-15 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ышан һин уларға

Мин студент булған саҡ­та булды был хәл. Бер ваҡыт ике туған апайым менән еҙнәм мине өйҙәренә күҙ-ҡолаҡ булырға ҡушып, үҙ­ҙәре ҡайҙалыр диңгеҙгә китеп олаҡтылар.

Ышан һин уларға
Ышан һин уларға

Уларҙың балалары нишләп­тер булманы, икәүҙән-икәү рәхәт­ләнеп йәшәй бирҙе­ләр.
Бала урынына ике ту­тый­­ғош һәм ныҡ яратҡан бесәйҙәре бар ине. Мин шуларҙы ҡарап, ашатып-нитеп торорға тейеш, йәнә­һе. Улар китеү менән, башта тиҫтерҙәремде йыйып, ике-өс көн өйҙөң аҫтын-өҫкә килтергәнсе аулаҡ ойоштороп алдым. Бер нисә көн үткәс ҡараһам, ашарға бер нәмә лә юҡ. Шул ваҡыт апайымдың аш-һыуға тото­норға тип ҡалдырған аҡса­һы иҫемә килеп төштө. Улары ла тиҙ арала елгә ос­ҡандай булды ла ҡуйҙы. Һыуытҡыс буп-буш.
Апайымдың тутыйғошҡа ашатырға тигән ярмаһын да бешереп ашап бөттөм. Бесәйгә тигән ҡалдыҡ-боҫ­тоҡ иттән дә елдәр иҫкәйне. Бесәй өйҙә тороп ҡалған берҙән-бер нәмә – тоҙло ҡы­­яр­ҙы ашай башланы. Ә тутыйғоштар – бахырҙар – өҫтәлдә унда-бында һибе­леп ҡалған валсыҡты сүп­ләр­­гә өйрәнде. Ябығыуҙан йөн­дәре ҡойолоп, йолҡон­ған тауыҡҡа оҡшап ҡалды­лар. Ялтырап торған йөн­дә­ре тырпайып ҡойолоп бөттө.
Өй хужалары ҡайтыуға ла иҫәпле генә көндәр ҡал­ды. Улар ҡайтыр алдынан ғына иҙәнде ялтыратып йыуып, өйҙө йыйыштырып алдым.
Ҡайттылар. Өй хужаһы бесәйен күргәс, саҡ һуштан яҙманы:
– Бәй, минең Мыяубикәм тоҙло ҡыяр ашап ултыра түгелме?!
– Эйе шул, мин дә аптыраным, әллә берәй витамин-фәлән етмәйме икән?
Өй хужаһы Мыяуби­кә­һен ҡосаҡлап алды. Уныһы шул хәтле шатланды, хужа­бикәһенең ҡулдарын ялай-ялай иркәләнде.
Аш бүлмәһенә ингән апайым тутыйғоштарына ҡарап-ҡарап торҙо ла күҙ йәштәрен һөртөп алды.
– Ә тутыйғоштар ниңә шул хәтле ябыҡҡан, йонсо­ған?
– Улар һеҙҙе шул хәтле һағынды, хатта биргән аҙыҡ­­ты ла ашаманылар.
Тутыйғоштар иһә хужа­бикәне күргәс, мине әрлә­гәндәй: “Ду-рак, ду-рак”, – тип ҡабатланы ла ҡабат­ланы. Ярай әле, артығын әйтеп ысҡындырманылар.
Апайым менән еҙнәм башҡаса миңә фатирҙарын ҡалдырманы.

Л. ШАЯНОВ

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас