+12 °С
Облачно

Таба

Дуҫтарыбыҙ ме­­нән тәбиғәт ҡо­сағында ял итер­гә бар­ҙыҡ. Ҡу­на ҡалдыҡ. Ашар­ға бешерер өсөн усаҡ яҡтыҡ. Кемдер тә­бе­йә тәмләргә те­ләне, бының өсөн ул өйҙән йомортҡалар һәм таба алып килгәйне. 

ТабаТаба
Таба

Табын ҡыҙып, әҙер­ләгән ашамлыҡ­тар­ҙы һыпыр­тып ҡуйғас (әл­бит­тә, шешәләр ҙә бушаны), тәбейә лә әҙер булды. Әллә шашлыҡ үтә тәм­ле булған, әллә уны бик күп ҡыҙҙырған­быҙ, әллә араҡы башҡа ныҡ бәргән, табаға ҡағылмағанбыҙ. Ғөмүмән, уны онотҡанбыҙ.
Төн уртаһына тиклем ултыр­ҙыҡ. Иртән иртүк ҡалаға ҡуҙ­ғалыр өсөн, әйберҙәрҙе йоҡ­ларға ятыр алдынан машина­ларға тейәнек.
Иртәгеһен туҡтаған урынды күҙҙән үткәреп, бер нәмә лә онотолоп ҡалмауына инанғас, ҡайтып киттек.
Ҡалаға индек, бер нисә урам сатлығын үтеп киттек. Сират­тағы светофорға еттек. Йәшел ут күҙен ҡыҫа. Сығып өлгөрәм, тип уйлайым. Газды арттыр­ҙым, әммә алдан барған машина туҡтаны. Ә кәрәкмәҫ ине. Мин дә ҡапыл тормозға баҫ­тым.
Бындай мәлдә ниҙәр кисер­гәнде һүрәтләү ауыр. Ҡурҡыу, аптырап ҡалыу, йәнә шөрләү. Һуңынан көлөү. Бәхеткә, авария булмай ҡалды. Аллаға шөкөр, машинамдың тормоздары һәйбәт. Алдымда нин­дәйҙер ҡара нәмә күренеп ҡалды ла теге машинаның артҡы тәҙрәһе шаулап ҡойо­лоп төштө. Машинанан әзмә­ү­ерҙәй ир һикереп төштө, артҡа йүгерҙе, миңә тишерҙәй итеп ҡараны, шунан тирә-яғын байҡаны, яңы ғына барлыҡҡа килгән тишеккә ҡулын тыҡты ла, унан беҙҙең табаны килтереп сығармаһынмы! Шаҡ ҡатып тағы ла бер тапҡыр тирә-яғын һәм яҡындағы йорт­тарҙы күҙҙән үткәргәс, минең янға йүгерә-атлай килеп һораны: «Кем ырғытҡанын күрмәнеңме?» Мин белмә­мешкә һалыштым, ҡайҙандыр пәйҙә булған әйбер тураһында үҙемдең тоҫмаллауҙарымды һөйләй алмайым бит инде.
Бер нисә секундтан һуң, теге шоферҙы салондан тәмле тәбейә йыйырға ҡалдырып, аварияға юлыҡҡан машинаны урап үттем. Һәм эстән генә үҙемә тағы бер тормош һа­бағы алдым – юлға сығыр алдынан машинаңдың түбәһен ҡарарға онотма!

В. ЫРҒЫҘБАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас