Оло-ҡара биштәр йөкмәгән бына шундай әбейҙәрҙең береһе автобусҡа инергә маташа. Автобус шығырым тулы, ул хатта баҫҡысҡа ла күтәрелә алмай. Әбей кешеләрҙе этеп-төртөп, салонға нисек етте шулай ҡыҫылып инеүенә лә ҡәнәғәт. Үҙенән ҙур биштәре менән ишеккә һөйәлеп, уйға батып (уйлағанға уй бөтәме ни!), ҡәнәғәт бара.
Автобус сираттағы туҡталышта туҡтай, ишек асыла. Әбейме? Дөрөҫ, таяныу нөктәһен юғалтып, тышҡа ҡолай. Автобустағылар ни әйтергә лә белмәй тынып ҡала. Бер яҡтан, әбей йәл (шунда уҡ әйтәм, ул еңелсә ҡурҡыу менән ҡотола), икенсе яҡтан, пассажирҙарҙың эсте тырнап көлгөләре килә.
Туҡталышта торған һалмыш ир икенсе вариантты һайлай. Күҙ алдына килтерегеҙ: автобус ишеге асыла, әбей арҡаһындағы биштәре менән ергә ҡолай. Ә ир ысын күңелдән ғәжәпләнә:
– Нимә, әбей, парашютың асылманымы ни?
И. ШАМИЛОВ.
Лампочка
Ванналағы лампочка янып сыҡты. Эшкә барыр алдынан кис көнө ошондай уҡты һатып алыр өсөн кеҫәмә тыҡтым.
Эштә тәмәке тартырға сыҡтым. Ир-аттар араһында торам, кеҫәнән лампочканы сығарҙым.
Миңә шунда уҡ бәҙрәфтән лампочка бороп алырға, урынына үҙемдекен ҡуйырға кәңәш иттеләр.
Минһеҙ
Бүлмәмдәге лампочка янып сыҡты.
– Мин сәй бешерергә кухняға сығам, минһеҙ алмаштырма, – тине әсәйем.
– Ниңә?
– Ток һуғып ҡуйһа?
– Һуҡһа, миңә нисек ярҙам итмәксеһең?
– Ни... ҡарап булһа ла торормон...
К. МӘРҮӘНОВ.
– Беҙҙең завод янында янып сыҡҡан лампочка һаталар.
– Алалармы һуң?
– Нисегерәк әле! Көнөнә йөҙәр дана һаталар.
***
Ауылдағы ағайыма ҡунаҡҡа барҙыҡ. Табынға ултырыр алдынан мунсала сабындыҡ. Йыуынғас, һыра эстек, сығырға йыйындыҡ. Ағайым лампочканы, патронда ҡалдырып, борҙо. Выключателгә баҫты – янмай.
– Төндә күрше киләсәк, выключателгә баҫасаҡ. Янмай. Тимәк, янып сыҡҡан.
М. ЕЙӘНСУРИН.
Фото: ru.dreamstime.com