+30 °С
Облачно

Алдым

– Тәк. Балыҡ ҡармаҡлау та­нытмаһын алдым. Ташбаш тоторға лицензияны алдым. Кредит картаһын алдым. Балыҡ ҡармаҡлау ҡо­рал­дарына ташлама карта­һын алдым.

АлдымАлдым
Алдым

Һыуға батыуҙан страховка полисын алдым. Һәүәҫкәр ба­лыҡсы танытма­һын алдым. Ҡармаҡтың техосмотр талонын алдым. Ҡар­маҡты алдым. Селәү­сен­ле банканы алдым. GPS-на­вигаторҙы алдым. Кеҫә те­лефонын алдым. Запас ҡармаҡтарҙы алдым. Ба­лыҡлы урындар күрһә­телгән карталы нетбукты алдым. Балыҡ һағы инспекторы тота-нитә ҡалһа, аҡса ал­дым...
– Ейәнкәйем, унда нимә мығырлайһың?
– Өләсәй, мин өсөнсө “А”-лағы Тимур менән йылғаға ташбаш тоторға барырға йыйынам.

И. САБИРОВ.

Фото: Яндекс

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас