Әйткәндәй, сүлдә йәшәгән ошо ҡош һәм башҡа йән эйәләре тураһында бер әкиәт беләм икән. Шуны һөйләйем әле.
Сүл аша йөрөүсе электричкала Ҡобра йыланы контролер булып эшләй, ти. Гөбөргәйел менән бик дуҫ булған үҙе. Бер саҡ Дөйәғош, йомошо төшөп, юлға сыҡҡан. Поездың ҡуҙғалып китеүе булған, вагонға контролер Ҡобра килеп ингән.
– Билеттарығыҙҙы күрһәтегеҙ!
Вагондағылар кеҫәләренән билеттарын тартып сығарған. Дөйәғош эргәһендә ултырған Гөбөргәйел тиҙ генә башын – елкәһенә, тәпәйҙәрен ҡорһағы аҫтына йәшергән. Иҙәндә Гөбөргәйелде эсенә алған ҙур бер таш ҡабырсыҡ ҡына ҡалған.
Ҡобра бөтәһенең дә билеттарын ентекләп ҡарап сыҡҡан, тик Гөбөргәйелгә өндәшмәгән. Үҙе ниңәлер:
– Әллә һинең билетың иҫкеме ул?! – тип Дөйәғошҡа бәйләнгән.
Дөйәғоштоң быға асыуы килеп, Ҡобраның Гөбөргәйел менән дуҫлығын белгәнгә күрә:
– Гөбөргәйелдең билетын ниңә тикшермәйһегеҙ?! – тигән.
– Ул үҙ өйөндә! – тип яуап ҡайтарған Ҡобра.
– Эйе, мин өйөмдө үҙ өҫтөмдә йөрөтәм бит, – тип аҡлана башлаған Гөбөргәйел, ҡабырсығы эсенән башын сығарып.
Икенсе ваҡыт Дөйәғош үҙе менән бер һауыт ҡом алған. Контролер Ҡобра килеп ингәс:
– Мин ҡастым! – тигән дә, башын һауыттағы ҡомға тыҡҡан.
Дөйәғош ултырған вагонда Гөбөргәйел был юлы ла булған икән. Шуға күрә Ҡобра Дөйәғошҡа бер ни тип тә әйтмәгән.
Ә Гөбөргәйелгә килгәндә, шул ваҡиғанан һуң ул билет алмайынса вагонға ултырмай, имеш.
Фото: kakprosto.ru