Уяныр алдынан ул ғәжәйеп төш күрҙе... Имеш, супермаркетта өс литрлы банкала араҡы һаталар, етмәһә, уға йәм-йәшел тоҙланған ҡыяр тултырғандар.
“Бындай банкалар төшкә генә инеүе мөмкин”, – тип уйланы Сидоров һәм, бесән күргән аттай, кешнәп ебәрҙе:
– Араҡыһы ла, ҡабымлығы ла – бер юлы!
Сидоровтың инаныуынса, был төҫлө төш ине, сөнки ҡыҙыл аҡсаға ике банка араҡы алды.
Араҡыны эстеме, юҡмы – иҫенә төшмәне, әммә кем менәндер һуғышҡыһы килеүе хәтерендә уйылып ҡалған. Тик шуныһы аңлашылмай: ни өсөн? Ярай әле, ваҡытында уянды!
Кухняла таҡы-тоҡо менән сәй эскәндә радио тыңланы. Рәсәйҙә айырылышҡан ирҙәргә һәм ҡатындарға киләсәктә ап-аруҡ дәүләт пошлинаһы янай: йәнәһе, ғаиләләрҙе тарҡатмаҫ өсөн.
“Миңә бындай ҡурҡыныс янамай”, – яңыраҡ ҡына һуңғы никахһыҙ ҡатыны менән айырылышҡан Сидоров көлөмһөрәне.
– Хәйер, Рәсәй миллионерҙарына ла... Уларға бындай пошлина сүп кенә. – Ул радионан ишетмәҫ борон уҡ әле йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә бындай даланлы егеттәрҙең 20 процентҡа артыуын белә ине.
– Беҙ планетала яңынан иң алдынғыһы! – Сидоров әсе көлдө, үҙен шунда уҡ серегән бай итеп тойҙо.
Аҙаҡ ул Карл Маркстың “Капитал” китабы донъя күреүенә 150 йыл тулыуын белде.
“Маркс бабай капитализм тураһында төҫлө төштәр күрмәгәндер, – тип уйланы Сидоров. – Күрһә, буржуйҙар, өҫтәмә хаҡ һәм хеҙмәтсәндәрҙе эксплуатациялау хаҡында китап яҙмаҫ ине. Ә уның әйткәндәре бөгөн дә әһәмиәтле, бигерәк тә беҙҙең Рәсәй өсөн”.
Сидоров быға бер тамсы ла шикләнмәне, сөнки институт тамамланы, ул ваҡытта юғары белем тураһындағы дипломдар һәр мөйөштә һатылманы, хатта фәнни коммунизм буйынса дәүләт имтиханын “отлично”ға тапшырҙы.
Яңылыҡтарҙан һуң радионан “Халыҡтар берҙәмлеге көнө” хаҡында һөйләнеләр. Сидоровҡа, бөтә илгә иртәгә байрам буласағын иҫкә төшөрҙөләр. Ул тормошҡа башҡа көндәргә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡыуанырға тейеш.
Ләкин Сидоров бер нәмәгә лә ҡыуанманы. Уның башынан төҫлө төш китмәне: йәм-йәшел ҡыяр тултырылған өс литрлы банкалағы араҡы...
“Минең кеүек бөтә кеше лә төҫлө төш күрмәй ҙә баһа, – тип уйланы ул моңһоуланып. – Кемдеңдер уянғас ысынлап һуғышҡыһы килер, хатта Карл Марксты уҡыһа ла”.
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.