-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Теге донъяға шылтыратыу

Ун йыл тирәһе оператор булып эшләйем. Эштә йыш ҡына ҡыҙыҡ хәлдәр булып тора. Бер ваҡыт ошондай ҡыҙғаныс хәл булды. Көнөнә 300 абонент ми­ңә шылтырата.

Теге донъяға шылтыратыу
Теге донъяға шылтыратыу

Уйлап ҡара­һаң, айына 7500 кеше булып китә. Шулар араһынан бер ге­нә шылтыратыу хәтерҙә ҡал­ған. Был абонентты бер ваҡыт­та ла онота алмаҫмын һымаҡ.
– Матурҡай, һаумыһығыҙ! Ҡарағыҙ әле, ошо номерҙан һуңғы тапҡыр ҡасаныраҡ шылтыраттылар? – тип ул үҙе миңә сыҡты.
Мин уға әгәр ҙә абонент сим-карта менән 180 көн эсендә шыл­тыратмаһа, телефон блокировкалана, тип аңлата ғы­на башлағайным, ул мине бүл­дереп:
– Эйе, эйе, мин беләм, – тине. – Был номер минең ҡатыным­дыҡы.
Һәм шундуҡ ниндәйҙер шомло тынлыҡ урынлашты. Эш шун­да: минең ҡатыным дүрт ай элек үлеп ҡалды. Ерләгәндә ошо телефонды уның янына һалып ҡалдырғайным. Һәр көн ғәҙәттәгесә киске туғыҙҙарҙа мин уға шылтыратып, үҙебеҙгә генә таныш булған көйҙө тыңлаһам, күңелемә рәхәт булып китә. Ә бөгөн, абонент выключен, тип әйттеләр. Ярҙам итә алмаҫһығыҙмы икән, тип һеҙгә мөрәжәт итергә булдым. Телефондың батареяһы ул­тырғандыр, зинһар өсөн блокировать итмәгеҙ, сөнки таныш булмаған көйҙө йәки сит кеше тауышын минең ишеткем килмәй, – тип үтенде.
Мин уны тынысландырырға тырышып ҡараһам да, ул һа­ман үҙенекен тылҡыны. Был телефондан бик булмаһа СМС ебәреп йәки бер генә шылтыратыу эшләп булһа ла ҡалды­рып торорға була, тинем.
– Аңлайым, һылыуҡай… лә­кин был мөмкин түгел…– тип өндәшеп тә өлгөрмәне тама­ғына төйөр килеп тығылды.
– Һылыуҡай, һеҙ мине бер төрлө икән был, тип уйлай күрмәгеҙ инде… сөнки мин ҡатынымды шул хәтле яратам… – тип әйтеп бөтөр-бөт­мәҫтән беҙҙең бәйләнеш өҙөл­дө.
Минең линияла 30-лап кеше сиратта, ә мин килеп тығылған күҙ йәштәрен тыя алманым… Улар аҡты ла аҡты… Был донъя­ла шундай ҙа көслө мөхәббәт бар икән…
Иң ҡыҙғанысы: килеп тыу­ған ваҡиғаны бер нисек тә үҙгәтеп булмауын аңлап, тағы ла күҙ йәштәренә күмелдем.

Телефонсы Л. ШЫЛТЫРБАЕВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: