

Атайым һәр көн иртән паркта йүгерә торғайны. Ул өйҙән бер үк ваҡытта сыға, шуға күрә күршеләребеҙ һөйләгән хәл килеп тыуған да инде.
Имаметдинды ҡатынының борсоулы тауышы уята:
– Тор, Имам, йоҡлап ҡалғанбыҙ!
– Кем? Ни өсөн? – Уяулы-йоҡоло ир бер нәмә лә аңламай.
– Тәҙрәгә ҡара! Ана, күршебеҙ йүгерергә китеп бара. Беҙ, ғәҙәттә, был ваҡытта өйҙән сығабыҙ. Бөгөн яңы торҙоҡ, тиҙерәк йыйын!
– Көтөп тор әле, будильникты ҡара, беҙҙең ваҡыт бар, – тип ҡаршы төшә Имаметдин ҡатынына.
– Һин кемгә нығыраҡ ышанаһың: күршегәме әллә будильниккамы? – тип һорай ҡатын. – Бәлки, ул ватыҡтыр.
Дәлилдәр шул тиклем ышандырырлыҡ, күршебеҙ тиҙ генә тороп кейенә лә, иртәнге сәйҙе лә эсеп тормай, ир менән ҡатын эшкә ашыға. Эшкә ярты сәғәт алда килгәс, улар ғәжәпләнеп бөтә алмай. Ни өсөн? Сөнки атайым был көндө Мәскәүгә командировкаға китергә тейеш була. Самолетҡа һуңламаҫ өсөн йүгерергә ярты сәғәт алдан сыға.
ҺАУМЫҺЫҒЫҘ
Бер ҡатын мебель магазинына шылтырата.
– Һаумыһығыҙ. Мин күн менән көпләнгән иң ҡиммәтле мебелгә заказ бирергә теләйем.
Администратор (күтәренке кәйеф менән):
– Һаумыһығыҙ! Әлбиттә, әлбиттә, иң юғары разряд менән хеҙмәтләндерербеҙ. Каталогтарҙы өйөгөҙгә килтерербеҙ. Нисек түләйәсәкһегеҙ: ҡул аҡсаһы менәнме әллә кредит карточкаһы менәнме?
– Ой, беләһегеҙме, минең аҡсам юҡ бит.
Администратор (тупаҫ рәүештә):
– Һау булығыҙ!
Ҡатын:
– Аҡса иремдә...
Администратор (күтәренке кәйеф менән):
– Тағы ла һаумыһығыҙ!
Ш. АЛЛАЯРОВ.