-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ҡуйын дәфтәре - ижад хәстәре

Илле нисәнселер йылдар. Мин эшләгән “Ленинсы” гә­зите редакцияһына Илеш­тән Фәнил Арсаев тигән башлап яҙыусы берәү ши­ғыр­ҙарын алып килә тор­ғайны.

Ҡуйын дәфтәре - ижад хәстәре
Ҡуйын дәфтәре - ижад хәстәре

Бер аҙ үҙһүҙлерәк тә ине буғай ул. Шиғырҙа­рының бында түгел, Ҡаҙан­да баҫылғанын күрер­гә те­ләге ҙур ине йәш автор­ҙың. Әммә уның ебәргән хаттарына “шиғырҙа­рың етлек­мәгән” тигән яуаптар ғына килә ине.
– Бюрократтар! Исемдәре билдәле шағирҙарҙың ғына әҫәрҙәрен баҫалар. Бына күр­һә­термен әле мин һеҙгә! – тип һөйләнеп тә ала ине.
Күп тә үтмәне, “Совет әдә­бияты” (хәҙерге “Казан утлары”) журналында Сәй­фи Ҡу­даштың шиғырҙары­нан бер шәлкем баҫылып сыҡты. Сәй­фи ағай журналды уҡып, мин быларҙы ҡа­сан яҙҙым икән, тип аптырап ултырғанда, телефон шылтырай.
– “Совет әдәбияты” журналында һеҙҙең шиғырҙа­рығыҙ баҫылған икән, ҡот­ла­йым! – ти таныш түгел тауыш.
– Кем был?
– Илештән Фәнил Арсаев тигән егет.
– Ул шиғырҙар минеке түгел бит әле, Фәнил туған, – ти Сәй­фи Ҡудаш.
– Шулай ҙа улар һеҙҙең исемгә тап төшөрөрлөк тү­гелме?
– Юҡ, юҡ, киреһенсә, миңә оҡшанылар.
– Улайһа, әйтәйем инде: ул шиғырҙарҙы мин яҙҙым, – тип танырға мәжбүр була Фәнил Арсаев.
– Ниңә улай эшләнең инде? – тип ҡыҙыҡһына Сәй­фи Ҡудаш.
– Журналдар, ғәҙәттә, таныл­ған шағирҙарҙың ғы­на шиғыр­ҙарын баҫа. Йәш ҡәләмдәрҙе матбуғатҡа яҡын да ебәр­мәй­ҙәр. Шуны иҫбат итке кил­гәйне, – тип аңлатып бирә Арсаев үҙе­нең был аҙымын. Ул шиғыр­ҙар өсөн килгән гоно­рар­ҙы үҙенә ебәреүҙе һора­ған­дырмы-юҡтырмы, уныһы иҫтә ҡалмаған. Хәйер, гонорар нимә ул? Була ла бөтә. Ә бына үҙеңдең ҡара­шыңдың дөрөҫ­лөгөн иҫбат итеү күпкә ҡим­мәтерәк.
Аҙаҡ Фәнил Арсаев гәзит эшенә башы менән сумды. Шиғ­риәттә үҙенең һүҙен әйтә алманы. Бәлки, ижад менән шөғөлләнергә ваҡы­ты ла ҡал­мағандыр инде. Гәзит эше бит бар һәләтте йотоп тора. Шуны ла әйтер­гә кәрәк: ул заманда шиғыр өсөн трибуналар аҙ булды. Ныҡ һайлап баҫтылар, талаптар ҙур ине. Хәҙер генә ул графомандарға киң юлдар асылды. Ҡайһылары хатта лауреат та булып йөрөй...
***
– Ниңә урамығыҙға ҡом һипмәйһегеҙ? Тотош боҙла­уыҡ бит. Кешеләрҙең тайып йығы­лып, имгәнеү­ҙәре бар.
– Ә беҙгә ҡом һибеүҙең кәрәге юҡ.
– Ниңә улай тиһегеҙ?
– Беҙҙең ауылда пенсионер ҡарттар ғына йәшәй.
– Йәшәһә һуң?
– Ҡом шуларҙан ҡойола, тимәксемен.
***
Хәҙер ниндәй генә ара­ҡы­лар юҡ! Хатта “Распутин”, “Путин” тигәндәре лә бар. Нимәлер алырға теләп, кибеттәге һатыу­сыға:
– Бир... – тип һүҙ баш­лағайным, мин әйтеп бөтөр­гәнде лә көтмәй:
– Мә! – тип араҡы шешәһе һуҙҙы. Этикетка­һына ҡараһам, “Биръ” тип яҙылған. Баҡтиһәң, Бөрө араҡы заводы шундай ара­ҡы сығара икән.
Төрлө исемле иҫерткес­тәр сығарыу шулай йылдам барһа, “Мә!” тигән араҡы ла сығасағын көт тә тор.
***
Сәғит Агиштың тағы бер һөйләгәне.
Һуғышҡа тиклем Мәскәү­ҙә театр эшмәкәрҙәренең ниндәй­ҙер йыйылышы була. Унда Башҡортостандан Мө­хә­мәтша Буранғол менән Сәғит Мифтахов та бара. Сәғит Мифтахов, ул ваҡыт­та театр директоры булғас, трибунаға сығып, килә­сәк­тә башҡараһы эштәре тура­һында һөйләй башлаған. Шул саҡ залдан Мөхәмәтша Буран­ғолдың гөрөлдәгән тауышы ишетелә:
– Сәғит, йылғаға етмәҫ борон ыштаныңды сисмәй тор, йәме!
Был һүҙҙәрҙең тәржемә­һен ишеткәс, бөтә зал, президиум өҫтәле артында ултырған Немирович-Данченко ла эстәрен тотоп көлә башлай. Буран­ғолдың һөй­лә­үе буйынса, көлә-көлә Немирович – бер, Данченко икенсе яҡҡа ауып киткән.
Буранғол етди драматург ҡына түгел, нескә юморист та булған икән.
***
Өс-дүрт көн буйына “ха­лыҡтар берҙәмлеге”н байрам иттек. Байрам эсеүһеҙ буламы ни? Бигерәк тә Рәсәйҙә. Россияндар шул өс-дүрт көн буйы тороп та, ятып та, ултырып та эсеп рәхәтләнде. Шуға әлеге көндө “Всенародное единство” түгел, ә “всенародное пьянство” тип атаусылар ҙа булды. Элек байрамдар бер көн була ла бөтә торғайны. Хәҙерге властың күңеле киңерәк булып сыҡты.
***
Үбешергә яратҡан йәш­тәр­гә мин яңы исем таптым – үпте­мист. Үптемист һәр саҡ оптимист. Ҡартайғас, ул песси­мисҡа әйләнә.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: