

Беҙ уларҙы ҡатыным менән төрлөсә яраштырырға тырышып ҡараныҡ. Бигерәк тә ҡатыным. Өгөт-нәсихәт уҡыныҡ, балалары менән ғәрләндерергә тырыштыҡ. Беҙҙең өйҙә “осраҡлы” күрешһендәр өсөн ҡунаҡҡа ла саҡырҙыҡ. Бәлки, килешерҙәр...
Ләкин күпме генә тырышһаҡ та беҙҙеңсә килеп сыҡманы. Тиҙҙән Наиләнең киләсәген белгәс, Әнүәр һалған ботинкаһын яңынан кейҙе, рәхмәт әйтеп, ишекте тыш яҡтан япты.
Наилә бер килгәндә иланы:
– Әле лә Әнүәрҙе яратам, тик хәҙер бергә була алмайбыҙ, икебеҙ ике төрлө кеше.
Сәй эскәс, кино ҡараныҡ. Ә беҙҙең Артур Наилә апаһын бүлмәһенә саҡырҙы. Ул бөтә ҡунаҡтар менән дә шулайта, өҫтәл футболы уйнарға мәжбүр итә.
Бер аҙнанан беҙгә Әнүәр килде. Ул да бер үк һүҙҙәрҙе һөйләне:
– Мин уны әле лә яратам, ләкин беҙ бер-беребеҙҙән ныҡ алыҫлаштыҡ, ҡабат бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәй алмайбыҙ. Хатта ынтылып та ҡарамаясаҡмын. Етте! Беҙ – төрлө кешеләр. Быны элек нисек һиҙмәнем икән?
Беҙ һөйләшеп бөтөр-бөтмәҫтән Артур бүлмәһенән атылып сыҡты:
– Әнүәр ағай, минең менән футбол уйнағың килмәйме?
Артурҙың тыуған көнөнә Англиялағы бөтә футбол клубтарының эмблемалар йыйылмаһын бүләк иткәйнек. Йөҙҙән дә кәм түгел. Күп булмаһа әле. Һәр матч алдынан ул ярышташына һайларға ҡуша: кем булғың килә? “Ливерпуль”, “Манчестер”? Шунан һайлап алынған эмблема ҡапҡаға тағыла, рәсми матч башлана.
– Мин футболсы түгелмен, хатта көйәрмән дә... Клубтарҙы, өҫтәүенә, инглиздәрҙекен белмәйем, – тип иҫкрәтте Әнүәр. Әммә Артур юғалып ҡалманы:
– Ҡайһы эмблема оҡшай, шуны һайлап ал.
Әнүәр эмблемаларҙы, бөтөнләй икенсе нәмә тураһында уйлап, ҡулында бик оҙаҡ әйләндерҙе. Ниһайәт, һайланы. Уйын ҡыҙҙы.
Артур һәр ваҡыттағыса 10:2 иҫәбе менән отто. Шатлығынан йырлап ебәрҙе.
– Әнүәр ағай бөтөнләй уйнай белмәй, ә Наилә апай унан яҡшыраҡ уйнай, – тине улым Әнүәр киткәс. – Иң ҡыҙығы шул: улар икеһе лә бер үк клубты һайланы – “Лестер Сити”!
Мин шунда уҡ Әнүәргә шылтыратып ҡысҡырҙым:
– Һеҙ төрлө кешеләр түгел! Йөҙ һүрәттән, алдан һөйләшеп ҡуйғандай, бер үк төрлөһөн һайлайһығыҙ. Төрлөләр, имеш!
Әнүәр оҙаҡ өндәшмәй торҙо. Ниһайәт, телгә килде:
– Бер үк төрлөнө?!
Аҙна-ун көн үткәс, Әнүәр менән Наилә беҙҙең ишекте шаҡыны. Ҡулдарында – торт. Яраштылармы икән ни?
Мәлен тура килтереп, Наилә беҙҙең Артурҙы ситкә алып китте:
– Артур, һин миңә теге футбол эмблемаһын бүләк итә алмайһыңмы?
– Ҡайһыһын?
– Ни... “Лестер Сити”.
Артур рәхәтләнеп көлдө:
– Бик бүләк итер инем дә ул, Наилә апай, уны биш минут элек кенә Әнүәр ағай һорап алды. Һинең кеүек шым ғына...
Ф. СЫРТЛАНОВ.