-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Дәғүәсе

– Әллеү, мин иғлан буйынса шылтыратам, эш белешергә.– Эйе-эйе, беҙгә кешеләр кәрәк. Һеҙ иғланды иғтибар ме­нән уҡынығыҙмы? Әтеү иғ­ланды уҡымайынса шылтыратыусылар ҙа бар.

Дәғүәсе
Дәғүәсе

Шунан беҙҙә дәғүәселәргә ни өсөн шундай ҡаты талаптар ҡуйылғанға ғәжәпләнеп бөтә алмайҙар. «Ике юғары белем...»
– Минеке күберәк.
– «Сит ил телдәрен белеү мот­лаҡ…»
– Мин бөтә телдәрҙе лә бе­ләм.
– Бүлдермәгеҙ. «Насар ғә­ҙәттәре булмаған…»
– Минең бер ниндәй ҙә ғә­ҙәтем юҡ.
– «Физик яҡтан таҙа…»
– Бер ҡулым менән шпал күтәрәм.
– «Өс көн ял менән бер тәү­лек эш. Төндә йоҡламаҫҡа...»
– Мин, ғөмүмән, йоҡлама­йым.
– Бөтөнләй йоҡламай­һы­ғыҙ­мы? Һм, ҡыҙыҡ, һеҙ ҡайҙан?
– Мин Ҡытайҙан.
– Ә ниңә Ҡытайҙа һеҙгә эш юҡмы ни?
– Бар. Әммә мин үҙемдең Рә­сәйҙә түҙә аламмы-юҡмы икәнемде һынап ҡарарға те­ләйем.
– Ярай, шулай ҙа икән, ти. Исемең кем? Фамилияң, исе­мең, атайыңдың исеме?
– ИКИ мин. Рәсәйҙәр өсөн – Иван Кузьмич Иванов.
– Йә, ярай, Иван Кузьмич икән, Иван Кузьмич булһын… Әйткәндәй, һеҙҙең буйығыҙ күпмерәк?
– Йөҙ егерме ике һәм ундан алты сантиметр.
– Күпме? Мин яңылыш ишет­мәнемме?! Юҡ, мин ҡы­тайҙарҙың бик оҙон булмауын беләм, әммә бындай буй!.. Бәлки, һеҙ балиғ түгел­һеге­ҙ­ҙер? Һеҙгә нисә йәш?
– Бер йәш, егерме бер көн, өс сәғәт, ҡырҡ биш минут.
– Ҡарағыҙ әле, ҡытай Иванов! Һеҙ, нимә, әллә сирләй­һегеҙме?! Башығыҙға улай-былай зыян килмәгәндер бит?!
– Минең башым өсөн бор­солмағыҙ. Минең һаулығым ҡырҡ йыллыҡ.
– Тәк… Бәлки, минең башымды ҡатырыуҙан туҡтар­һығыҙ?!
– Бер кем дә ҡатырмай. Минең гарантиям ҡырҡ йыл. Робот мин.

Ә. ҠОТЛОЗАМАНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: