+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Шифаханаға барғанда

Йәй. Түҙеп торғоһоҙ эҫе. Шифаханаға елдереүсе автобуста тын алырлыҡ түгел. Елләтеү люгы аҫтында улты­рыусыларға саҡ ҡына еңеле­рәк.

Шифаханаға барғанда
Шифаханаға барғанда

Ләкин үтәнән-үтә ел барыһына ла оҡшамай. Сибек кенә ҡарт урынынан тора ла люкты шапылдатып яба:
– Бында һыуыҡ тейҙерер­гә… Шул ғына етмәгәйне!
Салон мунсаға әйләнә. Шул ваҡыт тулы кәүҙәле икенсе ҡарт урынынан ҡал­ҡа. Ул таяғы менән люкты асҡас, салонға һыуыҡ һауа тула.
– Һин ниңә тәртип боҙа­һың? – Сибек ҡарт һикереп тороп, люкты ҡабат ябып ҡуя. – Сирләйем, тип торам да баһа, миңә үтәнән-үтә өргән ел аҫтында ултырырға ярамай.
– Ә мин сәләмәтме? – Йыуан ҡарт мығырлай. – Миндә астма!
Йоҡомһорап килгән пасса­жир­ҙарға йән инә, улар артабан ни булырын дүрт күҙ менән көтә. Оҙаҡ көтөргә тура килмәй. Йыуан ҡарт таяғы менән тағы ла люкты аса, салон еләҫләнә.
– Хәҙер мин һине… Мин – хеҙмәт ветераны! Льготаларым бар! – Сибек ҡарт яңынан люкка ынтыла.
– Ни эшләйһең? – Йыуан сибектең ҡулына үрелә.– Мин дә урамда эт һуғарып йөрөмәнем.
Ҡарттар бер-береһенә таш­­лана, бына-бына икмәк шүрлектәренә менеп төшә­сәктәр.
– Урындарығыҙға ултыры­ғыҙ! – Кемдер ҡалын тауыш менән ҡысҡырып ебәрә. Өсөн­сө кеше тороп баҫа. Ул 65 йәштәр самаһындағы ҡа­тын булып сыға. – Мин, улты­рығыҙ, тип кемгә әйттем! Юҡһа, көс ҡуллана­саҡмын. Аңлайышлы булһын өсөн аңлатам: мин дә ветеран. Пси­хиатрик дауахана­ның элекке санитаркаһы.
Ҡарттар мыштым ғына урындарына сүгә.
– Арҡамдан һыуыҡ йүге­реп үтте, – ти хөрмәт менән сибек ҡарт.
– Ә мин шыбыр тиргә баттым, – ти йыуан ҡарт. – Бына был, исмаһам, ҡатын! Ғәфү итегеҙ, күгәрсенкәйем, һеҙ ҙә шифаханаға бараһы­ғыҙмы? Исемегеҙ кем?
Ҡалған юлды ҡарттар, йәштәрен һәм сирҙәрен онотоп, ҡатын менән асыҡтан-асыҡ ғишыҡ уйыны уйнап үткәрә. Уның бойороғо буйынса елләтеү люгы бер асыла, бер ябыла. Шифаханаға килеп еткәндә улар дуҫтарға әйләнә.

Б. ШӘМЕҒОЛОВ.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас