-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ғәйәт көсәнеш

Сәхипов көс-хәл менән етмеш килолы он ҡапсығын кү­тәреп бара. Уға ауыр, теҙ-быуындары йомшай, сайҡалып китеп ҡолай яҙа.

Үҙе уйлана: «Кеше хоҡуҡтарын яҡлау комитеты ҡайҙа ҡарай? Ни эшләп ондо етмеш килолы тоҡҡа тултыралар? Кешенән әсе көлөү бит был. Кешене мыҫҡыл итеү. Рәхимһеҙлек». 
Ниһайәт, ул бакалея бүлеге­нә барып етә лә, тоҡто иҙәнгә ырғыта. Ҡапсыҡ гөрһөлдәп барып төшә. Хатта кәштәләге тауарҙар һикерешеп ҡуя. «Ип­лә-ә-әп! – тип сыйылдап ебәрә һатыусы ҡатын. – Бөтә нәмәне емерәһең бит. Эшләй белмәй­һең кешесә, хайуан».
Ишәк эшен эшләйем бит. Уның тураһында уйламайҙар. Әҙ түләйҙәр. Етмәһә, эт һымаҡ өрөп торалар. Эте лә, бете лә шулай.
Эйе, Сәхиповҡа эше оҡша­май. Уға, ихтыяждары ҙур бул­ған кешегә, ғүмер буйы, уның фекеренсә, әҙ генә аҡсаға, көс етмәҫлек ауыр йөк ташып бөкөрөһөн сығарырға тура килер микән ни? Быға уның ышанғыһы килмәй.
Был урында шуны әйтмәй булмай. Сәхипов үҙе тураһын­да бик юғары фекерҙә. Тормошта ҙур дәрәжәләргә ире­шергә мөмкинселегем бар, тип уйлай. Сөнки ул һәләтле!!!
«Тормош юлында меңәрлә­гән мөмкинселектәр бар. Бай­лыҡҡа меңләгән юл илтә. Бе­реһен һайлап алырға ғына ла маҡсатҡа ирешергә кәрәк», – тип уйланы Сәхипов. Ул алдағы тормошонда байып китеренә ныҡ ышана ине.
«Мин үҙемде беләм, – тип фекер йөрөттө Сәхипов. – Ми­нең кеүек кешеләр донъяла һирәк тыуа. Ысынлап тотон­һам, мин тормоштоң ҡайһы тармағында ла беренселеккә сығам. Шахмат икән шахмат, сәйәсәт икән сәйәсәт. Әлеге көндә тенниссылар аҡсаны күп ала. Мин булдыра алмаҫлыҡ шөғөлмө ни? Ныҡ көсәнеш яһайым да, тенниссы булып беренсе урынды алам да ҡуям. Миңә һәләтте Бөйөк Тәбиғәт ныҡ мул биргән.
Эйе! Дәртләнеберәк тото­норға ғына кәрәк. Донъя минең турала ишетәсәк әле. Гәзит­тәрҙә очерктар, журналдарҙа репортаждар, ә минең счетта миллиондар буласаҡ. Бары тик көсәнеш яһарға ғына кәрәк».
Шундай уйҙар килде Сәхи­пов башына. Һәр турнирҙа иң кәмендә миллион доллар инеп торасаҡ.
Миллиондан артыҡ булыуы ла бик мөмкин.
Складтағы тоҡтар өҫтөнә яй­лабыраҡ ятты ул, теннис рейтингы буйынса беренсе урынға сыҡҡас башланасаҡ тормошо тураһында хыялдарға сумды.
– Диңгеҙ буйында бер виллам, Памир тауҙарында икенсе виллам буласаҡ, – тип план­лаш­тырҙы Сәхипов. – Елле генә яхта алып ебәрһәм. Ә күңел асырға берәй йәш кенә топ моделде саҡырырға була.
Шулай итеп оҙаҡ хыялланып ятты Сәхипов. Яхтаһында Канар утрауҙарына барасаҡ. Те­ләһә, һалҡын һыра һорап, хеҙмәтсеһенә ҡысҡырасаҡ. Бәлки, һыра урынына шампан шарабы һәйбәтерәк булыр. Иң ҡыйбатлы шампан шарабы. Эсемлектәр һәм ашамлыҡтар менән тулы буласаҡ уның һыуытҡысы. Ә һыуытҡысы ифрат ҙур буласаҡ.
– Бына бит алда ниндәй тормош көтә, – тип уйланы Сә­хипов. – Бына ниндәй тормош­ҡа лайыҡ кеше мин. Минең кеүек аҫыл егеттәр шулай йә­шәргә тейеш. Бары тик ике ғәйәт көсәнеш яһарға кәрәк.
– Он килтер! – тип баҡырҙы бакалея бүлеге һатыусыһы.
– Эт талағыры! – тип үкерҙе Сәхипов. – Бумала баш! Һин кемгә ҡысҡыраһың? Кемде эшкә егергә уйлайһың?
– Ни-мә?! – тип сыйылдап ебәрҙе һатыусы. – Һатыу­лашып тораһыңмы? Ялҡау! Эш­ләгең килмәй икән, ана бара юлың. Хужаға бындай хөрәсән­дәр кәрәкмәй. Кризис заманында эш эҙләүсе меңләгән.
Сәхиповтың аңына үҙенең рейтинг буйынса донъяла беренсе урында торған тенниссы ла, миллионер ҙа түгел икән­леге саҡ барып етте. Эшләргә кәрәк. Юғиһә, хәҙерге көндә эш табыуы еңел түгел. Был эшкә лә ҡыйынлыҡ менән генә урынлашҡайны.
Ул ҡапыл ғына ҡаты көсәнеш яһаны һәм етмеш килолы он тоғон күтәрҙе. Теҙ быуындары йомшарғандай булды. Ҡыйыш-мыйыш аҙымдар менән бакалея бүлегенә йүнәлде.
Шулай. Ни эшләйһең? Ысын­барлыҡ менән хыял араһында ер менән күк араһы шул хәҙер.
Юныс ЗӨБӘЙЕРОВ.

Читайте нас: