+21 °С
Облачно

Тормош күренештәре

Йөҙөн тултырған Зариф бабай һикһән йәшлек ҡарсығына: «Әле һин йәшһең шул, йәш­һең», – тип уның иңбаштарынан усы менән йомшаҡ итеп ярата икән.

Тормош күренештәреТормош күренештәре
Тормош күренештәре

«Йәшмен шул. Әле мин тағы ла бер иргә…» – тип ҡар­сығы һүҙен дә әйтеп бөтөрә алмай, Зариф бабай уны бүл­дереп: «Ауыҙыңды ла асма, теге донъяға барғас, һине ҡабат­тан үҙемә бисәлеккә һоратам!» – тигән. Ҡарсығы: «Был донъя ваҡытлы ғына, тигәс, түҙҙем, ә теге донъяны мәңгелек, ти­ҙәр бит, түҙеп булырмы икән?» – тип әйткән, ти.
***
– Әхирәтем килергә сыҡҡан, самауырымды ҡуяйым әле, – тип әйткән өләсәһе ейәнсәре­нә.
– Өләсәй, хәҙерге заманда самауыр ҡуйып мәшәҡәтләнә­ләрме ни, һыуҙы сәйгүнгә һа­лып ҡайнаталар ҙа алалар, – ти икән ейәнсәре.
– Эй-й, ҡыҙым, – тип һуҙған өләсәһе. – Бергәләп самауыр янында сәй эсеүе үҙе бер ғүмер бит…
Ейәнсәре, аптырап:
– Самауыр сәйе эсеп бөтәһе лә ике йәшәр ине, – тип ҡуйған, ти.
***
Фәхерниса әбей тәҙрә тө­бөндәге гөлдәренә ҡарап алған да: «Гөлдәрем сәскә ата башланы», – тип әйтә икән. Быны ишетеп, өҫтәл янында ултырған Гөлдәр исемле бәләкәс ейән­сәре: «Күлдәгемдең сәскәләре бит ул, ни эшләп мин сәскә атайым?» – тип ултырған урынынан күлдәк итәктәрен ҡул­дары менән киң итеп йәйеп тороп баҫҡан.
***
Хәлил бабай ҡыҙарынып-бүртенеп өйгә килеп ингән дә: «Тышта һыуыҡ буран», – тип ҡулдарын ҡулға ыуып ҡуйған. Нәҡ шул мәлдә телевизорҙан: «Тышта буран булһа булһын, өйҙә буран булмаһын», – тип йырлайҙар икән. Диванда уйнап ултырған өс йәшлек ейәне: «Олатай, ул буран өйгә килеп инһә, мин мейес башына менеп торормонмо икән?» – тигән.
***
Бер ҡатын иренән: «Машина менән авария була ҡалһа, кемгә хәүеф күберәк янай?» – тип һораған. «Күпселек осраҡта пассажирға», – тип аңлатҡан ире. Ҡатын иренән ошо һүҙҙәр­ҙе ишетеү менән, икенсе көндө үк бар аҡсаһын тотоноп, машина йөрөтөргә права һатып алған. Ире быны белеп ҡалғас, ҡатын: «Мин һиңә руль тоттороп, үҙем ҡырҙа ултырып йөрөп үләһе хәлем юҡ», – тип ире менән әрләшә икән.

Фәрит ӘХМӘТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас