+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Тинтәктәр

Пляжда ҡомда ҡы­ҙынып ятам. Янымда өс-дүрт егет һыра һемерә.– Ҡарағыҙ әле, үлгән ҡош! – тине береһе.– Ҡайҙа? – Икенсе­һе күккә ҡараны.Улар – беҙҙең арала…

Тинтәктәр
Тинтәктәр

Танышым, әгәр машина­һы юл фажиғәһенә тарый ҡалһа, хәүефһеҙлек ҡайышын тиҙ арала ҡырҡыу өсөн махсус ҡулайлама һатып алды. Уны багажникта йөрөтә.
Улар – беҙҙең арала…
Аэропортта сумаҙанымды ала алмағас, юғалған багаждар бүлегенә барҙым. Унда эшләүсе ханым, мөләйем йылмайып, миңә борсолмаҫҡа ҡушты:
– Эш тәжрибәм ҙур, проблема тиҙ арала хәл ителәсәк. Башта шуны әйтегеҙ әле, – тип үтенде ул, – һеҙҙең самолет килдеме?
Улар – беҙҙең арала…
Ашханаға тамаҡ ялғарға ингәйнем. Йыуан ҡорһаҡлы ир пиццаға заказ бирҙе. Ашнаҡсы уны нисә киҫәккә бүлергә кәрәклеген белеште:
– Дүрткәме әллә алтығамы?
Ир бер килке уйланып торҙо:
– Дүрткә бүлегеҙ, алтауҙы ашарға мин ул тиклем ас түгелмен.
Улар – беҙҙең арала…
Беҙҙең районда фәнни конференция үткәрҙеләр. Баш күтәрмәй эшләп ултырыуыбыҙға ҡарамаҫтан, барыбыҙҙы ла залға ҡыуып индерҙеләр. Баш ҡаланан килгән психиатр буш залда сығыш яһай алмай ҙа баһа!. Беҙҙең арала ошо сараны ойошторған район хакимиәте башлығы урынбаҫары ла бар ине. Ханым докторға һорау бирергә йөрьәт итте.
– Әйтегеҙ әле, доктор, – тип башланы ул, – ҡәҙимге кешене тинтәктән айырып тороусы ябай ғына ысул бармы?
– Бар, әлбиттә, – тип яуап бирҙе психиатр. – Кешегә ябай ғына һорау бирергә кәрәк. Әгәр ул һорауға яуап бирә алмаһа, барыһы ла аңлашыла.
– Ниндәй һорау? – тип ныҡышты ханым.
– Мәҫәлән, ошондай. Капитан Кук Ер шары тирәләй өс тапҡыр сәйәхәт ҡылған. Уларҙың береһендә вафат булып ҡалған. Ҡайһыһында?
– О, доктор, һеҙ ябайыраҡ һорау бирә алмаҫ инегеҙме икән? Мин тарихта һай йөҙәм, – тип уңайһыҙланды урынбаҫар.
Улар – беҙҙең арала…
Бер ир яңы һыуытҡыс һатып алғас, иҫкеһен ҡапҡа төбөнә сығарып ҡуйған. Өҫтөнә ҡағыҙ йәбештергән: «Кемгә һыуытҡыс кәрәк, алығыҙ, бушҡа бирәм». Ул ҡапҡа төбөндә өс көн торған, алыусы булмаған. Ир дүртенсе көндө ҡағыҙҙы алмаштырған: «Һыуытҡыс һатыла, хаҡы 2 мең һум». Иртән тороуына һыуытҡыстан елдәр иҫкән.
Улар – беҙҙең арала…
Табип-психологҡа күренергә күҙ төптәре күгәргән, төҫө ҡасҡан ҡатын килгән. Психолог:
– Һеҙгә ни булды?
Ҡатын:
– Аңлайһығыҙмы, доктор, ирем менән мөнәсәбәтем маҡтанырлыҡ түгел. Әҙ генә төшөрөп ҡайтһа, тота ла ҡулдарын эшкә ҡуша…
– Мин бик шәп алым беләм! Ромашка төнәтмәһе яһағыҙ, ирегеҙ ҡайтып инеү менән, шым ғына ауыҙығыҙҙы сайҡатырға тотоноғоҙ.
– Ярҙам итер, тип уйлайһығыҙмы?
– Итәсәк, итәсәк! Бик шәп алым!
Ике аҙнанан һуң. Шул уҡ ҡатын, тик уны хәҙер танырлыҡ та түгел. Тештәрен йылтыратып, айҙай балҡып тора. Ҡатын:
– Доктор, мин һеҙгә шул тиклем рәхмәтлемен! Ябай ғына булһа ла, ғәжәйеп рецепт! Уның сере нимәлә һуң?
Психолог:
– Ханым, эш шунда: үҙ ваҡытында ауыҙыңды ябыу һәм өндәшмәү бындай хәлдәрҙә һәр ваҡыт ярҙам итә!
Тинтәктәр беҙҙең арала…

Б. ӨМӨТҠУЖИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: