Был килгәнендә бәләкәй улыбыҙ Ҡорбой бәйләнепме бәйләнә тегеңә. Йә ҡыпһыуыр менән сәсен йолҡоп алмаҡсы итә, йә мыйығына ёлка уйынсығы элеп ҡуйырға ҡыйыша...
Әсәһе түҙмәне, Ҡорбойҙо ҡурҡытмаҡсы булып:
– Тик тор! Юғиһә, бынауы ағай алып китер үҙеңде! – тине. Теге шилма малай нимә ти, әйкәйем:
– Алып киткән, ти, бына! Үҙенең малайҙарын да ташлап ҡасҡан бит ул! – ти.
Хикмәт инде, хикмәт. Шул бәләкәй улым Ҡорбой менән олоһо Борбой бер заман икеһе бер юлы аҡырып иларға тотондо.
– Ни булды һеҙгә? – тим.
– Мин тимер аҡса йотто-о-ом! – ти кесеһе.
– Ә һин ниңә үкерәһең, Борбой?
– Ул минең аҡса ине-е-е-е! – ти оло малайым. – Процентын түләһе-е-е-н! – ти. Замана балаһы бит.
Хикмәт инде, хикмәт. Шул өсөнсөлә уҡыған Борбой атлы малайым бик маҡтанырға яратыусан. Бер көн күрше-күләнгә маҡтанып һөйләп йөрөгән. “Мин – бик ярҙамсыл, өйгә бирелгән эштәремде атайыма эшләшергә булышам!” – тип әйтә, ти. Ҡара һин уны, шилманы!
Хикмәт инде, хикмәт. Өйләнешеп, әҙерәк йәшәгәс, ҡатыным әйтә:
– Ҡәҙерлем, миңә ҡыҙ саҡтағы ғәҙәттәремде онотоу ауыр булыр инде, – ти.
– Хафаланма, бер ни ҙә булмаған кеүек, атайыңдан аҡса һауыуыңды дауам ит, – тинем.
Хикмәт инде, хикмәт. Бер көн бисәм һырпаланыпмы һырпалана:
– Йәнем, ҡәҙерлем, һөйкөмлөм, күҙ нурым, мин курортҡа барғас, диңгеҙ буйында гел һинең тураңда ғына хыялланып ултырырмын, йәме? – ти.
– Гөлгенәм, һандуғасым, йән киҫәгем, берҙән-берем, юҡ инде, һин лутсы диңгеҙ тураһында хыялланып, минең янда ғына ултыр, йәме! – тинем.
Хикмәт инде, хикмәт. Икенсе көндө шулай бисәмә:
– Гүзәлем, һиңә театрға иҫке күлдәктән барыу килешмәҫ ул, – тинем.
– Әллә яңы күлдәк алдыңмы миңә? – Ҡатын шатлығынан “әп” итеп үбеп алды хатта.
– Юҡ, – тинем, – театрға бер генә билет алдым.
Хикмәт инде, хикмәт. Төпсөнсөк кенә түгел, үпкәсел дә минең ҡатын. Был хәлдән һуң, айырылышыуҙы талап итеп, хөкөмдарға барған.
– Ниңә айырылышырға булдығыҙ һуң? – тип һораған хөкөмдар.
– Ирем театрға бер үҙе генә йөрөргә ярата, – тип әйтә, ти, минең ҡатын.
– Шул ғынамы сәбәбе?
– Юҡ, – тип әйтә, ти, минең бисә, – унан һуң ул – бик оятһыҙ кеше! Ул әллә күпме оятһыҙ йырҙар белә.
– Ул уларҙы йырлап йөрөймө ни?
– Юҡ, һыҙғыра ғына, – тип әйтә, ти, минең бисә. Әпә!
– Айырылышырға йәнә ниндәй сәбәп бар? – тип артабан һораша, ти, хөкөмдар.
– Ул тәҙрәне ватты!
– Шулай дыуамалмы ни ирегеҙ?
– Юҡ, мин уға гөл сүлмәген ырғытҡас, эйелеп ҡалды, йүнһеҙ! – тип әйтә, ти, минең бисә.
Хикмәт инде, хикмәт. Бер көн яңы телевизор алып ҡайтҡайным. Ҡатырға тартмаһына төрлө тамғалар һуғылған. Шуларҙың береһе – рюмкаға төртөп күрһәтте лә:
– Был нимәне аңлата? – тине минең үтә төпсөнгөс бисә.
– Был – “һатып алған яңы әйберҙе мотлаҡ “йыуырға” кәрәк!” тигәнде аңлата, – тинем.
– Эй-й-й, кер йыуғысҡа һыйырмы һуң ул? – ти бисә. – Химчисткаға ғына бирәйек, булмаһа, – ти.
Хикмәт инде, хикмәт. Минең ауылдағы бажа фермала мал ҡарай. Бер көндө, башы ауыртҡанлыҡтан, эшенә бармаған был. Икенсе көндө фермаға килгәс хужалыҡ етәксеһе ҡыҙҙыра икән быны:
– Һин, сусҡа морон, кисә ниңә хайуандарың янына килмәнең?!
Бажаның был тупаҫ һүҙҙәргә бик күңеле кителгән. Бер аҙ тын торған да:
– Февраль һин! – тигән.
Хужалыҡ етәксеһе, аптырап, ферма мөдиренә ҡараған. Мөдир, уның ҡолағына бышылдап:
– Башыңда шөрөптәрең етмәй, тип әйтеүе, февраль бит егерме һигеҙҙән генә килә. – тигән.
Хикмәт инде, хикмәт. Шул бажамдың төпсөк малайы:
– Ата-а-а-й, ниңә һин көн дә ферманан арбаңа бесән һалып ҡайтаһың ул? – тип сәпсей, ти.
– Аҫҡа йомшаҡ булһын өсөн, – тип яуаплаған бажа.
– Ә киткәндә ниңә бер ҙә һалмайһың? Өйҙәге бесән ҡатымы ни? – тип әйтә, ти, теге шилма малай.
Хикмәт инде, хикмәт. Йүнле эш табыу ифрат ауыр бит хәҙер. Бер танышым улын эшкә урынлаштырыуҙы үтенде. Урынлаштырҙым. Әммә күп тә үтмәй тегене ҡыуып сығарғандар. Атаһы бының сәбәбен һорашҡан.
– Директор бик көнсөл кеше булып сыҡты, – тип аңлатҡан улы. – Беләһеңме, атай, ул ҡулдарын кеҫәләренә тығып, башҡалар эшләгәнде генә ҡарап йөрөй.
– Ә ни өсөн көнләште һуң ул һинән? – тип төпсөнгән атаһы.
– Көнләшмәй ни, башҡалар мине лә директор тип уйлай башланы ла баһа, – тигән, ти, эшлекһеҙ улы.
Хикмәт инде, хикмәт. Шул танышым һөйләй:
– Өлкән улым бигерәк Ленинға оҡшаған, яҙыуға оҫта, – ти.
– Ленинға оҡшағас, һәйбәт инде ул!
– Шулайын шулай ҙа, – ти танышым, – Ленин, исмаһам, һөргөндә китап яҙған, ә минеке төрмәнән аҡса һорап яҙа.
Хикмәт инде, хикмәт. Коррупция менән киҫкен көрәш бара бит хәҙер. Шул уңайҙан, хаҡтырмы, түгелдерме, яңы миҙал сығарғандар икән. Уның менән иң намыҫлы чиновниктар бүләкләнәсәк, ти. Миҙал «Дәүләт милкен айырыуса аҙ күләмдә урлаған өсөн » тип атала, имеш.
Ҡайҙа баҡма, хикмәт, әйкәйем!
Рәфил КАШАПОВ.