Бөтә яңылыҡтар

Ҡайсы

Әфридун сәсен өйөндә би­сәһенән алдырырға ғәҙәт­ләнгәйне.– Әфридун, Әфриду-у-н! Кил инде, ҡартыҡайым, оҙон-оҙаҡ йыуанмайыҡсы. Юғиһә, көн уҙа ла китә. Бер эшкә лә ҡул етмәй унан. Кисә лә Шәмсиәләрҙә хә­т­һеҙ ваҡытым әрәм булды.

Ҡайсы
Ҡайсы

Сә­сең­де ялт-йолт ҡына тәүәккәл­ләйек тә, унан минең урап киләһе ерем бар.
– Ярар, улайһа, һинеңсә бул­һын, – тип ҡарсығы менән килеш­кәндәй төҫлө сал сәстәрен төкө­рөкләп һыпыра-һыпыра атылып килеп етте Әфридун.
Ул лып итеп үҙенең ҡәнәфийе­нә йәйелеп ултырҙы. Сәсбикә “клиентының” алдына бөтәрлә­неп бөткән ситса киҫәген йәйеп тә һалды, япманың өҫкө өлөшөн муйын тирәһенә төйнәп тә ҡуйҙы. Ҡулына ҡайсыһын эләктерҙе һәм, ғәҙәттәгесә, котовскийса ҡырҡырға кереште.
Бер мәлде, эштең инде яртыһы тамамланып килгәндәрәк, баштан уҡ тешен ҡыҫып ултырған Әфридундың түҙемлеге ҡалма­ны. Ул ҡапыл сыйылдап ебәрҙе:
– А-а-а, бынау булыр-булмаҫ ҡайсың менән ғәзиз башҡа­йымды киҫкеләп-тишкеләп бө­төрҙөң буғай инде…
– Ой, ҡартыҡайым, зинһар ғә­фү ит, – тип аҡлана башланы Сәс­бикә. – Исписиально шулай эшләмәйем дә инде. Ниндәй тупаҫ инструмит менән булаш­тырғанымды үҙең дә күреп то­раһың бит. Теге яҡшыһы әллә ҡай­ҙа булған. Эҙләп-эҙләп ҡара­ным, таба алманым.
– Теләһә нәмә әтмәлә, түлке был ҡайсың менән минең баш янына бүлше килмә. Нимә ҡарап тораһың?..
– Ярар, ҡартыҡайым, юҡ өсөн көйәләнмәйексе. Баҙар янда ғына. Ялт-йолт ҡына яңы ҡайсы алайым да сығайым булмаһа. Өс тинлек әйбер өсөн праблима яһап ултырмайыҡ инде. Бер биш-ун минут ҡына сабыр ит. Мин хә­ҙер ҡайтып етәм.
Әфридун бисәһенең тәҡдиме­нә ризалашып, ултырып ҡалды.
Сәсбикә ашығып сығып китте. Баҙар ҡапҡаһын үтеүе булды, бер әхирәтен осратты.
– Иҫәнме, Ғәрифәкәйем, ни хә­лдәһең?
– Бик әйбәт кенәмен, Сәсби­кәйем, рәхмәт. Үҙегеҙ?..
– Иптәшең нисек? Бала-са­ғаң, ейәндәрең, туған-тыумасаң иҫән-һау ғынамы? Сирләшмәй­һегеҙме? – тип әхирәтенең нә­ҫел-нәсәбен барлап сыҡты ул.
Бигерәктәр ярата ине Сәсбикә баҙарҙағы бындай йәнле әңгә­мәләрҙе. Өҫтәүенә, күпме хәбәр ишетеп ҡайтырға тура килә унан. Был юлы ла байтаҡ яңылыҡтар эләктереп өлгөрҙө ул Мәрфү­ғәһе, Ғәйшәһе, Фатимаһы, Әһ­лиә­һе кеүек серҙәштәренән. Ғә­ҙәттәгесә, осратҡан башҡа таныш-белештәрен дә иғтибарһыҙ ҡалдырманы.
…Өйҙәге парикмахерский салонында янъял ҡубырға тора ине. Бер үк позала фәлән сәғәт буйы көҙгөгә төбәлеп ҡарап ултырыу рәхәт тиһегеҙме әллә?! Әфридун донъяһына төкөрөп урынынан ҡуҙғалмаҡсы булғанда ғына йырлай-йырлай Сәсбикәһе ҡайтып керҙе. Алғы бүлмәләге көҙгө алдында ятҡан массажкаһы менән бер аҙ һыпырынып алғас, ашыҡ­май ғына Әфридун янына үтмәк­се булды. Тупһа аша атлағанда абынып йығыла яҙҙы.
– Бәй, бәй, Әфридунҡайым…
– Эйе шул, Әфридунҡайың мин булам.
– М-м-м, сәсең бит, сәсең…
– Шулай булғас, нимә ҡарап тораһың, башлағаныңды иртәгә­гә ҡалдырмайһыңдыр бит. Уралып йөрөй торғас, кисте еткерә­һең хәҙер.
– Ой, Әфридуша, мин баҙарҙан яңы ҡайсы алып керергә онот­ҡанмын бит…
– Эйе шул, ваҡытың шул ҡәҙәр ҡыҫтау булғас ни… Әлдә инде, меҫкенкәйем, барыһына ла өлгөрәһең…
– Әфридун, йәнекәйем, зинһар тағы бер-ике минут ҡына көтөп тор инде. Мин хәҙер урап керәм.
– Стойя-я-ять, был юлы ҡайсы артынан үҙем барам. Килтер аҡсаңды!
– Һин нимә, Әфридун? Бындай ярым-йорто сәс менән урамда кеше көлдөрөп йөрөмәһәң та­ғы…
– Зато ул бер миндә генә. Йәштәрҙең заманса модаһы тип уйлаһындар әйҙә…

Айҙар БАСИРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: