-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Онотҡан

Вәли армиянан ҡайтты. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итте ул. Ата-әсәһе уның ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Һағындырғайны ике йыл күреш­мәгән малайҙары.

Онотҡан
Онотҡан

– О-о, батя, здорово! Я очень соскучился, – тигәс улдары, Ғәли ағай артҡа йығылып китә яҙҙы. Бөтөн­ләй урыҫ булып ҡайтҡан даһа. Тик ҡатыны ғына улының урыҫса хәбәр те­ҙеүенә иғтибар итмәй, ирекһеҙҙән атылып сыҡҡан күҙ йәштәрен һөртөргә лә онотоп, арҡаһынан һөйөүен белде.
Бер көн үтеп тә китте. Ә улдары үҙ телен әйтерһең дә бөтөнләй онотҡан, баш­ҡортса ләм-мим. Етмәһә, ғәфү үтенеп маташа: “Папа, ты извини меня, я все забыл по-башкирски. Все парни были русские, ни одного башкира”, – тигән була. Миңә нисауа ла ул, урыҫса әҙ-мәҙ һупалаған әсәһенә ҡыйын була инде, тип уфтанып алды Ғәли ағай.
Вәлиҙе иптәштәре саҡы­рып алды. Йәштәр менән дә русса ғына шыттырҙы. Был, әлбиттә, бергә уйнап үҫкән ауыл егеттәренә оҡ­ша­маны. Ике егет ҡулынан тотоп алып, әйҙә Вәлиҙе ҡытыҡларға тотондо.
– А мы в гармонь играем, – тине улар. Вәли тыпырсынып ҡараны, ныҡ тотҡандар, ебәрергә уйла­майҙар ҙа, һынды ҡатыр­а­лар ғына. Ахыры Вәли түҙмәне:
– Ебәрегеҙ, үләм бит, ҡытыҡ килә, – тип ҡыс­ҡырып ебәрмәһенме.
Егеттәр шарҡылдап көлө­шөргә тотондо.
– Тағы ла гармун уйнай­быҙмы?
– Иҫкә төштө, төштө, – тине Вәли уңайһыҙланып. Бер аҙҙан башҡортса һөйлә­шә-һөйләшә Вәли өйгә ҡайтып инде.

Таңһылыу ҒҮМӘРОВА.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас