-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Батша һәм һылыу

ҠӘЛӘМДӘШ МИРАҪЫНАН (Македон әкиәте) Йәшәгән, ти, бер тимерсе, уңған булған,Ғәләмәт күп изге эштәр ҡылған булған.Үлер алдан васыятын әйткән, имеш: – Улым, – тигән, – бәхет бирмәҫ алтын-көмөш

Батша һәм һылыу
Батша һәм һылыу

Уларҙы һин өләшеп сыҡ ярлыларға,
Яҙмыш ҡыйырһытҡан аһлы-зарлыларға.
Үҙеңә тик ҡалһын ошо булат ҡылыс,
Шулай итһәң, мин ятырмын гүрҙә тыныс.
Үтәгән, ти, егет ата аманатын,
Таратмаған “һаран” тигән яман атын.
Унан иһә, атланған да аҡбуҙатҡа,
Сығып сапҡан күҙ күрмәгән алыҫ яҡҡа.
Саба-саба алыҫ ара үткән, имеш,
Бәллүр бер һарайға килеп еткән, имеш.
Был һарайҙа Гүзәл атлы ҡыҙ йәшәгән,
Күргән: егет уҙып бара йәнәшәнән.
Өндәшкән ул: – Һинең алда ете ишек,
Көсөң етһә, шуларҙы һин емер ишеп!
Иҫләй егет: ҡында булат ҡылыс ята,
Ябай ҡылыс түгел, тигәйне бит ата.
Егет шуны һынап ҡарамаҡсы иткән,
Һелтәнеүгә ете ишек ауып киткән.
Аңлаған ҡыҙ: тап был егет уның пары,
Бергә йәшәй башлағандар бынан ары.
Шулай тыныс көн күрерҙәр ине мәгәр,
Тик батшаға барып еткән, ти, был хәбәр.
Әмер биргән: – Дүрт тарафҡа сабығыҙ һеҙ,
Гүзәл йәшәгән төбәкте табығыҙ һеҙ!
Ярандары ете тәүлек буйы сапҡан,
Ниһайәт, бәллүр һарайҙы барып тапҡан.
Әйткән улар: – Гүзәлдәрҙән гүзәл ханым,
Зинһар, батша күҙенә һин барып салын.
Түҙемһеҙлек менән һине батша көтә,
Тиҙ арала буласаҡһың батшабикә!
Гүзәл әйткән: – Аңлашылды фекерегеҙ,
Хәҙер иһә эҙегеҙҙе һеперегеҙ!..
Шунан батша көс ҡулланмаҡ булған, имеш,
Һарай алды ғәскәр менән тулған, имеш.
Ҡындан һурып егет йәһәт ҡылыс алған,
Дошман яуын “һә” тигәнсе ҡырып һалған.
Батша әйткән: – Көс етмәгән саҡта,
беләм,
Мотлаҡ еңеп була торған хәйлә менән!
Шулай ғына еңәсәген аңлаған ул,
Бик хәйләкәр бер ҡарсыҡты яллаған ул.
Ҡарсыҡ тиҙ үк оса торған арба “еккән”,
Һарай алдына ул йәһәт барып еткән.
Аулаҡ ергә арбаһын ул йәшергән дә,
Ишек ҡаҡҡан: – Аҙашыусы мин бер бәндә,
Бик асыҡтым, бик талсыҡтым, бөттө көсөм,
Индерегеҙ, зинһар, Хоҙай хаҡы өсөн! –
Бик ялынған был хәйләкәр, яуыз ҡарсыҡ.
– Әйҙә, үт, үт! – тигән Гүзәл, ишек асып...
Ҡарсыҡ иһә, уңай мәлде һайлап ҡына,
Һораштырған Гүзәлдән ул яйлап ҡына:
– Ирең һинең – баһадир, бар донъя белә,
Әйтсе, уға шундай ғәйрәт ҡайҙан килә?
Ҡатын-ҡыҙҙа оҙаҡ ваҡыт сер торһонмо!
Гүзәл әйткән: – Ҡылысы бар бик тылсымлы.
Тик юғалһа ҡылыс, ирем, кинәт сирләп,
Тап ҡырҡ көн үткәндән һуң ул йән бирмәк...
Ҡарсыҡ үҙенең яуыз эшен башлаған, ти,
Ҡылысты ул тәрән күлгә ташлаған, ти.
Үгеҙ кеүек таҙа егет кисә генә,
Бөгөн сырхап ауған, имеш, түшәгенә.
Ҡарсыҡ әйткән: – Дауаһын мин яҡшы беләм,
Йыйыу кәрәк болондарҙан шифа үлән.
Йә, хуш. Былар шифа үлән йыя, имеш,
Ҡарсыҡ эстән шатлыҡ хисе тоя, имеш.
Аулаҡ ерҙә теге арба торған икән.
Ҡарсыҡ юлды шул тарафҡа борған икән.
– Ҡыҙым, етер, – тигән ҡарсыҡ, – ары барма,
Ял итергә яйлы булыр ошо арба.
Ултырыуға арба кинәт осоп киткән,
“Ә” тигәнсе батшалыҡҡа ҡайтып еткән.
– Мин – күктәрҙә, ә баһадир аҫта бит, ә! –
Тигән батша. – Итәм һине батшабикә!
Гүзәл әйткән: – Бүләк булһын һиңә минән:
Ҡарт кешене мин йәш егет итә беләм.
Һинең етмеш ете йәшең юҡҡа сығыр,
Тиҙҙән һиңә тик егерме бер йәш булыр!
Йә, хуш. Нишләй икән унда беҙҙең егет?
Беҙ беләбеҙ: баһадир ул, түгел ебек,
Ҡылысын ул күл төбөнән эҙләп тапҡан,
Аҡбуҙатын эйәрләгән, алға сапҡан.
Һарайҙа ул тиҙҙән һөйгән йәрен күргән.
Гүзәл уны аулаҡ ергә алып кергән,
Хәл-әхүәлде бәйнә-бәйнә һөйләп биргән.
Һәм баһадир тәхет торған залға уҙған,
Ҡурҡышынан батша шундуҡ аяҡ һуҙған.
Был хәл утыҙ туғыҙынсы көндө булған,
Һарай алды шығрым халыҡ менән тулған.
Ҡарт батшаның йәшәргәнен көтәләр, ти,
Сығып күренер тип өмөт итәләр, ти.
Иртә менән сыҡҡан... беҙҙең батыр егет.
Эргәһендә һылыу бер ханымды күреп,
Халыҡ донъя яңғыратып һөрән һалған:
– Йәш батшабыҙ кәләш алған, кәләш алған!..
Шунан бирле егет батша булып ҡалған.
Ни әйтергә икән өҫтәп тағы быға?
Күпме этлек ҡылма, хаҡлыҡ өҫтөн сыға.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: