-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Аҡса ҡолона әйләндек

Был донъяла йәшәү һәр кеше өсөн үҙе бер ҙур һынау. Ке­шесә көн иткең килһә, иртә таңдан алып ҡара кискә хәтле тир түгергә кәрәк.

Аҡса ҡолона әйләндек
Аҡса ҡолона әйләндек

Элегерәк йәш саҡта беҙ күңелле йәшәнек. Аяҡҡа ке­йергә йүнле туфли, затлы күл­дәк булмаһа ла, күңелдәр көр ине. Демонстрацияларға сы­ғып, гармунда уйнап, йырлап-бейеп ҡайта торғайныҡ. Ә Яңы йылды һағынып, көтөп ала инек.
Бөгөн иһә байрам көндәре етә башлаһа, нимә эшләргә белмәй, шул бер телевизорға текәлеп, нисек итеп көндө үт­кәрергә, тип баҙап бөтәһең. Бер өйҙә йәшәгән күршелә­ре­ңде лә күреп булмай. Ниш­ләп­­тер әүәлге һымаҡ аралашып йәшәргә теләктәре юҡ. Берәй йомош менән мөрәжәғәт итһәң дә, ишектәрен асыр-асмаҫ ҡына өндәшәләр ҙә, тиҙ генә бикләнеү яғын ҡарайҙар. Са­ҡырышып, хәл белешеү, аралашыу тигән нәмә лә бөтөп бара. Шул да булдымы йәшәүҙең йәме, халыҡҡа ни булған?
Әсәйемде ауылдан Өфөгә ҡунаҡҡа саҡыра башлаһаң: «Ҡуй инде, ҡыҙым, һеҙҙең төрмә шикелле тар ғына дүрт стенағыҙҙа бикләнеп, торба ҡосаҡлап ятайыммы инде? – ти торғайны (торба тигәне йылытҡыс батарея). – Мине бикләп китәһегеҙ ҙә, үҙегеҙ көнө буйы эштә. Эштән ҡайт­ҡас, ашап алаһығыҙ ҙа теле­визорға барып ҡапланаһығыҙ. Ҡайҙан ғына шул йәшникте уйлап таптылар, ҡороғорҙар! Исмаһам, рәхәтләнеп ҡапма-ҡаршы ултырып, сәй эсеп, күңел бушағансы һөйләшеп тә булмай бит һеҙҙең менән».
Ҡатын-ҡыҙға өйҙә эш табылып ҡына тора. Өҫтәлде яңыр­тып, байрам хөрмәтенә тәмле аштар бешереп, күберәк ҡамыр менән булышып, һауыт-һаба йыйыштырып көндөң үткәнен дә һиҙмәй ҡалаһың. Ә бына ир-ат халҡы телевизор алдынан китмәй. Ҡайһы ваҡыт рә­хәт­ләнеп ултырып ҡарарлыҡ бер нәмә лә булмай сыға. Бынан 30 йыл элек күргән фильмдарҙы ҡат-ҡат ҡарай-ҡарай ятлап бөттөк, сөнки яңыларының мәғәнәһе юҡ.
Быныһы бер хәл булһа, икен­сеһе, әлеге лә баяғы, аҡ­саға ба­рып терәлә. Оҙаҡ ҡына ваҡыт таныш-тоноштарға ла шылтыратмай, уларҙың өндәш­кәнен көтөп ятабыҙ. Әгәр улар теле­фонға килеп эләкһә, оҙағыраҡ һөйләшеү яғын ҡарайбыҙ. Ни булһа ла аҡса сығып осма­һын тип ҡурҡабыҙ. Хәҙер килеп өй телефонын да аҡса етмәй тип өҙҙөрөп ҡуйҙыҡ. Нимә генә эш­ләһәң дә шул аҡсаға барып төртөләһең. Ә икенсе яҡтан йөрәк яна, аралашып, һөйлә­шеп алғы килә. Өй телефоны булғанда рәхәт­ләнеп яртышар сәғәт һөйлә­шеп, эсте бушатып ала тор­ғайныҡ. Театр, концерт­тарға ла йөрөмәйбеҙ. Ысынлап та, аҡса ҡолона әй­ләндек шул, тапҡаныбыҙ кәрәк-яраҡҡа китеп тик тора...
Яңыраҡ уйҙарға бирелеп киттем: «Бер туған апайымды ла күптән күргәнем юҡ бит әле. Бик булмаһа, сәйгә генә булһа ла саҡырып алырға кәрәк». Ә икенсе яҡтан башыма үҙенән-үҙе башҡа төрлө уй килде: «Уны саҡырһаң тегеһе-быныһы кә­рәк. Шул хәтле аҡса сығып китә, былай ҙа саҡ еткереп киләм», – тип уйланым да, үҙе кеүек шым булыу яғын ҡара­ным. Ә ни эшләп гел мин хәстәрләргә тейеш, ул да мине саҡырып алһа була ла инде, тип уйымдан шунда уҡ кире ҡайттым. Бәлки, артыҡ аҡса булһа саҡырыр ҙа инең. Ул да минең кеүек уйлап, тауыш-тын сығармай яталыр әле, бер тинде биш тин итәм тип.
Беҙ генә түгел, бөтә донъя шым булған һымаҡ тойола башланы миңә. Хатта ял көн­дәрендә урамға сығып йөрөү­селәр ҙә ныҡ кәмене. Сөнки уңға барһаң да, һулға барһаң да аҡса кәрәк. Беҙ, ярай, йә­шәрен йәшәгәнбеҙ, ашарын ашағанбыҙ, тигәндәй, ә бына балалар нисек көн күрер? Шу­ларҙы күҙ алдына кил­терһәм, эсем бошоп ҡуя, улар бит бө­төнләй аҡса ҡолона әй­ләнәсәк.

Л. САЙРАНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: