-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Һәйкәл

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА (Хикәйә) Кәнизә эскәмйәлә тыныс ҡына ултыра ине. Ҡапыл ҡулбашына ниҙер ҡағылды. Ифрат ҡурҡҡан ҡатынҡай ҡаты ҡағылған нәмәне тотоп алды. Ҡош икән. Ул, аптырауынан арынып, ҡоштоң ҡанаттарынан аймап, әйлән­дереп-тулғандырып ҡарай башланы: күгәрсен, шикелле.

Һәйкәл
Һәйкәл

Ысынлап та, күгәрсен! Бәй, ҡош ысын түгел, ҡатырғанан яһалған. Бала-саға тырышҡандыр. Харап оҡшатҡандар бит әле: килешле кәүҙәһен күк төҫкә,тәпәйҙәрен ҡы­ҙылға буяғандар. Бәй, әлегәсә нисек шәй­ләмәгән: күгәрсен тәпәйенә нимәлер яҙылған ҡағыҙ бәйләгәндәр ҙә баһа. Ҡатынҡай, уны тиҙ генә ҡулына алып, уҡырға тотондо: «Ал-ял белмәгән егәрле хәбәрсебеҙ, ҡәҙерлебеҙ Ҡәнизә Ғәйептәр ҡыҙына ҡайнар сәләм!» ти­гәндәр. «Ҡәҙерлебеҙ» тигәндәр, «егәрле» ти­гәндәр – тимәк, һәләк хөрмәтләйҙәр. Ифрат шатланған ҡатынҡай аңғармай ҙа ҡалды – уйын­сыҡ ҡошто сойорғотто ла ҡуйҙы. Уныһы нимәгәлер бәрелде лә ергә тәгәрәне. Баҡһаң, таш һынға һуғылған. Нисек күрмәгән: уға яп-яҡын ғына һәйкәл тора, имеш, һерәйеп. Быны ҡайһы арала ҡуйғандар? Ярай, уныһы мөһим түгел, мөһиме – һәйкәл кемгә тәғәйенләнгән?
Ҡатын таш һын янына яҡынлашты. Ҡәнизәнең йәнә иҫе китте: һәйкәл алтындан ҡойолған, шай… Быға ни саҡлы алтын сарыфлағандар. Әллә алтын төҫөндәге буяуға ғына манған­дармы? Ярай, уныһын аҙаҡ ашыҡмай-ҡаба­ланмай асыҡлар. Һәйкәл кем өсөн – йәһәтерәк белергә кәрәк. Ул алтаҡтаға баҡты ла шаҡ ҡатты: «Ҡәнизә Ғәйептәр теленә тилсә сыҡ­һын!» – тип сыймаҡлағандар. Аббау, быны ла уға арнағандар! Һәйкәлдәге бисәнең ҡыҫыҡ күҙҙәре лә, оҙон танауы ла, кейгән кейеме лә оҡшаш. Килештергәндәр генә.
А-а-атаҡ, телен ҡайһылай оҙонайтҡандар – түшенә тиклем һәлберәп төшкән. Бәй, бәндә­неке түгел – әллә йылан теле инде?! Йылан­дыҡы шул: аршын оҙонлоғондағы тел аҫҡа һалбыраған; үткер тештәре һерәйгән: «Хәҙер сағам, хәҙер үлтерәм!» – тип, яман яҫҡанып таҫрайған.
«Теленә тилсә сыҡһын!» тип ҡәһәрләгән кешене Ҡәнизә барыбер табасаҡ. Уныһы аяуһыҙ ауырлыҡтарға тарыясаҡ, язаһын буйтым ала­саҡ. Ҡәнизә әлегәсә бер кемдән дә үҙенә һүҙ тейҙертмәне. Ҡырын ҡарарға ла ҡурҡтылар – артабан да шулай буласаҡ.
…Һәйкәл төҙөүсене йәһәт кенә эҙләп табырға ла кәрәген биреп, күрмәгәнен күрһәтеп кинәнергә ниәтләнгән Ҡәнзифә шаҡылдаған тауышҡа уянды, бәй, иҙәндә ята ла ул. Әл-лә-лә, теленең үҙәккә үтеп әрнеүҙәре! Карауаттан ҡолағанда тел генәһен тешләгән бит. Ай-һай, сыҙамаҫлыҡ һыҙлай. Әл-лә-лә, әсетеүҙәргә нисек түҙергә?
Ҡатын тырышып-тырмашып торҙо ла трюмо алдына баҫты. Көҙгөлә үҙен күргәс, тетрәнде: теле ауыҙына һыймаҫлыҡ булып шешкән – тө­шөндә күргән йыландыҡы һымаҡ, аҫҡа һал­быраған.
Ул ҡабаланып карауатына ауҙы. Салҡан ятҡан ҡатындың бөтә ғүмере күҙ алдынан үтте.
Эйе, Ҡәнизә бик бәйелһеҙләнеп йәшәне. Һис кенә лә үкенмәне. Эйе, бөгөнгәсә үкен­мәгәйне… Артабан былай холоҡһоҙланырға, моғайын, ярамаҫтыр.
Ул мәңге сәйер булды – эсе тулы сер булды. Әллә күпме дуҫ-иштең, туған-тыумасаның, ир һәм ҡатындарҙың, хатта ата-әсә менән ба­лаларҙың араларын аяуһыҙ бутаны: булма­ғанды булды, тине; булғанды юҡҡа сығарҙы. Үҙенә кәрәккәнсә килештереп, төрләндереп – төймәне дөйәгә, дөйәне төймәгә әйлән­дереп, ғәйбәт йөрөттө – бәндәләрҙе көйөн­дөрөп, һәләк һөйөндө, рәхәтләнеп көлдө.
Әлән-борхан тотонмай ул эшкә. Тәүҙә «сәпкә эләккән» кешеләрҙең көнкүрештәрен, ғәҙәт-фиғелдәрен, бер-береһенә мөнәсәбәттәрен тәрән өйрәнә, хәл-ваҡиғаның булыуы ла шарт. Ысын ваҡиғаға нигеҙләнһә, ғәйбәттең ҡеүәте бермә-бер көсәйә. Шулай итеп, «ижад емеше» һәйбәт өлгөргәс кенә, уйлағанын ашыҡмай-ҡабаланмай ғына тормошҡа ашыра.
Күҙ алдына һәйбәт килтерер өсөн бер генә өлгө тәҡрирләп китергә кәрәктер.
Ғәмбәрәнең туйында Мәрмәрә менән бергә булғайны. Мәрмәрә – Ғәмбәрәнең бер туған апаһы.
Туйҙа кәләште лә бейе­тәләр бит инде. Йәш килен һәләк килештереп бейене – атҡаҙанған артисың ары торһон. Барыһы ла һоҡ­ланды. Бигерәк тә Мәр­мәрә кинәнде:
– Әллә кемдең һеңлеһе!
Ана шулай, ана шулай
Матур баҫа ла ҡуя.
Бейеүҙәре күлдә йөҙгән
Аҡҡошҡа оҡшап тора! –
тип, үҙенсә таҡмаҡ та сы­ғар­ҙы. Шатлыҡтан хатта күҙ­ҙәрендә йәш күренде.
Ғәжәйеп хәлде йөрәгенә йәшерҙе Ҡәнизә… «Хәҙер ҡыуанаһың, оҙаҡламай хурла­нырһың», тип хасланды.
Ғәмбәрәнең холоҡ-фиғе­ленә күптән төшөнгәйне: кенә ҡыуа торған ғәҙәте бар – үп­кәләүен һис онотмай – ҡонон унлата ҡайтара.
Ә Мәрмәрә бөтөнләй икенсе: күңеле нескә, хискә тиҙ бирелә.
Аҙна–ун көн уҙҙымы–юҡ­мы, Ғәмбәрәне аулаҡта ос­рат­ҡас, Ҡәнизә тәҫләп-тәҫ­ләп йөрәгенә бикләгән ниә­тен рәхәтләнеп бәйән­ләне:
– Мәрмәрә апайың туйың­да бейегәнеңде яратманы: «Байғошҡа кәкре аяҡтарын салыш-солош тарбандатып һәлпәндәргә кем ҡушҡан? Йәнәһе, берәү бейей. Һәпрә һең­лемдең һәләк ирмәк һел­кенеүенә ҡунаҡтарҙан ифрат оялдым – иҙән ярығы булһа, төшөр ҙә китер инем, билләһи!» – тине. Яман таҡмаҡ сығарҙы. Һине йәлләп кенә һөйләйем, үҙенә әйтмә, йәме, – тип сурытты. Был хәбәр Ғәм­бәрәгә нисек тәьҫир итеүен һиҙҙермәй генә күҙәтте: йәш ҡатын бер ағарҙы, бер буҙарҙы, ирендәре күгәрҙе, тынын үрә алды.
«Булды! Булдырҙым!» – тип шатланды Ҡәнизә.
Ысынлап та, ғәйрәтле ғәйбәт үҙенекен эш­ләне: туғандарҙың араһы ныҡ боҙолдо. Әле­гәсә сәләмләшмәйҙәр.
…Иләмһеҙ төш күрһәң дә, телеңде тешләһәң дә күңелеңә һеңгән шөҡәтһеҙ ғәҙәт һис бөтмәй ҙә, кәмемәй ҙә икән: Ҡәнизә аҙна–ун көндән теленең ауыртыуы саҡ ҡына баҫылғас та, үкенеүен онотоп, ауыл ҡыҙырырға сығып китте. Үҙенең, ижад емештәрен тәмләткән бән­дәләрҙең хәл-әхүәлен күреп-белеп, кәйефен күтәрергә ниәтләгәйне ул.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: