Ошо хәҡиҡәтте күптәр яҡшы аңлай – ғүмерҙең ҡәҙерен белергә кәрәклеген һәйбәт белә. Ҡәҙер белгән бәндәләрҙең күңелдәре ғәҙәттә күтәренке була. «Шаяндар оҙаҡ йәшәй» тигән ләҡәп тә бар. Әммә хәҙерге заманда уйнап-көлөп йәшәрлек түгел. Уйын-көлкөгә әүәҫтәр менән аралашыу – ҙур мәртәбә. Мин дә ҡыҙыҡ-мыҙыҡ ғәмәлдәр ҡылып ҡына, кинәйәләп-көләмәсләп хәбәр һөйләп кенә йәшәргә ниәтләндем.
Ниәт итһәң, сәбәп табыла.
Шулай бер көндө аҙыҡ-түлек кибетенә йүнәлдем: шәкәр ҡомо кәрәк ине.
Һары сәсле, урта йәштәге һатыусы ҡатын, шәкәр ҡомо үлсәп, ҡулыма тотторҙо. Шәкәр ҡомо аҡ түгел, һарғылт төҫтә.
– Был ни үҙеңә оҡшаған – һап-һары! – Мин, шаяртыуымды аңлатып, йылмайҙым.
Һатыусы һары керпектәрен елпелдәтеп, күҙҙәрен аҡайтты – ҡулындағы ваҡ аҡса иҙәнгә һибелде. Мин шаяртыуымды дауам иттем:
– Бәй, үтә ҡарт та түгелһең, ә ҡомоң ҡойола башлаған, ҡулдарың тәңкә тоторға ла эшкинмәй, хи-хи-хи… – Йылмайып ҡына ҡалманым, рәхәтләнеп көлдөм. – Хи-хи-хи…
– Ҡойолдороҡ! – Ҡобараһы осҡан ҡатын аяҡ тибеп аяуһыҙ ҡысҡырмаһынмы.
Кибеттән нисек сығып киткәнемде лә хәтерләмәйем.
Аҙаҡ белдем: ап-аҡ шәкәр ҡомо үҙенә бер төрлө ҡамыштан, ә һарыраҡ төҫлөһө татлы сөгөлдөрҙән етештерелә.
Һатыусы таҡҡан «Ҡойолдороҡ» ҡушаматынан әлегәсә арына алғаным юҡ.
Һере кеше инде мин: бәндәләрҙең кәйефтәрен күтәрергә тигән ниәтемдән дүнергә теләмәнем.
Ниәт итһәң, сәбәбе табыла.
Күршем Нисхәт – бына бер хикмәт – еңел машина алған. Яңыраҡ бисәһе әрнеп-әсенеп көйөнөсөн һөйләгәйне: «Ашауҙы ҡыҫабыҙ. Мына ни ҡәҙәре ябыҡтым – эш эшләргә хәлем юҡ. Көнитмешемде белмәгәндәр миңә «Әрпеш Әсмә» тигән исем таҡты, тип илауланы. Тимәк, Нисхәт ғаиләһен асҡа ҡаҡлап, машинаға аҡса йыйған. Күрәһең, бисәһен, балаларын интектереүен үҙе лә аңлағандыр, былай ҙа һөмһөҙ бәндәнең һөмһөрө бөтөнләй ҡасып, төҫө бөтөп, шым ғына йөрөй. Ирекәйҙең күңелен күтәрергә кәрәк: етешһеҙ тормошон яйлап яҡшыртыр әле – хәҙер ҡулында машина бар.
– Һай-һай, машинаның данын алғанһың, – тинем дә, шаяртыуымды аңлатып, күҙ ҡыҫтым.
Был минең күҙ ҡыҫыуымды оҡшатманы, тәүҙә аңшайҙы, шунан өндәшмәй генә һөҙөп ҡараны.
– Кәйефеңде күтәрергә теләгәйнем, үпкәләмә, – тип тәтелдәй-тәтелдәй, көлгән булдым, – хи-хи-хи…
…Иртән торһам, йортом алдында унлаған машина тора. Ҡапҡаны асырлыҡ түгел – бер нисәүһе ҡаплаған. Машиналар эсендә кеше бармы-юҡмы – шәйләп булмай.
Малдарҙы көтөүгә ҡыуырға кәрәк. Аптырағас, бәрәңге баҡсаһының буй кәртәләрен алып ташлап, мал-тыуарҙы һырттан ҡыуҙым. Сәскә атҡан бәрәңге апаруҡ тапалды.
Малҡайҙарҙы көтөүлеккә тиклем алып барҙым да көтөүсегә тапшырҙым. Ауылға етеүгә генә ҡойоп ямғыр яуып уҙҙы – урамдар күләүектәр менән тулды. Ҡайтһам, машиналарҙың береһе юҡ.
Нисхәт осраны:
– Сәйәхәттән күңелең күтәрелеп ҡайтып киләһеңме?.. – Ул ирендәрен шәлпәйтте. Машинаһын тоҡандырҙы ла, күләүектәрҙе минең өҫкә һиптереп, эргәмдән шыйлатып үтеп тә китте.
Төшкә тиклем буй-буй кәртәләрҙе урынына ҡуйып аҙапландым. Йәш түгелмен бит – етмешкә еткәнмен – аяуһыҙ арыным.
Тамаҡҡа ҡапҡыланым да кискә тиклем кейемдәремде күләүек бысрағынан йыуа-йыуа арманһыҙ булдым.
Ауылыбыҙ затлы машиналар менән тулған икән. Ҡара һин уны – аҡсаһын табалар бит. Ә Нисхәттең «Жигули»һы иҫке, имеш. Мин: «Машинаның данын алғанһың!»– тинем. Тимәк, Нисхәт кәмһетә, мыҫҡыллай, тип уйлаған.
Күршем ойошторған акция яҡшыға булды: хәҙер ниндәй машина күрһәм дә маркаһын, номерын ятларға, ҡайһы илдә етештерелгәнен, хаҡтары менән ҡыҙыҡһынырға ғәҙәтләндем. Ошо ғәҙәттең ярҙамы тейеп тора: машина һатып алырға теләүселәр кәңәшләшергә килә. Етмеш йәшкә еткәс, абруйым үҫте лә китте. Элек иғтибар итмәүселәрҙең алыҫтан сәләм биреүҙәре генә лә ни тора!
Әммә бәндәләрҙең төрлөһө бар: ҡайһы саҡта аңраларына машиналар хаҡында ҡат-ҡат аңлатырға тура килә. Оҙон-оҙаҡ һөйләшеп ултырғас, ваҡыттың үткәнен һиҙмәй ҡалам да балаҡайым, ейән-ейәнсәрҙәрем эштән ҡайтыуға аш-һыу әҙерләргә онотам.
Борон-борондан халыҡтың «уйнап һөйләһәң дә уйлап һөйлә» тигән тәрән мәғәнәле мәҡәле иҫкә төштө. Уйланым-уйланым да, әйтеремде лә әйтмәй, түҙәм – «телемде тешләйем».
Был ғәҙәтем мине күңелһеҙ хәлдәрҙән һәләк һәйбәт һаҡлай.