+11 °С
Облачно

Ҡайтмаған

Тапҡырбайҙың ҡалала эшләп йөрө­гән сағы. Бер мәлде был бик оҙаҡ ауылына ҡайтмаған. Ял көнө баҙарға сыҡҡан. Унда ауылдашын осратҡан.– Бәй, Тапҡырбай, һин түгелме һуң? – тигән ауылдашы.

ҠайтмағанҠайтмаған
Ҡайтмаған

– Эйе, мин.
– Күптән ҡайтҡаның юҡ. Нишләп бер ҙә күренмәйһең?
– Бик ҡайтыр инем дә, ауылға түгел, районға ҡайтырға ҡурҡам әле…
– Нишләп?
– Ҡатындың ағаларынан ҡурҡам. Тотоп туҡмайбыҙ, тигәндәр…
– Нимә өсөн?
– Әй, туйға ҡайтмаған инем…
– Кемдекенә?
– Үҙемдекенә шул. Үҙемдекенә!

БАЛАЛАР АТАҺЫ

Тапҡырбай һүҙгә лә, эшкә лә оҫта кеше булғанлыҡтан, ауылдан дүрт-биш ир-егет берләшеп, төҙөүселәр бригадаһына тупланып, күрше ауыл­ға ферма бинаһын ремонтларға юлланалар. Баралар, хужаны колхоз бух­галтерияһында көтәләр.
Бухгалтерҙар барыһы ла ҡатын-ҡыҙҙар. Бөтәһе лә Тапҡырбайҙан һорашалар: нисә йәштә, кемдәре бар, белеме ниндәй, ғаиләһе, балалары бармы, нисәү?..
Һорау артынан һорау яуҙырғас, Тапҡырбайҙың һарыуы ҡайнай башлай:
– Ауылдағы атаһыҙ тыуған балалар бөтәһе лә минеке!

«ЗИНҺАР, ТОТҠАРЛАМАҒЫҘ»

Тапҡырбай ҡулдан иҫке генә еңел машина һатып ала. Айҙар үтә, әммә ни өсөндөр уны үҙенең исеменә рәсмиләштерергә ашыҡмай. Бер ваҡыт ваҡ-төйәк мәшәҡәттәре сы­ғып, ул район үҙәгенә килә. Йомоштарын йомошлап, ҡайтырға сыҡҡас, сатлыҡта юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тор­ғанлығын шәйләп ҡала. Инспектор таяғын күтәргәс, туҡтай Тапҡырбай. «Эләктем, былай булғас…» – тип уйлай.
Инспектор Тапҡырбайҙың дөкә­менттәрен һорай.
– Зинһар, тотҡарламағыҙ инде, командир, иптәшемә уколға ғына килгәйнем… Фельдшер ебәргәйне… Йәш бала менән өйҙә ҡалды… – Колорадо ҡуңыҙын ағыулағандан артып ҡалған ампулаларға күрһәтә Тап­ҡырбай.
– Ярай, ярай, – ти мәрхәмәтле инспектор тәгәрәшеп ятҡан ампула­ларға күҙ йүгертеп. – Барыһы ла тәр­типтәлер бит?
– Тәртиптә, тәртиптә.
Инспектор хәйерле юл теләп оҙа­тып ҡала…

Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас