыммы?
Гөлниса апай сығырға уҡталып, ишек тотҡаһына йәбеште.
– Көтөп тор әле... әҙ генә... Бына, хәҙер ҡара... – Ғилмитдин ағай инструкцияға тағы бер ҡабат ҡарап алды һәм дисплейҙы тоҡандырҙы. Шунда уҡ таҫмалы ҡағыҙ шылып сыға башланы.
– Бәрәс!.. Ул нимә тағы – һөртөргәме? – Гөлниса апай берсә экранға, берсә таҫмалы ҡағыҙға ҡараны.
– Былмы?.. Был – минең анализдар. Ҡара әле – минең “моча” нисек? Яҙыуҙарын күрәһеңме? Беренсеһе – үтә күренмәле. Икенсеһе – ауырлыҡ үлсәме. Быныһы – шәкәр. Артабан – аҡһым. Ацетонға реакция. Пигмент һәм башҡа ыуаҡ-төйәк күрһәткестәр...
– Бәрәс...
– Бына һиңә – бәрәс!.. Хәҙер аҙналар буйы анализ үтәм тип ыҙаланып йөрөмәйһең. Врачтарың да ары торһон – ана, экранға ҡара – ниндәй үләндәр, дарыуҙар менән дауаланырға икәнен күрһәтеп тора.
Бәҙрәфтән сыҡҡас, Гөлниса апай был яҙыуҙарҙа нимәлер аңлаған кешеләй, тегеләй-былай әйләндереп оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо.
– Был яҙылғандар дөрөҫ тип уйлайһыңмы? Кит, юҡ-бар менән булышаһың! Ысын түгелдер был...
– Ни эшләп ысын булмаһын? Ул бит – японский унитаз!
– Туҡта. Кисә һин бында соҡонғанда иртәгә врачҡа барырға тип, анализдарымдың ҡағыҙын алып ҡайтҡайным. Әйҙә, сағыштырып ҡарайыҡ әле...
– Әйҙә.
– Ә нисек сағыштырабыҙ? Былары… һинеке...
– Һуң, бәҙрәфкә ин дә, ултыр. Ул бит һинең унитаз...
Ғилмитдин ағай эйәреп бәҙрәфкә килеп ингәс, Гөлниса апай аптырап уға ҡараны.
– Нимә эшләйһең ул?
– Ҡарап торам.
– Кит, оятһыҙ! Бар сыҡ – һинһеҙ тышҡа сыға алмаҫ, тиһеңме... – Гөлниса апай ирен эткесләп сығарып ебәрҙе.
Ғилмитдин ағай сыҡҡас бер аҙ торҙо ла, ишек аша әмерҙәр бирә башланы.
– Гөлниса, һул яҡ ҡулың эргәһендәге тәүге кнопкаға баҫ әле.
– Уй, аҫтан йылы килә лә ул... Ҡара әле, әллә музыка уйнай башланы инде...
– Хәҙер өсөнсө кнопкаһына баҫ.
– А-аа!
Ғилмитдин ағай ҡурҡып ишекте асты.
– Нимә булды?
– Аҫтан һыу һиптерҙе. Әллә нәмәһе һәрмәгән кеүек итте...
– Э-эй! Был бит японский унитаз – бөтә нәмәне үҙе эшләй. Ярай, бар сыҡ, йә берәй нәмәһен боҙоп ҡуйырһың...
Гөлниса апай сыҡҡас, Ғилмитдин ағай кәрәкле кнопкаларға баҫҡыланы ла, ҡағыҙға яҙылған һөҙөмтәләрҙе алып сыҡты. Врачтарҙың анализға тип биргән направлениеһындағы яҙыуҙар японский менән сағыштырғанда бөтөнләй әҙ булып сыҡты. Ләкин булғандары бындағы яҙылған анализ һөҙөмтәләре менән тап килә – шул уҡ һандар тора.
– Күрҙеңме?! – ти Ғилметдин ағай үҙенең ҡупырая башлауын тойҙо. – Бөтәһе лә китаптағыса…
***
– Ишеткәнем бар ине, ләкин үҙ күҙҙәрем менән күрергә насип булманы, – икенсе көнө ишектән иң тәүҙә Ғилмитдин ағайҙарҙы хеҙмәтләндергән терапевт, ә аҙаҡ: “Әйҙә, үтегеҙ!..” – тип Гөлниса апай килеп инде. Эш табып булмаҫмы тип, гәзиттәрҙән иғландар ҡарап ултырған ағай, ни эшләргә белмәй, иҙән уртаһында ҡатып ҡалды.
– Ғилмитдин, Мария Васильевна беҙҙең унитазды күрергә тип килде. Күрһәт әле, – Гөлниса апайҙың тауышына ғорурлыҡ сатҡылары сыҡҡан ине. – Ул, унитаз биргән анализ һөҙөмтәләрен уҡыны ла, аптыраны ла ҡуйҙы. Һорашҡас, һөйләп бирҙем. Ахыры, ышанмай үҙе килде…
Мария Васильевна ялтырап торған ыҡсым, матур унитазды һәм уға төрлө яҡлап беркетелгән компьютер ҡорамалдарын ҡарап торҙо ла, тел шартлатты.
– Ә бит беҙгә мәктәптән башлап “Япония империализмы сереп бөтөп бара, тиҙҙән үләсәк” тип туҡынылар. Ә улар...
Барыһы ла өндәшмәй генә японский унитазға текәлде.
– Һеҙҙең унитаз Мәскәү Кремлендә ултырғандарҙы хеҙмәтләндереүсе медицина институтында ғына яһай торған анализдарҙы күрһәтә...
– Бәрәс! – Гөлниса апай аптырауынан Ғилмитдин ағайға, унан Мария Васильевнаға төбәлде.
– Ул анализ һөҙөмтәләре буйынса күп ҡурҡыныс ауырыуҙарҙы, айырыуса ракты ойоша башлау стадияһында белеп була. Мин үҙем танышлыҡ аша тикшерелергә тип Мәскәүгә барырға йөрөй инем, – Мария Васильевна өй хужаһына, унан Гөлниса апайға ҡарап йылмайғандай итте. – Әгәр, рөхсәт итһәгеҙ, мин анализ... һеҙҙең унитазда мөмкинме?
– Әлбиттә, – тине Ғилмитдин ағай врачтың нимәгә рөхсәт һорауын аңлап.
– Эйе, эйе!.. Әйҙә, рәхим итегеҙ, – тине Гөлниса апай ҙа, һүҙҙең айышына төшөнөп. – Ғилмитдин, бар сәй ҡуя тор.
Ғилметдин ағай, врачтың уңайһыҙланғанын күреп, «тәмәке тартам» тип тышҡа сығып китте.
***
Икенсе көндө Ғилмитдин ағайҙарға саҡырғанда ла килмәй торған хирург килеп инде һәм анализ һөҙөмтәләре тотоп, рәхмәт әйтеп сығып китте. Өсөнсө көнө Мария Васильевнаның һеңлеһе килеп инде. Унан хирургтың ҡатыны. Унан – таныш медсестра…
Ә бер мәл, был японский унитаз тураһындағы хәбәр күрше подъезда йәшәгән Ғилметдин ағайҙың танышына ла барып еткән икән. Ул да, унитазды тотҡолап торҙо ла, баш сайҡаны.
– Тиҙҙән был серегән капиталистар ярҙамында һин дә сереп байыясаҡһың икән. Ә күпме алаһың?
– Нимәне күпме алаһың? – Ғилмитдин ағай аңламаны.
– Аҡсаны. Хәҙер бит анализ эшләтеү өсөн бөтә ерҙә аҡса талап итәләр. Аҡса түләгәс тә ай буйы йөрөп саҡ ҡулыңа алаһың. Әллә һин бушлай эшләтәһеңме?
– Эйе. Инәләр ҙә, сығалар…
– Кит! Хәҙер бит бәҙрәф өсөн дә аҡса түләттерәләр! Ә һин ярау иттерәһең һәм шунда уҡ бөтә нәмәләренә анализды ҡулына тоттораһың. Һәм бөтәһе лә бушлай. Һин әҙерәк башыңды эшләт: хәҙер бит коммунизм төҙөп бөттөк, капитализмға күстек. Әллә һин донъянан шулай артта ҡалдыңмы? Бәлки, һин улай хеҙмәтләндергәс, американдар кеүек, байығанһыңдыр ҙа, шәфҡәтлелек менән шөғөлләнәһеңдер?..
***
Был төндө Ғилмитдин ағай менән Гөлниса апай оҙаҡ йоҡлай алманы. Ошо күрше подъезда йәшәгән таныштарының тәҡдиме уларға тынғы бирмәне. Кешенән аҡса алыу оят тойолдо уларға. Ни эшләйһең, ғүмер буйы аҡса бирергә өйрәнгән кешеләргә аҡса алыу кәсебе – ғәрлек кеүек. Ләкин, икенсе яҡтан, муйындан бурысҡа баттылар. Ярты йыл йүнле һурпа күргәндәре юҡ. Күршеләрҙең сохарыйҙарына һәм үҙҙәренең картуфына йән аҫрайҙар. Тик, таң һыҙылғас ҡына, бер ниндәй ҡарарға килә алмай йоҡлап китте улар.
Бөтә был төнгө мәхшәрле мәсьәләне таң менән ишектән килеп инеүсе ят ҡатын хәл итте.
– Японский унитаз хужалары һеҙме? – тип килеп инде лә, һорауына ыңғай яуап ишеткәс, өҫтәлдәренә илле һум аҡса һалып, аяҡтарын да сисмәй бәҙрәфкә йүнәлде. Бер аҙҙан таҫма ҡағыҙҙан ҡарашын ала алмай шул ҡиәфәттә сығып китте.
Йоҡоларынан уянып етмәгән Ғилмитдин ағай менән Гөлниса апай бер нәмә аңлап өлгөрмәне, ишектән эшләпәле, ҡыҙыл галстук таҡҡан ир килеп инде. Инеүсе тәүҙә өй хужалары менән һаулыҡ һорашты, унан аяғын сисеп бәҙрәфкә йүнәлде. Сыҡҡас, таҫма ҡағыҙға ҡарап йылмайҙы ла, Ғилмитдин ағайға илле һум тотторғас, рәхмәт әйтеп сығып китте. Ишек ябылып өлгөрмәне, ҡупшы кейенгән ҡатын менән ир килеп инде. Былары йөҙ илле һум ҡалдырҙы. Унан тағы ишек ҡыңғырауы яңғыраны...
Баҡһаң, аҙаҡ асыҡланыуынса, поликлиникаға ҡараған иҫке лабораторияның түбә таҡтаһы емерелеп төшкән, шуға ремонтҡа ябырға мәжбүр булғандар. Бүтән юл таба алмаған Мария Васильевна яҡын танышын Ғилмитдин ағайҙарға ебәргән. Ә ул сер итеп кенә әхирәтенә әйткән. Ә ул әхирәттең икенсе әхирәте бар бит инде...
Кискә табан ғына кеше аяғы тымды Ғилмитдин ағайҙарҙың квартираһынан. Был көнө өс меңгә яҡын аҡса үҙ итте был өйҙө. Бынсама аҡсаны күргәс, Гөлниса апай илап ебәрҙе лә, ҡапыл ирен ҡосаҡлап алды.
– Нимә булды? – ир кеше уның был ҡылығын аңламаны.
Яуап биреү урынына ҡатын уны үҙенә ҡыҫты.
Икенсе көнө лә анализ менән булған мәхшәр тәүге көндәге кеүек ҡабатланды. Өсөнсө көнө иһә, халыҡ тағы ла күберәк булды. Дүртенсе көн тураһында әйтеп тораһы ла юҡ...
Ярты йыл ваҡыт үткәс, Ғилмитдин ағай бөтә бурыстарынан ҡотолдо ғына түгел, ә машина һатып алды. Яңы стенка, телевизор, яңы һыуытҡыс өй күрке булып өҫтәлде.
Бына шулай.
Ниһайәт, сантехник Ғилмитдин ағай серегән капиталистар арҡаһында башҡа ил кешеләре ише, әҙәмсә йәшәй башланы.