+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ике бүре

Олатай ейәненә риүәйәт һөй­ләгән.– Һәр кешенең эсендә ике бү­ренең көрәшенә оҡшаш яу бара. Бүреләрҙең береһе – яуыз, көнсөл, алдаҡсы, эгоист, икенсеһе – аҡыл­лы, тоғро, изге күңелле, ҡыҙыҡ­һыныусан.

Ике бүре
Ике бүре

Олатаһын иғтибар менән тың­лаған ейән бер килке уйланып торған да һорау биргән:
– Ҡайһы бүре еңә һуң?
Олатай һиҙелер-һиҙелмәҫ йыл­майған:
– Һин ашатҡан бүре һәр ваҡыт еңеп сыға.

Фокус

Ике студент икмәкхана-мага­зинға ингән. Береһе ҡуйынына булка тултырған. Берҙе генә түгел, өстө.
– Күрҙеңме, шулай эшләргә кәрәк уны! Һатыусы һиҙмәне лә, – тип маҡтанған иптәшенә.
– Ә хәҙер мин быны урлашмайынса күрһәтәм. Ҡарап тор! – тигән икенсеһе.
Ул һатыусы янына барған да:
– Миңә булка бирегеҙ әле, фокус күрһәтәм! – тигән.
Ҡыҙыҡҡан һатыусы уға булка биргән. Студент уны ашап ҡуйған да тағы һораған. Уныһын да һы­пыртҡан. Өсөнсө булка ла аш­ҡаҙанда үҙ урынын тапҡас, һа­тыусы һораған:
– Был фокустың әтнәкәһе ниҙә һуң? Булкалар менән ни эшләнең?
– Ә һин уның кеҫәһен ҡара! – тип яуаплай ҙа студент иптәшенә күрһәтә.

Т. ҒИМРАНОВ.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас