-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Юл хикмәттәре

Сабир ШӘРИПОВ Китһә ни? Ҡайтыр әле!..Ике әҙәм урамда гәпләшә, ти.– Фәлән апа (атайҙан оло ир кеше) күренмәй, шәт Сибайға һыпыртҡан...

Юл хикмәттәре
Юл хикмәттәре

– Бер китһә, аҙнаһыҙ ҡайтмай торған...
Аҙна үтеүгә, теге икәү ҡабат осрашҡан.
– Фәлән апа Сибайҙан ҡайт­ҡан. Сәпсим бөлгән, әй.
– Ун көн йөрөгәс ни... Яҡын-ара ерме, Сибай тигәс тә!
Баҡһаң, Иҙел баштарындағы халыҡ лаҡабынса, «Сибайға ки­теү» – запойға китеү имеш. Һай, таҫма телдәр! Рәсәйҙән ситкә ебәрмәгәс, хуп, үҙенә күрә пат­риотлыҡ таһа был.
Ә бәғзе төбәктәрҙә, алыҫ тип тормай, ағай-энеләр Хабаров­ский­ға уҡ «елдерә», тиме. Поезда, ай-һай, барып ҡайтыу ғына өс аҙналапҡа һуҙыла...

Кем белергә тейеш?

«Китап»та эшләгән директор­ҙарҙың береһенән таралды был ла­ҡап. Йәнәһе, машинаға ул­тырғас, водителе һорай унан:
– Ҡайҙа барабыҙ?..
– Шофер үҙе белергә тейеш, – була яуап...

Бисәһен ултыртмаған

Ауылдан бер төркөм кеше, автобус яллап, яҡындағы ҡала баҙарына сәфәр сыҡҡан. Әммә ҡайтышлай машиналары бо­ҙолғас, быларҙың һәр беренә бе­рәм-һәрәм кире ҡайтыу хәс­тәрен күрергә тура килгән.
Бер ҡатынҡай ҡала ситендә өң­шәйеп торған да ҡалған. Алыҫтан уҡ иренең машинаһын күреп, эсенә йылы ингән был ха­нымдың. Әстәғим, ире туҡтамай уҙҙы ла киттесе... Танымаһа бер асыу!
Өйҙә ҡатыны тауыш ҡуптар­маҡ булғас, ире тыныс ҡына:
– Ә ниңә галасауайт итмәнең һуң? Әллә кем түгелһең – баш­ҡалар итә бит... – тигән дә уң ҡу­лын күтәргән. – Бына ошолайтып...

Уйынлы-ысынлы...

Туйҙан ҡайтып килә икән өс-дүрт машина.
Ҡалын күҙлекле ҡатын рулдәге егеттән белешкән: «Күп ҡалдымы ҡайтып етергә?» Башы зәңкеп килгән ире водителдән алда уҡ тауыш биргән: «Ана, күр, 97 км тип яҙылған. Туҡтайыҡ ошонда, ағай-эне! Оноттоңмо әллә, ҡо­ҙалар күстәнәс һалғанда, ошо ергә еткәс, 97 грамм йотһағыҙ, юлығыҙ ырамлы булыр, тип оҙатты. Өс грамм өсөн ваҡлашып тормабыҙ инде, йөҙгә еткереп ҡуйырбыҙ...»
Ҡоҙаларының хушлашҡанда шулай әйткәнме-юҡмы икәнен иҫенә төшөрөп, уны-быны аңлап етмәһә лә, ҡатынҡайы күрһәт­кестәге яҙыуҙы шәйләп, башын һелккән – риза, йәнәһе.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: